6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәт ойошмалары

Башҡорттар ҡоролтайы: берҙәм булайыҡ
29.01.10


       "Полковник Миҙәт Миңдияров" - республиканың Мәсетле районында урынлашҡан Салауат Юлаев менән Емельян Пугачевтың көрәштәштәренә арналған стелала ошондай исем таптым. Тәүге тапҡыр был исемде студент йылдарында тарихсы Нәзир Ҡолбахтин китабында күрҙем, шунан был Бүгәсәү полковнигының атайымдың ауылынан, Балаҡатай районынан булыуын белдем. Бер-ике йыл элек, ғаиләмдең шәжәрәһен өйрәнгәс, Миҙәт Миңдияровтың алыҫ ҡына туғаныбыҙ булыуын аңланым. Шуғалыр ҙа, был һәйкәлдә уның исемен уҡығас, мине тулҡынланыу хисе солғап алды. Ҡайҙалыр алыҫта, өс яҡтан урман уратҡан бейек тауҙа, ҡул осондағылай булып ҡышҡы ауыл күренеп торған ерҙә, ата-бабаларҙың алыҫ үткәненә ҡағылғандай тойҙом үҙемде.
       Был һәйкәл урындағы халыҡ һәм йәмәғәтселек тәҡдиме менән 2008 йылда асылған. Төҙөлөшкә аҡсаны урындағы хакимиәт һәм район халҡы йыйып биргән. Һәйкәл ҡуйыр алдынан Салауат Юлаевтың көрәштәштәре - ошо яҡта тыуғандар тураһында материалдар йыйыу буйынса етди тикшеренеү алып барылыуын әйтеү артыҡ булмаҫ. Был эштәргә билдәле ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм мәктәп уҡыусылары йәлеп ителгән. Һүҙ ыңғайы, Оло Ыҡтамаҡтың Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәйкәлде тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алған, был да, һис шикһеҙ, үҙенә күрә тәрән тәрбиәүи алым.
       Ә пугачевсыларға арналған стеланы барып күреү Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы сиктәрендә ойошторолдо. Был күсмә ултырышта башҡорттар ҡоролтайы рәйестәре, Ҡариҙел, Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы кеүек Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең башҡорттар ҡоролтайы етәкселәре, ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
       Ултырышта III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлектең төрлө аспекттары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы тарихын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта ҡатнашыусылар республика тәбиғәт һәйкәлдәре иҫәбенә уның төньяҡ-көнсығышындағы объекттарының етәрлек күләмдә индерелмәүен билдәләне.
       - Мәсетле районында махсус һаҡланған бер генә биләмә - "Ҡарағай" шифаханаһы бар, - тине "Урал" башҡорт милли үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, - улар күберәк булырға тейеш. Күп осраҡта был урындағы йәмәғәтселектең әүҙемлегенән тора.
       Ҡайҙалыр үҙәктә беҙҙә уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре барлығын белмәүҙәре тәбиғи, һәм был үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларын, тарихты яҡлап сығыу йәки уларға тейешле статус биреүҙе һорау урындағы халыҡтың, йәмәғәт ойошмаларының эше булырға тейеш. Анһат табыш, килем тураһында һүҙ барғанда, сәнәғәт предприятиеларының, ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың мәҙәни һәм тарихи мираҫ тураһында борсолмауы ғәҙәти хәл. Шуға күрә бындай эштәрҙең алдында йәмәғәтселек үҙе торорға тейеш. Стәрлетамаҡтағы "Сода" предприятиеһы өсөн сеймал сығанағы кәрәк булғас, Ишембай районындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы - Торатауҙы юҡ итергә йыйынғанда, башҡорт йәмәғәт ойошмаларының уны яҡлап сығыуы хаҡында һөйләне Риф Иҫәнов.
       - Торатау элекке замандарҙа башҡорт ырыуҙарының уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итә торған йыйын урыны булған. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының бер генә йәмәғәт ойошмаһы ла уны яҡлап хат яҙманы, - тип шелтәләне республиканың төньяҡ-көнсығышынан коллегаларын "Урал" башҡорт милли үҙәге рәйесе. - Беҙ эштәрҙе бергә башҡарырға тейешбеҙ, һәм әгәр тағы ла ошондай хәл-ваҡиға була ҡалһа, һеҙ үҙегеҙ өсөн тырышҡандағы кеүек сығыш яһарға тейешһегеҙ, улар ҙа шулай уҡ.
       Федераль һәм республика закондарын, республикала һаҡлаулы биләмәләр иҫәбен билдәләп, Риф Иҫәнов был һорауҙарҙа йәмәғәтселектең әүҙем булырға тейешлеген асыҡ күрһәтте.
       Был райондан тыуған яҡты өйрәнеү белгесе Марат Ғафаров төньяҡ-көнсығыш башҡорттары тарихынан ҡыҙыҡлы факттар килтерҙе.
       - XII быуатта йәшәгән дөйөм төрки аҡыл эйәһе Ҡол Ғәли әйле ырыуынан, - тине ул. - Беҙҙең, әйлеләрҙең, үҙебеҙҙең арҙаҡлы фәлсәфәсебеҙҙе онотоуыбыҙ йәл. Ә Татарстанда, Ҡазанда, Ҡол Ғәлигә һәйкәл ҡуйылған. Тажетдин Ялсығоловты улар мәғрифәтсе, тарихсы, татар халҡының табибы, бихисап китап яҙған педагог тип йөрөтә.
       Әйле шәжәрәһендә Тажетдин Ялсығолов атаһының Арша йылғаһының Әйгә ҡойған ерҙә урынлашҡан ауылда тыуыуы хаҡында яҙа. Тимәк, ул Силәбе өлкәһенең Кусинск районында тыуған булып сыға. 2012 йылда уның тыуыуына - 245, 2017 йылда 250 йыл тула.
       Марат Ғафаров ҡошсо ырыуынан ғалим Ҡошсо Ғәле тураһында ла әйтеп үтте, ул XV быуатта Олуғбәктә эшләүсе бөйөк математик иҫәпләнгән. Ул да һаман өйрәнелмәгән шәхестәрҙең береһе булып ҡала.
       Был яҡтарҙың арҙаҡлы шәхестәренең исемлеген артабан дауам итергә лә булыр ине. Әммә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының күсмә ултырышында ҡатнашыусыларҙың билдәләүенсә, һуңғы арала Башҡортостан тарихына үҙ өлөшөн индереүселәргә ҡара яғырға маташыусылар күбәйҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостан тарихының арҙаҡлыларын, шулай уҡ Башҡортостан етәкселеген дискредитацияларға тырышыусыларға кисектермәҫтән яуап биреүҙе талап итте. Шулай уҡ республика йәмәғәтселеге Дәүләт Думаһындағы ҡайһы бер депутаттарҙың Рәсәй Федерацияһы субъекттарын эреләтеү тәҡдименә ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе. Бындай мәсьәләләр сәйәси кулуарҙа ғына хәл ителер урынына, тикшереү өсөн бөтә Рәсәй халҡына сығарылырға тейеш.
       Йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә лә урын бирелде ултырышта. Мәктәп музейҙары эшен, һәйкәлдәрҙе тәрбиәләүҙе уҡыусыларҙың үҙ өҫтөнә алыуын ыңғай баһаланылар, бер нисә проблема ла ситтә ҡалманы.
       - III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына барасаҡ делегаттарҙың 30 проценты йәштәр булырға тейеш, был форумда йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуына булышлыҡ итеү мөһим, - тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин. - Төньяҡ-көнсығыш төбәктә негатив күренештәр бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың был төбәк райондары юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн билдәләнгән квоталарҙы етерлек күләмдә ҡулланмаған. Тимәк, һеҙҙең йәштәрегеҙ Башҡортостанға ориентирланмай, күпселеге Екатеринбургҡа һәм Силәбегә китә.
       Азамат Ғәлин район хакимиәте етәкселеген һәм йәмәғәтселекте был мәсьәлә буйынса йәштәр менән әңгәмә алып барырға саҡырҙы. Быйылғы йылдың июнендә үтәсәк башҡорттар форумының уңышы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының күсмә ултырыштарында хәл ителгән мәсьәләләргә бәйле булыуы билдәләнде.
       Ринат Исҡужин фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал