6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Статистика

Халыҡты көҙ һанайҙар
03.02.10


       Башҡортостанда күпме ир-егет бар, ә ҡатын-ҡыҙҙар күпме? Ҡала һәм ауыл кешеһе һуң? Республикала йәшәүселәрҙең белем кимәле ниндәй? Улар ниндәй шарттарҙа йәшәй? Ошо һәм башҡа төрлө һорауҙарға илебеҙҙә көҙгөһөн - 2010 йылдың 14-нән 25 октябренә тиклем үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яуап бирәсәк.
       Башҡортостанда был күләмле иҫәпләү сараһына әҙерлектең нисек алып барылыуы хаҡында Республика Йортонда һүҙ барҙы.
       Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Ғәниевтың билдәләүенсә, был мөһим сараға әҙерлек әллә ҡасан уҡ башланған һәм был ваҡытҡа тиклем ярайһы ҙур эштәр башҡарылған.
       Миҫал өсөн, яҡынса төбәк халҡы иҫәбен алыу үткәрелгән. Бөгөн Башҡортостанда даими рәүештә 4,035 миллион халыҡ йәшәй - был ябыҡ структураларҙа: иркенән мәхрүм итеү урындарында, хәрби частарҙа булғандарҙы һәм башҡаларҙы иҫәпкә алмағанда. Был контингенттың дөйөм һаны 30 меңдән ашыу тип иҫәпләнә.
       Әҙерлек этабында шулай уҡ торама пункттар һәм йорттарҙың исемлеге лә әҙерләнгән. Уның һөҙөмтәһендә 1,66 миллион торлаҡ бина урынлашҡан 700 мең объект базаға индерелгән. Асыҡлап китәбеҙ, халыҡ иҫәбен алыуҙа "үлсәү берәмеге" тип йорт хужалығы алынған, был бер йәки бер нисә кешенең уртаҡ хужалығы - фатир, шәхси йорт, ятаҡтағы бүлмә булырға мөмкин.
       Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында һәр пунктты бер нисә участкаға бүлеп ҡарайҙар. Башҡортостанда 632 иҫәп алыу, 2528 инструкторлыҡ һәм 10105 учет участкалары эшләйәсәк.
       Башҡортостанстат етәксеһе халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителәсәк кешеләрҙе һайлап алыу һәм уҡытыуҙы тәү сираттағы мәсьәлә тип билдәләне. Башҡортостанлыларҙың дүрт миллионлы армияһын иҫәпкә алыу эше менән 18 меңгә яҡын иҫәпсе шөғөлләнәсәк. Норматив буйынса бер иҫәпсегә 400 кеше тураһында мәғлүмәт йыйыу кәрәклеген иҫәпкә алғанда, шуның яртыһы - өй буйынса йөрөп, халыҡ иҫәбен алырға тейешле кеше буласаҡ.
       Статистика органдары һәм социаль хеҙмәт белгестәренән тыш, ғәҙәттәгесә башҡа иҫәпселәрҙе студенттарҙан, уҡытыусы, пенсионер, хужабикәләрҙән, шулай уҡ эшһеҙҙәрҙән һайлап ҡуясаҡтар. Эш башланғанға ҡәҙәр улар әҙерлек үтәсәк һәм хеҙмәт килешеүе төҙөйәсәк, ә халыҡ иҫәбен алыу тамамланғас, иҫәпселәрҙең барыһы ла хеҙмәт хаҡы аласаҡ.
       Алда бик ҙур күләмдәге эш көтә. Иҫәпсе бурысы - үҙенең участкаһында һәр йортҡа, һәр фатирға инеп, унда йәшәгән һәр кешегә анкета тултырыу. Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, иҫәп ҡағыҙҙары бланкыһы формаһы ла раҫланған. Улар төҫлө ҡағыҙҙа баҫыласаҡ һәм ялған документ эшләүҙән һаҡлаусы элементтарға эйә буласаҡ. Һорауҙар йыйылмаһы өс бүлектән тора: тәүҙә шәхси анкета, торлаҡҡа анкета һәм өсөнсөһө - РФ территорияһында йәшәгән сит ил гражданына анкета. Респонденттарға белеме, нисә тел белеүҙәре, милләте, ғаилә хәле, матди килем сығанаҡтары һәм башҡалар тураһында һорауҙар тәҡдим ителәсәк. Сит ил граждандарынан Рәсәйгә килеү маҡсатын һәм илдә күпме ваҡыт йәшәүен һораясаҡтар. Торлаҡҡа анкетала йорттоң ҡасан, ниндәй материалдан төҙөлөүенә һәм санитар-гигиена шарттарына тап килеүе тураһындағы һорауҙарға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.
       Уҙған халыҡ иҫәбен алыу практикаһынан күренеүенсә, иҫәпселәр урынына йортҡа мутлашыусыларҙың килеүе лә бар. Ҡараҡтарға йүнәлтеүсе, күрһәтеүсе ролен үтәгән, үҙҙәре лә ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлаған йәки иҫәп алыуға аҡса алған осраҡтар билдәле.
       Аферистар ҡулына төшмәҫ өсөн, хәүефһеҙлек йәһәтенән, һеҙгә түбәндәгеләргә иғтибар итеү мотлаҡ:
       - халыҡ иҫәбен алыу бушлай үткәрелә: бланк, иҫәпселәр фондына йәки башҡа нәмәгә аҡса һорағандарҙы өйҙән ҡыуығыҙ,
       - ҡунаҡтан паспорт йәки танытмаһын һорағыҙ: рәсми теркәлгән һәр иҫәпсегә "корочка" тапшырыласаҡ,
       - ысын иҫәпсегә анкета тултырыуға ун минут тирәһе ваҡыт кәрәк.
       Әгәр йортоғоҙға мутлашыусы инеүенә етди нигеҙ булһа, милицияға хәбәр итегеҙ.
       Хәйер, иҫәпсенең һеҙгә килеүен көтмәйенсә, участкағыҙға үҙегеҙ ҙә бара алаһығыҙ, унда ла анкета тултырырға мөмкин.
       Иҫәпселәрҙең үҙҙәренең дә эш башҡарғанда төрлө йыйынлыҡтарға осрауы бар. Ошо сәбәпле Әкрәм Ғәниев етәкселәргә урамдарҙы тейешенсә яҡтыртыуға, эйәһеҙ, берәҙәк эттәрҙе ауларға һәм башҡа һорауҙарға иғтибар итергә, йәнә йорттарға - һандар яҙылған, урамдарға исеме яҙылған таҡталар ҡуйырға, персоналды бина, транспорт һәм бәйләнеш менән тәьмин итергә ҡушты.
       Тағы ла бер мөһим мәсьәлә бар - кәрәкле материал һәм инструментарийҙы алып барыу һәм һаҡлауҙы ойоштороу. Миҫал өсөн, бынан алдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа бланктарҙың үҙҙәре генә 60 тонна тартҡан! Йәнә иҫәпселәр портфеле, канцелярия кәрәк-ярағы, танытмалар һәм башҡаһы...
       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тапҡыр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2002 йылда үткәрелгәйне. Норматив буйынса бындай сараны дәүләт ун йылға бер тапҡырҙан һирәгерәк үткәрергә тейеш түгел. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда, һуңынан 1926 йылда, 1937,1939, 1959, 1970, 1979, 1989 һәм 2002 йылдарҙа үткән.
       Быйылғы иҫәп алыуҙы иҡтисади көрсөк арҡаһында 2013 йылға ҡалдырырға йыйынғайнылар, уны үткәреү срогы ахырҙа үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды. Матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, дәүләт уны үткәреүгә 2010 йылда ҙур сумма - 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә ҡарар иткән. Сағыштырыу өсөн, 2002 йылда иҫәп алыуға бюджет сығымдары ике тапҡырға кәмерәк булып, 4,8 миллиард һум тәшкил иткән.
       Башҡортостанстат етәксеһе әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын да иҫәпкә алып, республикаға тейешлеһенән 30 процент матди сара быйылғы йылда бүленәсәк, халыҡ иҫәбен алыуға ысынбарлыҡта киткән сығымдарҙы иҫәпкә алып, ҡалған өлөшө 2011 йылда ҡайтарыласаҡ.
       Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 2012 йылда йомғаҡтар яһала, ә һуңғы һөҙөмтәләр халыҡҡа 2013 йылда ғына билдәле буласаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләткә, насарлыҡтары, өмөттәре менән бергә, хәҙерге Рәсәй йәмғиәтенең социаль портретын күрергә ярҙам итәсәк. Ә башҡа төрлө юл менән өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе, мөһим һорауҙарҙы хәл итеү алымдарын дөрөҫ билдәләү мөмкин түгел.
       Белешмә: 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе 4,1 миллион булған. Ауыл халҡына ҡарағанда ҡала кешеләре күберәк: 36 һәм 64 процент. Ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар күберәк: бер мең ир-атҡа 1134 гүзәл зат тура килә. Эшкә яраҡлы бер мең кешегә 683 эшкә яраҡһыҙы тура килә. Республика халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо - ҡатын-ҡыҙҙарҙа 38,4 йәш, ирҙәрҙә 36,4 йәш. 16 йәштән үткән 65,4 процент ир-ат һәм 55,5 процент ҡатын-ҡыҙ никахта иҫәпләнгән. Тол ирҙәр - 3,2, тол ҡатындар - 17,7 процент. Айырылғандар араһында ҡатындар - 8,9 процент, ирҙәр - 6,2. 386 мең башҡортостанлылар юғары белемле булған.
       Фото www. gubernsk.com.ua сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал