6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Өс шөрөп ҡалаһы
02.02.10


       Ҡалабыҙ ҡунаҡтары, самолеттар менән осоп килгәс, поездарҙан йәки автобустарҙан төшкәндә, һәр ваҡыт ғәжәпкә ҡала. Уфаға йүнәлгәйнеләр түгелме, ләкин ниндәйҙер таныш булмаған Өфөгә эләккәндәр... Беҙҙең ҡала исеме, бигерәк тә өҫкө регистрҙа, өҫтәүенә стилизацияланған формала яҙылғанда барыһына ла тиҙ генә аңлашылмай шул. Ул дарыу төймәләрен йәки шөрөптәрҙе хәтерләтеүсе һыҙыҡлы өс түңәрәккә оҡшаған. Шуға ла халыҡ телендә Өфөнө "өс дарыу төймәһе ҡалаһы" йәки "өс шөрөп ҡалаһы" тип йөрөтәләр.
       Шаяртыуы шаяртыу булып ҡалһын, ә шулай ҙа төшөнөргә кәрәк, ҡалабыҙ исеме нимәне аңлата икән? Кем уйлап тапҡан быны? Һәм уның рәсми тәржемәһе бар микән? Әйҙәгеҙ бергәләп асыҡлайыҡ.
       Бала сағымдан ҡала атамаһының әкиәткә тартым аңлатмаһы хәтеремдә. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр "Өфө" һүҙенең осраҡлы ғына килеп сығыуы тураһында һөйләне. Ҡарт бабай тауға менеп барған, арыған һәм, ауыр тын алып, "Уф" тигән. Артынса ҡолаҡҡа ҡатыраҡ әбейе атлаған. Бабайҙың ни әйткәнен ишетмәгәс, ҡабатлап һораған, имеш: "А?". Тап шул тау башында ҡәлғә төҙөп, уны нисек атарға белмәй баш ватҡан кешеләр ултырған. Улар ололарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен ишеткән дә, ҡыҫҡа репликаларын бергә ҡушҡан, һәм "Уфа" килеп сыҡҡан. Шунан бирле ҡалабыҙ шулай атала ла инде.
       Был әкиәт рәсми аңлатыуҙан алыҫ, әлбиттә. Бәлки Өфө халҡы ысынбарлыҡҡа яҡын башҡа төрлө аңлатма бирер?
       Алексей, 35 йәш:
       Боронғо күсеп йөрөүсе ҡәбиләләр республика биләмәләре аша үтеп барғанда, хәҙерге Өфө урынында торған ауылда бихисап НЛО (UFO) төшкәнен күргән. Шуға ла ауылға шундай исем биргәндәр ҙә инде! Борондан ҡалабыҙ UFO тип атала.
       Алина, 27 йәш:
       - Ҡалабыҙҙың ниңә Уфа тип аталыуын һаман берәү ҙә асыҡламаған, шикелле. Миңә "Уфа" һүҙе "эфа"ға оҡшаған һымаҡ (шундай йылан төрө бар). Бәлки, ҡасандыр ҡалабыҙ территорияһында йыландар күп булғандыр? Хәйер, бөгөн Өфөлә туҙбаш йыланды ғына осратырға мөмкин. Эфалар булды микән бында?
       Марина, 20 йәш:
       - Ҡалабыҙ ниңә улай аталғандыр, миңә ҡараңғы. Атаманы уйлап тапҡан кеше оҙаҡ баш ватырға теләмәгән, күрәһең. Исеме ҡыҫҡа, матур яңғырай. Һәм беҙгә ҡыҫҡа исемле ҡалала йәшәүе лә уңайлы. Еңел иҫтә ҡала, "Уфа" һүҙен хаталы яҙыуы ла мөмкин түгел.
       Роман, 19 йәш:
       - Уйлауымса, ҡала атамаһын аббревиатура кеүек ҡабул итергә һәм асыҡларға мөмкин. Мәҫәлән, Уральская фабрика акварели. Нисектер шулайыраҡ...
       Альбина, 21 йәш:
       - Ҡартатайымдың яратҡан һүҙе: "Уф, Алла". Был үҙенә күрә Аллаға мөрәжәғәт иткән кеүек. Бәлки ҡала исеме ошоға бәйлелер?
       Олег, 25 йәш:
       - Өфө ҡалаһы бик боронғо, шикелле. Башҡорт теленән тәржемәһе барҙыр әле, моғайын.
       Николай, 26 йәш:
       - Ҡала атамаһының башҡорт телендә яҙылған вариантына ҡарап, уның авторҙары ниндәйҙер тигеҙлеккә ынтылғандыр, тип уйларға була. Бәлки ҡала атамаһы гармония һәм тиңлек менән бәйлелер?
       ... Эйе-е, фараздар төрлө. Әммә беҙҙе башҡа ауыл-ҡалаларҙа йәшәгәндәрҙең фекере лә ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың ни уйлауҙарын белеү маҡсатында, "БАШвестЪ" интернет-форумдарҙың береһендә ошоға бәйле тема башланы. Ҡайһы бер интернет ҡулланыусыларҙың яуаптары йылмайыу тыуҙырҙы:
       "Уфа һүҙенең яңғырашы уфологияға оҡшаш, НЛО-ға бәйлелер. Һеҙҙең ҡалала, моғайын, төндә илереүселәр күптер йәки сит планета цивилизацияһы вәкилдәре йәшәйҙер. Шуға күрә ҡаланың атамаһы ла UFO".
       "Әгәр теманы артабан үҫтергәндә, ҡала халҡының яртыһы - сит ил планетаһынан, ҡалған яртыһы - УЕФА уйынсылары. Шулай ҙа һеҙҙең ҡалала футболды яҡшы уйнағандарын ишеткәнем булманы. Ә бына хоккей - быныһы бар!"
       "Ә һеҙ осраҡлы булһа ла, ҡалағыҙҙа паранормаль күренештәргә тап булғанығыҙ юҡмы?"
       "Атамаһы тураһында бер нимә лә әйтә алмайым. Әммә ҡалағыҙҙың таланттар ояһы булыуы - факт. Мин әллә күпме билдәле өфөлөләрҙе беләм: "Люмен" төркөмө, Юрий Шевчук һәм "ДДТ", Земфира... Ә күпме һәйбәт спортсыларығыҙ бар... НЛО-һыҙ барып сыҡмағандыр былар."
       "Өфөнөң Эрнст Юлдашевтың тыуған ҡалаһы булыуын хәтергә төшөрһәк, бөтөнләй шик ҡалмай... Уның беҙҙең заттан булмауы һәр кемгә билдәле."
       "Исем һәм фамилиялар серенә төшөнөргә тырышҡан кеүек, ҡала атамаларын өйрәнеүе лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Оҙаҡ һәм һөҙөмтәһеҙ!"
       Көлөп туйҙығыҙмы? Ә хәҙер был һорауға етди ҡарайыҡ. Әгәр ҡаланың исеме башҡорт телендә "Өфө" кеүек яңғырауын иҫәпкә алһаҡ, уны нигеҙләүселәр итальяндар булғандыр, тигән уй килә башҡа. Сөнки итальян телендә "F" хәрефе "еffe" (эффе) кеүек әйтелә. Өҫтәүенә шул уҡ телдән тәржемә иткәндә "еffe" - ул акустик музыкаль инструменттарҙа резонанслы тишектәр. Өфөлә бихисап таланттар ҡайҙан тыуа тиһегеҙ!
       Башҡортостан тарихы әсбаптарын һәм төрлө энциклопедияларҙы ҡарап сығығыҙ, республика баш ҡалаһы килеп сығышының тағы әллә күпме яңы версияларын табырһығыҙ әле. Бер ғалимдар Өфөнө Арҡайымдан килгән ура ырыуы нигеҙләүенә дәлилдәр килтерә. Һуңыраҡ ырыу исемендәге "р" "ф"-ҡа үҙгәргән дә, ҡала атамаһы барлыҡҡа килгән. Икенселәр Өфө нигеҙләнгән урынды элек иң эре башҡорт ырыуҙарының береһе - Меңле ырыуы төйәк иткән, тип яҙа. Шуға күрә беренсе ҡаланың исеме башҡорт һүҙе "уба"нан баш алыуы ла мөмкин.
       XVIII быуаттың билдәле рус ғалимы Петр Рычков Уфа атамаһы ҡала барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем үк булған, тип фараз итә. Ул Уфа һүҙе менән Ағиҙел йылғаһына ҡойған йылғаның аталыуын һәм был йылға эргәһендә төҙөлгән ҡалаға һуңынан уның атамаһы бирелеүен билдәләй. Был фаразды ҡеүәтләп, шуны әйтергә мөмкин - урыҫтарҙа йылға янында төҙөлгән ҡалаларҙы уның исеме менән йөрөтөү йолаға әйләнгән (мәҫәлән, Һамар йылғаһында Һамар ҡалаһы, Тобол буйында Тобольск). Ғалимдың һүҙҙәрен 1586 йылдағы разряд китабында яҙылған һүҙҙәр ҙә раҫлай ала. Ҡалалар исемлегендә беренсе тапҡыр "Уфа буйындағы яңы ҡала" ла иҫкә алына.
       Әгәр ҡала атамаһы йылғаға бәйле икән, тимәк, хәҙер йылға исеменең ҡайҙан килеп сығыуын белергә кәрәк. Бер фаразда Өфө һүҙенең тәржемәһе "ҡара һыу" булыуы тураһында әйтелә, Ағиҙел "аҡ һыулы йылға"ны аңлатыуын хәтергә төшөрһәк, бының тап шулай булырға тейешлеге аңлашыла ла һымаҡ. Тап ошо фараз 1865 йылда Ырымбур губернияһы китабында баҫылған. Әммә был ысынлап та шулаймы?
       Ахырҙа тулы яуап алыр өсөн, "БАШвестЪ" йәш ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының Ватан тарихы кафедраһы өлкән уҡытыусыһы Николай Щербаковҡа мөрәжәғәт итте. Ул ҡала атамаһына үҙенең ҡарашын белдерҙе:
       - Тарихсы-археолог Руф Игнатьев хәҙерге Өфө урынындағы ауылдың элек Торатау исемен йөрөтөүе (тәржемәлә "тау-нығытма") тураһында яҙып ҡалдырған. Ҡәлғә стенаһын төҙөгәндән һуң ул артабан Имәнҡала булып киткән. Шулай ҙа ҡаланың Өфө булып китеүен берәү ҙә аныҡ ҡына аңлата алмай. Бер фараз да төплө түгел. Мәҫәлән, профессор Виктор Филоненко ҡала атамаһының "өфәк" ("бәләкәй") һүҙенән килеп сығыуын фаразлай. Ҡала тәүҙә ҙур булмаған бит. Шулай ҙа имән ҡәлғә менән уратылған ҡаланың бәләкәй күренеүе шикле. Телсе-төркиәтсе Николай Дмитриев ҡала атамаһының төрки һүҙе "уба"ға бәйлелер, тип фараз итә. Фин-уғыр версияһында "Уфа" һүҙе "һыу" йәки "айыу йылғаһы" мәғәнәһен аңлата. Шулай ҙа халыҡ араһында әкиәти гипотеза киң таралған, уға ышанһаң, Өфө тауҙарының береһенә менеп, ташҡа ултырған да, тирен һөрткәс, шайтан: "Уф-ааа!" - тигән, имеш. Был фараздың да башҡаларҙан әллә ни ҡайтыш яғы юҡ...
       "БАШвестЪ" баш ҡалабыҙ атамаһы менән бәйле бар фараз һәм легендаларҙы бергә тупларға тырышты. Ҡайһыһына ышанырға, үҙегеҙ хәл итегеҙ!
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал