6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Үлтереүсенән әхлаҡи зыянды нисек түләтергә
09.04.04


       Иглинда йәшәүсе йәш егет урындағы мәктәп ҡарауылсыһы булы п эшләгән ҡатынды үлтереп, мәктәптән аҡса һалынған сейфты у рлай. Өс бала етем ҡала. Үлтереүсе 12 йылға иркенән мәхрүм и телә, суд уға әхлаҡи зыянды ҡапларға тигән хөкөм сығара, әмм ә был хөкөмдө үтәүгә ҡағылышлы ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килә. Ҡ орбандың атаһы, балалар өҫтөнән опекунлыҡ алған Баязит Бикта шев түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Өс бала әсәһе, 36 йәшлек ҡатындың ғүмере күпме торорға мөмкин.. Мин әхлаҡи зыян өсөн миллион һумға дәғүә юллағайны м, әммә суд Лапуктан барлығы 200 мең һум түләтергә тигән хөк өм сығарҙы. Хөкөмөн сығарҙы ла, тик бер кем дә беҙгә был аҡс аны түләмәне, түләргә йыйынмай ҙа буғай....Беҙ, 14 кеше, 46 квадрат метрлыҡ йортта көн күрәбеҙ...
       Һәм тағы бер бәлә: ике ейәнем һәм ейәнсәремдең Рәсәй граж данлығы юҡ, улар бер нисә йыл элек кенә Ҡаҙағстандан ҡайтҡай нылар.
       Баязит Бәҙретдин улы теләк булһа, дәғүәне тормошҡа ашыры п була тип иҫәпләй:
       - Хөкөм сығарыу ҡағыҙында Лапук бер ҡайҙа ла эшләмәгән ти п яҙылған, ысынында иһә ул бит үҙ атаһында эшләй - уны машин ала йөрөтә ине, енәйәткә тиклем бер аҙна алдан ғына эшенән б ушатылды ул. Ата - әсәһенең йортонда пропискала тора, тимәк өйҙә уның да өлөшө бар. Бынан тыш төҙөлөш өсөн майҙаны ла ба р ине, әммә енәйәттән һуң атаһы уны һатып ебәрҙе.
       Иглин районының суд хеҙмәтендә беҙгә зыянды түләтәү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнде тип яуап бирҙеләр. Әммә Л апуктың мөлкәте табылмаған, йорт уның ата - әсәһенеке. Енәйә тсе Стәрлетамаҡ колонияһында тотолғанлыҡтан башҡарыу ҡағыҙы Стәрлетамаҡ суд хеҙмәтенә йүнәлтелгән, әгәр енәйәтсе эшләй и кән, уның аҡсаһы тотолоп барасаҡ.
       Йәғни, бер һүҙ менән әйткәндә, енәйәтсенән талап итерлек нимә юҡ, түләү иһә йылдарға һуҙыласаҡ. Уның ата - әсәләре ба лиғ булған улдары өсөн түләргә тейеш түгел.
       Һәм тағы ла. Баязит Бәҙретдин улы Евгений Лапукка сығарыл ған хөкөм менән килешмәй, уны бик йомшаҡ тип һанай. Лапук к еүек үлтереүселәргә үлем язаһы ғына бирергә мөмкин ти ул.
       Беҙ генерал - лейтенант В. В. Шалыгин менән һөйләшәбеҙ:
       - Виктор Васильевич, хөкөм ителеүселәрҙең социаль хәле һә м йәш составы ниндәй Ваҡыт үтеү менән улар үҙгәрәме
       - Беҙ енәйәтселәрҙе социаль статусы буйынса билдәләмәйбеҙ . Уларҙың дүрттән бер өлөшөнә 25 йәш тулмаған әле, 3 процент
       тирәһе 55 - тән үткән. Һуңғы бер нисә йылда йәш енәйәтселәр
       һиҙелерлек артты.

Сергей Ильин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал