6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Раил Сарбаев: ябыҡ темалар юҡ
26.01.10


       - Ябыҡ темалар юҡ - һорағыҙ, - тип журналистарҙы диалогҡа саҡырҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. Өфөлә премьерҙың оҙаҡ көтөлгән матбуғат конференцияһы журналистар көткәндән дә һәйбәтерәк кимәлдә уҙҙы. Ике сәғәт ярым дауамында Раил Сарбаев уҙған йылда республика үҫеше йомғаҡтары һәм алдағы йылға пландар тураһында һөйләне. Шул арала ул Республика Йортоноң конференц-залында йыйылған 80 кешенең - алдынғы киң мәғлүмәт саралары редакторҙары һәм хәбәрселәренең һорауҙарына ла яуап биреп өлгөрҙө.
       - Көрсөктөң киҫкен мәле үтте, шулай ҙа иҡтисади хәлдең тотороҡланыуы тураһында һөйләүе иртәрәк, - тине премьер, тәүге һорауға яуап итеп. - Көрсөккә тиклемге 2007-2008 йылдар кимәленә ҡайтыу өсөн, Рәсәйгә сәнәғәт производствоһы индексын йыл һайын ете процентҡа арттырырға кәрәк, тулайым эске продукцияныҡын - биш процентҡа.
       2009 йылда бар хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың килеме 2008 йыл кимәле менән сағыштырғанда ни бары 44,9 процент тәшкил итте. Шулай ҙа бөгөн үк республика иҡтисады көрсөккә ҡаршы тора алды, тиергә мөмкин, башҡа төбәктәр эргәһендә лә беҙ насар күренмәйбеҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан көрсөккә ҡаршы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған 14 төбәк исемлегенә индерелгән. Билдәле рейтинг агентлыҡтары беҙҙең төбәкте инвесторҙарҙы йәлеп итеүсе алдынғы өс федерация субъекты иҫәбенә индерһә, федераль бюджетты килем менән тәьмин итеү буйынса республика илебеҙҙә алтынсы урында.
       2010 йылға республика бюджеты 13 миллиард һумдан ашыу дефицит менән иҫәпләнгән. Был бушлыҡты нисек тултырырға йыйынаһығыҙ, тигән һорауға, төп өлөшөн - 11,6 миллиард һумды республика резерв иҫәбенән ҡаплаясаҡ, тип яуап бирҙе премьер. Ҡалғандары элек бюджеттан бирелгән кредиттарҙы кире ҡайтарыу, акциялар һәм тышҡы займдарҙы һатыу юлы менән ҡаплана.
       - Төбәктең кредит тарихы һәйбәт, һүҙ тейҙермәҫлек, - тип билдәләне Раил Сарбаев.
       Көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар тураһындағы һорауға яуапты премьер иң ҙур зыян күргән тармаҡ - төҙөлөштән башланы. Уҙған йылда бындағы эштәр күләме 20-нән ашыу процентҡа кәмегән, шулай ҙа республикала торлаҡ төҙөлөшө тиҙлеген 2008 йыл кимәлендә ҡалдырырға форсат тапҡандар. Был күпселек осраҡта республикала аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөнә һәм, атап әйткәндә, "Үҙ йортом" программаһына бәйле. 2009 йылда был программа нигеҙендә 500 йорт төҙөлгән, 2010 йылда уларҙың иҫәбе ике меңгә етеүе күҙаллана. Төҙөлөш географияһы ла киңәйтелә: әгәр былтыр аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө Өфөнөң өс районында - Шамонино, Жуково һәм Дорогинола барһа, быйылғы йылда иһә Өфөгә яҡын өс торама пунктта - Йоматау, Зубово, Мармылево янында төҙөлөш эштәре башланасаҡ, артабан был программа эшмәкәрлеге бар республикала йәйелдереләсәк. Шуның менән бергә премьер программа эшкәртеүҙе талап итә, тип билдәләне. Мәҫәлән, бөгөн ҡаралама вариантындағы йорттоң минималь хаҡы ла ярайһы юғары - 572 мең һум. Әгәр өлөшләп түләр өсөн республиканан алынған торлаҡ сертификаты 300 мең һум булһа, тәүге иғәнә 272 мең һум булырға тейеш. Уртаса 10-15 мең һум эш хаҡы алыусы бюджетта эшләүсегә был сумманы йыйыуы ауырға төшә.
       - Программаны ябайлаштырырға һәм хаҡын арзанайтырға кәрәк, бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәр ғаиләһенең асылдағы мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу зарур, - тигән бурыс ҡуйҙы Раил Сарбаев һәм быйыл бойомға ашырыласаҡ тағы бер социаль программа - "Шәхси хужалыҡ" тураһында һөйләп үтте. Исеменән үк барыһы ла аңлашылалыр. Бөгөн Башҡортостанда 500 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә, улар өлөшөнә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең дөйөм күләменең 60 проценты тура килә. Республика бюджетынан артабан граждандарға лизингы буйынса, беренсе взносты 10 процент күләмендә индереп, 5-10 йылға бүлеп түләү иҫәбенән кәрәкле техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүленәсәк.
       Бәләкәй эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләгәндә, Премьер-министр алдағы йылдар менән сағыштырғанда 2009 йылда уның үҫешенә 20 (!) тапҡырға күберәк аҡса бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һөҙөмтәлә башҡа төбәктәрҙә бәләкәй эшҡыуарҙар бер-бер артлы банкротлыҡҡа сыҡҡанда беҙҙең республикала бындай субъекттар иҫәбе туғыҙ процентҡа артҡан. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 125 бәләкәй предприятиеның эшләүе билдәле. Улар тулайым төбәк продуктының 11 процентын эшләп сығара, ә эш менән тәьмин ителгән хеҙмәткәрҙәр иҫәбе 330 меңдән аша.
       Республикала инвестицион проекттарҙы бойомға ашырыу арҡаһында йәнә 60 мең эш урыны булдырылыуы күҙаллана. Көрсөк шарттарында байтаҡ төбәктәр инвестицион проекттарҙы туҡтатҡан, Башҡортостанда иһә 600 миллиард һумлыҡ суммаға 78 мегапроект эшкә ҡушылған.
       Барыһы бер юлы - аҙ ҡатлы төҙөлөш, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу - эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә. Премьер хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙең ярайһы көсөргәнешле булыуын таныны. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 44 меңгә етә - был иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 2,1 проценты. Был проблема производствоһы кәмегән һәм әлеге мәлдә етәкселәр өҫтәмә иғтибар биргән моноҡалаларҙа киҫкенерәк тора. Республиканың өс ҡалаһы - Ағиҙел, Күмертау, Межгорье бындай территорияларға ярҙам итеү буйынса федераль программаға индерелгән. Башҡортостанда бындай монопрофилле 12 торама пункт бар.
       Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика халҡы киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Был хаҡта тыуымды билдәләүсе һандар тулыраҡ һөйләй. Был цифр 2000 йылдан башлап даими үҫә, һәм 2009 йылда беҙҙең төбәктә 55 мең сабый яҡты донъяға килгән. Ошоға бәйле балалар баҡсаһында урындар иҫәбенең бер мең ярымға артыуы ла шатлыҡлы күренеш. Үткән йылдарҙа икенсе тармаҡҡа бирелгән 13 бина мәктәпкәсә учреждениеларға кире ҡайтарылған, яңы алты баҡса сафҡа индерелгән. Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсаһын асыуҙан тыш, Раил Сарбаев бала табыу йорттарын етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы ла мөһим бурыстарҙың береһе, тип билдәләне. Шулай уҡ балаларҙың йәйге ялы хәҙер тулыһынса республика һәм муниципалитеттар иҫәбенән финансланһа ла, йәш башҡортостанлылар йәйге каникулдарында ялһыҙ ҡалмаясаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
       Премьер ветерандарҙы ла шатландырҙы. 9 майға тиклем үк 90 кеше яңы фатир аласаҡ. 2009 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 339 яугир торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, сиратта йәнә меңдән ашыу кеше ҡала, уларға ла республика мотлаҡ ярҙам итәсәк. Быйылғы Еңеү байрамы юбилейлы булғанға күрә, ветерандарҙы һәм Башҡортостан халҡын һәм республика ҡунаҡтарын күңелле сюрприздар һәм байрам саралары көтә - атап әйткәндә, хәрби парад.
       2010 йылға пландарҙы барлап, Раил Сарбаев дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы асылыуы тураһында ла әйтеп үтте. Бала тыуғанда йәш ғаиләгә субсидия билдәләү һәм торлаҡ алыуға төрлө ташламалар кеүек хеҙмәт төрҙәре электрон формаға күсереләсәк.
       "Башҡортостандың социаль картаһы" проекты ла артабан үҫешәсәк - был картаны ҡулланыуҙың өҫтөнлөгөн республика Рәсәй кимәлендә раҫланы. Ә бына милли футбол командаһы булдырылыуын яҡын киләсәктә көтөргә кәрәкмәй.
       - Был спорт төрөн үҫтерергә, заманса стадион төҙөргә теләк бар. Әммә ҡул аҫтында милли команда булдырыу ҡиммәткә төшә, һәм бөгөн беҙ был юлға барырға әҙер түгелбеҙ, - ти премьер.
       Был матбуғат конференцияһы - Раил Сарбаевтың журналистар менән киңәйтелгән форматта тәүге осрашыуы. Быға аптырарға ла түгел - Раил Сарбаевтың БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүенә йыл ярым ваҡыт үткән. Был посҡа ул 2008 йылдан, бөтә донъя финанс көрсөгө алдынан килгән. Премьерҙың үҙе әйтеүенсә, ошоға бәйле барлыҡҡа килгән ҡыйынлыҡтарҙы ул артыҡ ғауғаға бирелмәйенсә ҡабул иткән. Яуаплылыҡтың күпкә артыуы ғына етди һынау булған:
       - Тәүҙә психологик яҡтан ауыр ине: һуңларға хоҡуғың юҡ, нимәнелер яңылыш әйтергә... Ә барыһы ла һин уйлағанса көйлө барғанда инде, эшеңдән ҙур ҡәнәғәтлек алаһың.
       Әңгәмәне тамамлап, журналистар һорауы буйынса Раил Сарбаев өс балаһы - ике улы, бер ҡыҙы булыуы тураһында һәм уларҙы атаһына арҡаланмайынса, барыһына ла үҙ аллы ирешергә өйрәтеүе хаҡында һөйләне.
        Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал