6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Алексей Чудов: "Максим әҙер!"
25.01.10


       Рәсәй ҡышының геройы, биатлонда Өфө һәм Михайловканың төп ышанысы дүрт йыллыҡ уйындарына ғәҙәттәгесә әҙерләнгән. Бер миҙал булһа ла яулар өсөн ул Ванкуверҙа барыһын да эшләргә әҙер.
       Канадалағы уйындарҙа Максим бөтә Рәсәй, Башҡортостан, тыуған Михайловкаһы һәм әле йәшәгән Өфөһө өсөн сығыш яһаясаҡ. Әммә уны уңышлы сығыш яһауға, шулай ҙа, иң яҡындарын - ата-әсәһен, һеңлеһен, ҡустыһын һәм һөйгәнен ҡыуандырыу теләге этәрәлер, моғайын.
       Беҙ Максимдың ҡустыһы - Алексей менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Өфө биатлоны лидерын унан да яҡшыраҡ белгән кешене табып булмаҫ. Ул үҙе лә донъя кимәлендәге оҫта атыусы саңғысы булыр ине, әммә етди йәрәхәт алыуы арҡаһында, Алексейға сығыштарын тамамларға тура килгән.
       - Үҙенә ҡарағанда, Макс тураһында һеҙ тулыраҡ мәғлүмәт бирә алаһығыҙҙыр, тип уйлайым. Ни тиһәң дә ағай, ситтән ҡарағанда күберәк тә күренәлер. Уның әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ, Ванкуверҙа уңышлы сығыш яһай алырмы?
       - Максим өсөн борсолабыҙ, әлбиттә. Ул әле кәрәкле формала һәм ярышҡа әҙер. Шундай уҡ шәхси уҙышта өс тапҡыр сәпкә тейҙермәүе арҡаһында ул етенсе урынға ҡалғайны. Бындай хаталар өсөн һәйбәт һөҙөмтә был, өсәр хата ебәргәндәр араһында ла иң яҡшы күрһәткес.
       Ошо арала донъя кубогының һуңғы этабы тамамлана, һәм әҙерлек этабы башлана. Биатлон буйынса тәүге олимпия старттары 12 февралгә билдәләнгән. Макстың тиҙлеге көслөләрҙекенән кәм түгел, әммә норвегтарҙың күрһәткестәренә бер нисек тә етеп булмай. Уларҙың уңыш серен нисек аңлатырға ла белмәйем.
       - Биатлонда дөйөм көстәр нисбәте тураһында нимә әйтерһең?
       - Хәҙер иң мөһиме шул, лидерҙарға башҡа биатлонсылар ҙа тартылды. Быйылғы миҙгел бик ябай түгел, барыһы ла Ванкуверға йыйына, бөтә йәһәттән дә яҡшы әҙерлек күрһәтә. Һәм бығаса көслөләр рәтендә иҫәпләнмәгәндәрҙең дә ярышҡа әҙерлеген билдәләргә мөмкин. Әммә ҡабатларға мәжбүрмен, алдынғы урындарҙағы норвегтар күпкә яҡшыраҡ күренә. Рәсәй йыйылма командаһы яҡшы формала, шул уҡ австриялылар, башҡа командалар менән дә ярышырға әҙер. Бының шулай булыуын һуңғы дүртәүлеләр эстафетаһында беҙҙең спортсыларыбыҙҙың еңеүе асыҡ күрһәтте.
       - Норвегтар тураһында һүҙ сыҡҡас, әллә һин допингы барлығына ишара итәһеңме? Биатлон тирәләй уларҙың әҙерлегенә ҡағылышлы ниндәй хәбәр ишетелә?
       - Был командала ниндәйҙер препараттар булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Мөмкин булыуы тураһында фараз итергә генә ҡала.
       - Фараздар ниндәй?
       - Ике генә вариант бар. Беренсеһе - норвегтарҙың миҙгел алдынан ентекле йәйге әҙерлеге, һәм ошо кимәлде бөгөнгәсә һаҡлау. Икенсе вариант - шул уҡ яҡшы әҙерлек һәм өҫтәүенә 2011, 2012 йылдар кимәлендәге яңы заманса препараттар. Быйылғы, 2010 йылғы, исемлектә улар юҡ, шуға ла допинг- һынауҙа, әлбиттә, бер нәмә лә тапмаясаҡтар. Әлеге ваҡытта бар биатлонсылар ҙа допингыға анализдар тапшырған. Әгәр кемдәлер нимәнелер табалар икән, мотлаҡ ҡаты яза бирергә кәрәк, башҡаса Бьорндален трассаны хата менән үткән, тигәндәге кеүек булмаһын.
       - Һуңғы дисквалификациянан һуң рустарҙы Олимпиаданың үҙендә лә анализ алыуҙар менән йонсоторҙар инде.
       - Эйе, беҙгә хөрмәт аҙ, шуға ла йыш тикшереүҙәр менән маҙаһыҙлайҙар. Шулай ҙа Прохоров килгәндән һуң, бәлки, барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
       - Фармацевтикала көслө, тип күптәр Австриянан шикләнә. Уларҙа бит дарыу эше юғары кимәлдә, бөтә донъяға билдәле фармакомпаниялары бар...
       - Эйе, австриялылар яңыраҡ ҡына күтәрелә башланы. Алдынғылар араһында улар әллә 2007, әллә 2006 йылға тиклем күренмәне.
       - Улайһа, Евгений Устюговтың кинәт күтәрелеүен нисек баһаларға?
       - Эш шунда, Устюгов - яҡшы спортсы. Ул минең тиҫтерем, шуға ла элек ярышҡанда үҙ-ара көс һынаша инек. Йөрөшө электән шәп уның, атыуы ғына бер аҙ аҡһаны. Әле атыу һыҙығында үҙен ҡулға алғас, һөҙөмтәләр ҙә үргә китте.
       - Эйе, ризалашам. Шулай ҙа донъя кубогында дөйөм иҫәп буйынса беренсе урын - бигерәк ҙур еңеү түгелме...
       - Донъя кубогына килеп, шунда уҡ барыһын да пыран-заран килтереү мөмкин түгел. Уҙған йылда Устюгов улай ҙур һөҙөмтә күрһәтмәне, быйылғы миҙгел башында ла алдынғылар рәтендә түгел ине. Шунан һуң ғына уңыштар күренә башланы. Ә Евгений шундай егет, бер яйына һалып алған икән, еңеүҙәр килә башлаһа - бер ыңғайҙан ул артабан да еңеү артынан еңеү яуларға тырыша.
       - Беҙҙең ирҙәр эстафетаһын ниндәй составта күрәһең?
       - Әле үк уйындар башланған осраҡта, һуңғы эстафетала ниндәй булған - шулай. Иван Черезов, Антон Шипулин, Максим Чудов, Евгений Устюгов. Максим һуңғы урауҙа норвегтарҙың лидерҙары менән уҙышҡа әҙер түгел әле, ә Устюгов әҙер. Олимпиадаға тиклем ваҡыт бар. Команданың составын донъя кубогындағы шәхси иҫәп буйынса билдәләүҙәре аңлашыла. Ванкуверҙағы олимпиадаға тиклем кем өҫтәр, кемдер киреһенсә артта ҡалыр.
       - Ванкуверҙағы олимпиада хаҡында Максим үҙе нимә уйлай?
       - Әллә ҡасан уҡ әйтеп ҡуйған инде, ниндәй миҙал яулаһа ла, ҡәнәғәт буласаҡ.
       - Әммә һәр стартта һуңғы көсөнә ҡәҙәр тырышасаҡ, шулаймы?
       - Әлбиттә, ул һәр ваҡыт өҙөп-йолҡа. Хәйер, бында барыһы ла өҙөп-йолҡасаҡ.
       Фото www. skisport. ru. сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал