6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Геройҙарға наградалар
28.01.10


       - Әле шундай ауыр ваҡыт, әммә һеҙ беҙҙе, ҡарттарҙы, онотмайһығыҙ, - тине республика Президенты Мортаза Рәхимовҡа Сибайҙан килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александра Сидоренкова, шатлыҡтан күҙ йәштәрен һөртөп. - Бик ныҡ хәстәрлек күрәһегеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Сибайҙан 19 ветеран, шул иҫәптән мин дә, фатир алдыҡ. Әлеге ваҡытта документтары рәсмиләштерелә! Мин бик бәхетле! Республикала ветерандар бик аҙ ҡалдыҡ. Бөтәбеҙҙең дә ейәндәре, бүләләре бар. Был азатлыҡты беҙ улар өсөн яуланыҡ. Яу яландарында бик күптәрҙе юғалттыҡ, әлбиттә. Ләкин улар Ер йөҙөндә тыныслыҡ булдырыр өсөн башын һалды. Һәм беҙҙең быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Йылдар үткән һайын ветерандар рәте һирәгәйә. Шулай ҙа мин Еңеүҙең 70 йыллығын да байрам итергә яҙыр беҙгә, тип өмөтләнәм!
       Александра Алексеевна һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 29 ветеранға республика башлығы Мортаза Рәхимов кисә "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл" юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
       - Ҡәҙерле ветерандар, һеҙҙе беҙ тантаналы рәүештә миҙалдар тапшырыу өсөн саҡырҙыҡ, сөнки тап һеҙ был юғары дәүләт наградаһын тәүгеләрҙән алырға тейешһегеҙ, - тине БР Президенты. Мәңгелелек бурыслы беҙ һеҙҙең алда. Халыҡтың үлемһеҙ батырлығы кеүек әхлаҡ дәресен бер һүҙ менән баһаларлыҡ түгел. Йәштәр менән алып барылған идеологик, тәрбиәүи эштәрҙе беҙ һеҙҙең өлгөлә ҡорорға бурыслыбыҙ. Үҫеп килеүсе йәш быуын совет халҡы геройҙарының батырлығы тураһындағы дөрөҫлөктө белергә тейеш. Дан һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, алдығыҙҙа баш эйәм! Һеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ, һеҙ - бөгөнгө һәм иртәгәһе быуын Ватанды һаҡлаусыларға өлгө!
       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юбилей миҙалы ил Президенты Дмитрий Медведевтың уҙған йылдың 4 мартындағы Указы менән булдырылғайны. Һәм быйылғы йылдың 9 майына тиклем һуғыш ветерандарының барыһы ла был награданы аласаҡ.
       Иҫтәлекле миҙалды тәүгеләрҙән булып алыу бәхете тейгән һуғышта ҡатнашыусылар шатлыҡлы хис-тойғоларын йәшермәне.
       - Бөгөн беҙгә ғүмеребеҙ тарихының, халҡыбыҙ батырлығының символы булған иҫтәлекле миҙал тапшырҙылар, - тип "БАШвестЪ" менән тәьҫораттарын бүлеште Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Александра Абакумова. - Был миҙалды алғас, йәнә ауыр һуғыш йылдары хәтергә төштө, һәм беҙ Бөйөк Еңеүебеҙ өсөн тағы бер тапҡыр ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек!
       - Александра Андреевна, фронтҡа нисек эләгеүегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
       - 1942 йылдың апрелендә фронтҡа үҙем теләп киттем. Минең менән бергә йылға училищеһынан тағы 12 ҡыҙ китте. Беҙҙе ҡалырға өгөтләнеләр, әлбиттә, хатта армияға алырға теләмәнеләр. Әммә ҡыйыу булдыҡ! Һуғыш ваҡытында мин зенит артиллерияһында хеҙмәт иттем, зенит-артиллерия уты менән етәкселек итеүсе приборҙар идараһы командиры булдым.
       - Ә Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршыланығыҙ?
       - Еңеү көнөндә беҙ Свободный ҡалаһынан алыҫ түгел Байкалда инек. Алыҫ Көнсығышҡа юлланғайныҡ. Эшелон Байкалда туҡтағас, халыҡ беҙҙе ҡамап алды. Үҙҙәре ҡыуана, беҙҙе вагондарҙан тартып сығара, ҡотлай. Башта эш нимәлә икәнен аңламай торҙоҡ. Советтар Союзының фашистик Германияны еңеүен белгәс, шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы.
       - Еңеүҙе оҙаҡ байрам иттегеҙме?
       - Юҡ, ни бары ике сәғәт. Халыҡ беҙҙе балыҡ менән һыйланы. Шунан һуң команда буйынса эшелонға тейәлдек тә, Алыҫ Көнсығыш фронтына киттек.
       - Еңеү байрамында Өфөлә хәрби парад үтә, һеҙ ҙә ҡатнашаһығыҙмы?
       - Әлбиттә, был беҙҙең изге бурыс. Сөнки беҙ - ветерандар - тарихтың бер өлөшө. Еңеүгә юл еңел булманы, беҙҙең тырышлыҡ арҡаһында бөгөн барыбыҙ ҙа тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ.
       Нурғәле Мөхәррәмов миҙалдар тапшырыу тантанаһына Дәүләкән районынан килгән. Ул беҙҙең гәзиткә һуғышта үҙе менән булған ваҡиғаларҙы һөйләне:
       - Һуғышҡа тиклем дә мин Дәүләкәндә йәшәнем, хәрби хеҙмәттән дә тыуған еремә әйләнеп ҡайттым. Армияға 1942 йылда саҡырҙылар. Һалдаттарҙы төрлө ергә тәғәйенләгәндә, мин Сорочинск зенит- пулемет училищеһына эләктем. Тиҙләтелгән программа буйынса зенитсы-пулеметсыға уҡыттылар.
       - Һеҙ ҡайҙа һуғыштығыҙ?
       - Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа, Курск дуғаһында, Бессарабия, Румыния, Венгрия, Чехословакияла булдым. 1945 йылдың 17 февралендә яраландым һәм башҡа фронтҡа эләкмәнем. Һауығып сыҡҡансы һуғыш тамамланғайны. Яраларым ауыр ине, ике аяғымды ла паралич һуҡты. Оҙаҡ дауаланырға тура килде. Дауахананан тура Дәүләкәнгә ҡайттым. Һуғышҡа тиклем тимерлектә балта оҫтаһы инем, йәрәхәттәрем арҡаһында һөнәремде алмаштырырға мәжбүр булдым. Мәктәпкә урынлашып, унда 42 йыл эшләнем. Заманында мәктәп директоры ла булдым, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алдым.
       - Туғандарығыҙ ҙа һуғышта ҡатнаштымы?
       - Эйе, оло ағайым Мостафа 1943 йылда һәләк булды. Тағы бер ағайым, Әхмәтсафа, контузия алды һәм һуғыштан һуң мәрхүм булды. Мин, Аллаға шөкөр, иҫән ҡалдым. Һәм бөгөнгө тапшырылған миҙал - һуғыш ваҡытындағы батырлығыбыҙҙы таныу ул.
       Илеш районы ветерандары Советы рәйесе Хәниф Хафизов "БАШвест"ҡа йәштәргә патриотик тәрбиә биреү тураһында һөйләне.
       - Илеш районы ветерандары үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнә, - тип билдәләне ул. - Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата ветерандар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Һуғышта ҡатнашыусылар мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһай, һуғыш тураһында бар дөрөҫлөктө һөйләй. Илеш районынан фронтҡа ун меңгә яҡын кеше киткән, ә кире әйләнеп ҡайтыусылар биш мең генә. Хәҙер ни бары 127 ветеран тере ҡалған. Һуғышта ҡатнашҡан иң йәш яугирға 84 йәш, иң олоһо июлдә бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Теребеҙ икән, мөмкин тиклем күберәк йәштәр менән осрашырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Хәҙер бит Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төрлө фекер ишетергә мөмкин. Һәм беҙҙең маҡсат - Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын йәштәргә еткереү. Беҙ Ватан өсөн яуға сыҡтыҡ, халҡыбыҙҙы һаҡланыҡ.
       - Ҡасан армияға саҡырҙылар һеҙҙе?
       - 43-сө йылда. Миңә 17 тулғайны. Мәктәпте тамамлап, өс ай уҡытыусы булып эшләргә өлгөрҙөм. Һуғыш ваҡытында уҡытыусылар етешмәне бит. Ә 5 ноябрҙә саҡырыу килде. Мине өсөнсө Балтика буйы фронтына ебәрҙеләр. Ябай окоп һалдаты булдым. Балтика буйын дошмандан азат иткәс, беҙҙе резерв ғәскәрҙәренә теркәнеләр. 1950 йылда демобилизацияландым.
       - Яраландығыҙмы?
       - Бәхетле кеше мин. Башыма ғына еңелсә яраландым. Госпиталгә лә ебәрмәнеләр. Окоптың үҙендә дауаланылар.
       - Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршыланығыҙ?
       - Ригала ҡаршыланым Еңеүҙе. Беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды ул.
       - Демобилизацияланғандан һуң нимә менән шөғөлләндегеҙ?
       - Тыуған Илешемә ҡайттым һәм ситтән тороп педагогия институтына уҡырға индем (әле Аҡмулла исемендәге БДПУ). Уҡытыусы ла, мәктәп директоры ла, РОНО мөдире лә булырға тура килде...
       Наградалар тапшырылғандар араһында БАССР-ҙың элекке мәғариф министры Сабир Йыһаншин да бар ине.
       - Фронтҡа мине 1943 йылда алдылар, - тип һөйләне беҙгә Сабир Шәйәхмәт улы. Мин Благовещен пулеметсылар училищеһын тамамланым, артынса 15-се Гвардия уҡсылар дивизияһына хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Беҙ Курск дуғаһындағы, Харьковты алғандағы, Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡандағы, Украинаның һул яҡ ярын азат иткәндәге һәләкәтле һуғыштарҙа ҡатнаштыҡ. Днепрҙағы яуҙа ҡаты йәрәхәтләндем. 19 йәшемдә II төркөм инвалиды булдым. Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Магнитогорскиҙа пединститут бөттөм, уҡытыусы булып эшләнем, партия хеҙмәткәре булдым, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Ә 1971 йылдан 1985 йылға ҡәҙәр БАССР-ҙың мәғариф министры вазифаһын башҡарҙым.
       - Туғандарығыҙҙан кемдәр һуғышта булды?
       - Ике оло ағайым фронтта һәләк булды. Күп яҡташтарым да яу яланынан әйләнеп ҡайта алманы бит инде. Курск өлкәһенең Никольское ауылы эргәһендә беҙҙең дивизияның ике меңгә яҡын һалдаты ерләнгән туғандар ҡәберлеге бар. Шуларҙың күптәре - Башҡортостандыҡылар. Үкенескә күрә, һуғышта ҡатнашыусылар хәҙер әҙ ҡалып бара. Башҡортостанда ни бары 12370 ветеран йәшәй. Бөгөн беҙгә тапшырылған иҫтәлекле миҙалдар беҙҙең иңгә төшкән ҡыйынлыҡтарҙы хәтергә төшөрә. Һәм беҙ бер ҡасан да һуғыш булмаһын, киләсәк быуын тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәһен, тип теләйбеҙ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал