6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

65 йыл тыныслыҡта
27.01.10


       Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын тантаналы байрам итеүгә өс айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында ла юбилейға әҙерлек бара. Шул иҫәптән, Башҡортостандың баш ҡалаһында ла. Беҙҙә юбилейлы датаға арналған саралар планы раҫланған, хәрби парад менән байрам концертының репетициялары башланған. Был турала журналистарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ултырышында хәбәр иттеләр.
       БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә республикала 12370 ветеран йәшәй, шулар иҫәбендә 6752 һуғышта ҡатнашыусы, 3698 һуғыш инвалиды, хәрәкәт итеүсе армия составына ҡарамаған частәрҙә хеҙмәт иткән 1383 хәрби хеҙмәткәр, концлагерҙың 287 бәлиғ булмаған тотҡоно һәм "Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә" билдәһе менән бүләкләнеүселәр бар. Бынан тыш, республикала һәләк булған (мәрхүм) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм һуғыш инвалидтарының 32 мең ғаилә ағзаһы, шулай уҡ һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт иткән 79 мең хеҙмәтсән иҫәпләнә.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов федераль һәм республика ҡануниәте менән билдәләнгән сооциаль ярҙам саралары ветерандарға ваҡытында һәм тулы күләмдә бирелә, тип ышандырҙы. Бының тап шулай булыуына һәр кем инана ала.
       Иң мөһим фатир мәсьәләһенән башлайыҡ. Билдәле булыуынса, 2010, 2011, 2012 йылдарға бюджетты иҫәпләгәндә РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә саралар етерлек күләмдә табыласаҡ, тип вәғәҙә биргәйне. Ә РФ Президенты Дмитрий Медведев уның һүҙҙәрен үҙенең мөрәжәғәтендә тағы бер тапҡыр раҫланы. Һәм әлеге ваҡытта ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәр республикала бар ҡеүәтендә бара.
       - 2005 йылдан 2009 йылға тиклемге арала 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торған 463 һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалид фатир алған - тип билдәләне Фидус Ямалетдинов. - Йәнә 35 ветеранға торлаҡ һайланған, әлеге мәлдә документтары рәсми теркәлеү үтә. Шулай булғас яҡын арала улар ҙа яңы фатирлы буласаҡ.
       Ләкин бының менән генә сикләнмәйәсәк министрлыҡ. Сөнки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙың күпселеге 2005 йылдың 1 мартынан һуң ғына сиратҡа баҫҡан. Уҙған йыл дауамында ведомство был категория граждандары иҫәбенә даими мониторинг алып барған. Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының БР буйынса бүлеге менән берлектә тикшергәндән һуң, һуғыш ветерандары исемлеге РФ төбәк үҫеше министрлығына ебәрелгән. Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата, был исемлеккә 1049 кеше өҫтәлгән. Вице-премьер уларҙың да яҡын арала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуына ышанысын белдерҙе.
       Уҙған йыл дауамында ветерандарҙың, һуғыш инвалидтарының, тол һалдат ҡатындарының, тыл хеҙмәтсәндәренең торлаҡ шарттарын тикшереү ҙә алып барылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисермәгәндәргә торлаҡты, ихатаны ремонтлау, йорт яны хужалығын төҙөкләндереү һәм башҡа төрлө социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Дөйөм алғанда 2525 ветеран иҫәпкә алынған, шуларҙың 1285-енә уҙған йылда тейешле ярҙам күрһәтелгән. Ветерандарҙың йорт-ҡураһын төҙөкләндереү эше республика йәштәренең "Яҙғы изгелек аҙнаһы" социаль акцияһы нигеҙендә дауам ителәсәк.
       РФ Президентының 2008 йылдың 6 майындағы Указы менән медицина күрһәтмәләренә ярашлы һуғыш инвалидтарын автотранспорт саралары менән тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ямалетдинов әйтеүенсә, беҙҙең республикала был эш тулыһынса атҡарылған. Еңел автомобилдәр менән 320 һуғыш инвалиды тәьмин ителгән. Тағы ла 99 ветеран 100 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация алған.
       "Ветерандар тураһында"ғы Федераль законға ярашлы Рәсәй Пенсия фонды һуғышта ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға ай һайын түләүҙәр башҡара. Уның күләме ветеран категорияһына ҡарап, 927 һумдан 3088 һумға тиклемге сумманы тәшкил итә. Ветерандарға шулай уҡ торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ярҙам күрһәтелә. Уҙған йылда бының өсөн 234 миллион һум бүленгән.
       Быларҙан башҡа, айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр ҙә башҡарыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, шулай уҡ фашизмдың бәлиғ булмаған тотҡондары мең һум ала. Ә хәрәкәт итеүсе армия составына ҡарамаған частәрҙә хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәргә, "Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә" билдәһе менән бүләкләнеүселәргә, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Японияға ҡаршы һуғышта һәләк булған һалдаттарҙың тол ҡатындарына, үлеп ҡалған (мәрхүм) һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалидтарҙың ҡатындарына, фашизмдың бәлиғ булған тотҡондарына 500 һум түләнә.
       Быларҙан тыш, төбәктә федераль закон менән ҡаралмаған өҫтәмә ярҙам саралары ла бар. Һуғыш инвалидтары - 736 һумдан алып 1473 һумға тиклем, фронтовик ҡатындар 1281 һум күләмендә пенсияһына ай һайын өҫтәмәләр ала.
       "Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында"ғы БР Законына ярашлы уҙған йылда 32 мең тыл хеҙмәтсәненә социаль ярҙам күрһәтелгән. Улар торлаҡ бина һәм коммуналь түләүҙәргә аҡсалата компенсация менән бергә ай һайын бирелә торған аҡсалата түләүҙәр алған.
       Уҙған йылда Еңеү көнөн байрам итеү менән бәйле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә РФ Песия фонды иҫәбенән 5,1 миллион һум күләмендә социаль ярҙам күрһәтелгән. Бындай ярҙам быйыл да көтөлә.
       Вице-премьер һүҙҙәре буйынса, республика етәкселеге ветерандарҙың сәләмәтлеген дә ҡайғырта. Һуғышта ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә 176 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һәм ун меңдән ашыу табип ҡатнаша. Ветерандарҙы амбулатор һәм стационар дауалау сираттан тыш башҡарыла. Стационар дауалау өсөн ҡала һәм райондарҙың дауалау-профилактик учреждениеларында 1067 урын бүленгән. Махсуслаштырылған медицина ярҙамын ветерандар республиканың бар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм, шулай уҡ Өфөнөң ҡала һуғыш ветерандары госпиталендә, Өфө һуғыш ветерандары туберкулез госпиталендә лә алыу мөмкинлегенә эйә. Уҙған йылда шифахана-курорт дауаһын алғандар исемлегендә 1152 ветеран һәм 481 тыл хеҙмәтсәне бар. 9 майға ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарҙың барыһы ла дарыуҙар йыйылмаһы менән тәьмин ителәсәк.
       Ә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына килгәндә иһә, әлеге мәлдә байрам саралары планы раҫланған. 9 майҙа Өфөлә һуғыш ветерандары ҡатнашлығында хәрби парад һәм БР сәнғәт оҫталарының концерты, ветерандарҙы тантаналы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Бынан тыш, концерт һәм театрлаштырылған тамашаларҙы ҡалабыҙҙың һәр паркында, майҙандарында үткәреү ҙә ҡаралған.
       - Бөгөнгө көндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының байрам сараларында ҡатнашыуҙарын ойоштороуҙы һораған күп һанлы мөрәжәғәттәрен ҡабул итәбеҙ, - тине Фидус Ямалетдинов. - Шуға күрә республиканың бар ҡала һәм райондарынан юбилей тантанаһында ҡатнашыу өсөн һуғыш ветерандарын Өфөгә килтереү тураһында ҡарар иттек. Дөйөм алғанда яҡынса 260 ветеранды саҡырырға ниәтләнәбеҙ. Уларҙың һәр береһенә иҫтәлеккә Бөйөк Ватан һуғышындағы өлгөлә логотип сигелгән гимнастерка бүләк ителәсәк.
       Вице-премьер әйтеүенсә, Еңеүҙең 65 йыллығын лайыҡлы билдәләү беҙҙең атайҙар һәм ҡартатайҙарға тәрән ихтирам билгеһе булырға тейеш.
       - Беҙҙе онотмағанға, иғтибарынан ҡалдырмағанына мин бик шат, - тип "БАШвестЪ" менән тәьҫораттарын уртаҡлашты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Илгизәр Хәйеров. - Рәсәй Хөкүмәте Еңеү байрамына аҡсалата бүләк, ә Башҡортостан Хөкүмәте миҙалдар тапшырасаҡ, тип ишеткәйнем. Был бик һәйбәт. Иртәгә Орджоникидзе районы хакимиәте кәңәшмәһендә байрам саралары планы тикшереләсәк. Мәгәр үҙем унда әүҙем ҡатнашырға иҫәп тотам. Еңеү байрамына йәштәр күберәк килһен ине. Йәштәр заманында Ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашһын өсөн нимәләр эшләүебеҙҙе аңлаһын. Хәҙерге йәш быуынға һуғышты күрергә яҙмаһын, тыныслыҡта һәм именлектә йәшәһен, тигән теләктәмен.

Елена Колоколова.
Фото www.artehdok.narod.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал