6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Паспорт һәм визаларға хаҡ арта
22.01.10


       Сит ил паспортын алырға йәки алмаштырырға йыйынғанһығыҙ икән, ҡабаланырға тура килер: һуңыраҡ ул күпкә ҡиммәтерәккә төшәсәк. Бер нисә көндән паспорттың яңы төрө ике ярым тапҡырға ҡиммәтәйеп, әлеге мең тәңкә урынына 2,5 мең түләргә тура килер.
       Рәсәй Һалым кодексындағы үҙгәрештәр 29 ғинуарҙан көсөнә инә. Рәсәй федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Шамил Ханов әйтеүенсә, миграция хеҙмәте өлкәһенә ҡараған дәүләт пошлиналарының барыһына ла тиерлек хаҡтар күтәреләсәк.
       Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алыу 100 һум урынына 200-гә етә. Юғалған йәки яраҡһыҙ хәлгә килгән паспортты алмаштырғанда яңыһы өсөн 150 һум түгел, ә 500 һумды сығарып һалырға тура киләсәк.
       Иҫке өлгөләге сит ил паспортын алыуға дәүләт пошлинаһы ололар өсөн 400-ҙән бер меңгә тиклем арттырылһа, 14 йәшкә тиклемге балаларға 200-ҙән 300-гә тиклем артҡан. Биометрик сит ил паспорты 2,5 тапҡырға арта һәм ололар өсөн - 2,5 мең, балаларға 1,2 мең түләргә кәрәк буласаҡ (элек 500 һум ине).
       Рәсәйгә инеү һәм сығыу өсөн виза сит ил гражданына - 600 һумға (элек 300 һум ине), әгәр сикте күп таҡыр үтергә кәрәк булһа - бер меңгә төшә (400 ине).
       Сит ил гражданын "ҡунаҡҡа" саҡырған рәсәйлегә бер кеше өсөн элекке 200 урынына 500 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Әгәр рәсәйле сит ил кешеһен эшсе көс булараҡ саҡыра икән, элекке өс мең урынына бер кешегә рөхсәт алыуға кеҫәнән алты мең сығарып һалырға тура килер. Саҡырыуһыҙ эш эҙләп килгән сит ил халҡына рөхсәтнамәне ике меңгә алыу ҡаралған.
       Рәсәй Федерацияһы гражданлығына ҡабул итеү йәки унан баш тартыуға дәүләт һалымы, шулай уҡ РФ гражданлығын кире ҡайтарыу һәм был гражданлыҡтың булыу-булмауын билдәләүсе мәғлүмәттәрҙе таныҡлау өсөн пошлина бер мең һумдан ике меңгә тиклем арттырыла. Сит ил гражданына һәм гражданлығы булмағандарға Рәсәйҙә йәшәүгә паспорт алыу (вид на жительство) йәки уны оҙайтыуға шул уҡ сама түләргә кәрәк буласаҡ. Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәтнамә алыу иһә сит ил граждандары һәм гражданлығы булмағандарға элекке 400 һум урынына бер меңгә төшәсәк.
       РФ Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат секретаре Салауат Хилалов билдәләүенсә, документтарын 29 ғинуарға тиклем биреп өлгөргәндәр әлеге, түбән хаҡтар буйынса иҫәпләшәсәк.
       Ул, шулай уҡ, 2010 йылдан башлап сит ил паспортының хеҙмәт итеү ваҡыты биш йылдан ун йылға ҡәҙәр оҙайтылыуы тураһында ла әйтеп үтте. Был үҙгәреш биометрик паспорттарға ғына ҡағыла, был ун йыл хеҙмәт итәсәк биопаспорттарға документтарҙы март айында ғына ҡабул итә башлаясаҡтар. Бөгөн Башҡортостанда яңы төр паспортты миграция хеҙмәтенең 14 бүлексәһендә бирәләр - Өфөлә, Бәләбәйҙә, Белорет, Бөрө, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Ҡыйғы районында. Был бүлексәләрҙә генә биопаспортҡа фото төшөрөү өсөн махсус ҡорамалдар бар. Яңы өлгөләге паспорттың үҙенсәлеге фотоһүрәт ҡуйылған биттә электрон ҡултамға менән һаҡланған микрочип урынлаштырылған булыуында.
       Кешенең цифрлы фотоһүрәте - был, дөрөҫөн әйткәндә, паспортта күрһәтелгән берҙән-бер биометрик параметр. Яңы документта бармаҡ эҙҙәре, күҙҙәге селтәрле шекәрәнең күсермәһе һәм кешенең башҡа төрлө шәхси һыҙаттары тураһындағы мәғлүмәт ҡаралмаған. Биометрик мәғлүмәтле булыуын күрһәтеүсе билдәне иҫәпкә алмағанда, яңыһының тышлығы иҫке сит ил паспортынан әллә ни айырылмай. Ун йылға иҫәпләнгән биометрик паспорт йәнә биттәр һаны буйынса айырыла - элекке 36 битле булыу урынына яңыһы 46 битле.
       Салауат Хилалов, шулай уҡ, эшләнгән ваҡытында пспорттың блокка ҡуйылған булыуын, һәм уны эйәһенә тапшырғанда ғына блоктан алыныуын билдәләне, шуғаса паспорт менән ҡулланып булмаясаҡ - микрочиптың мәғлүмәте уҡылмай. Ялған документ яһау мөмкин түгел, тип иҫәпләй етәксе, һәр хәлдә әлегә тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарының ялған биопаспорттарҙы осратҡаны юҡ, шулай уҡ бер кеше икенсеһенекен ҡуллана алмаясағы ла билдәле. Бынан тыш, биометрик паспорттар бөгөн донъяуи стандарттарға яуап бирә, тимәк, сит ил паспорт-виза органдарынан уның эйәһенә ышаныс та күберәк буласаҡ, был, үҙ сиратында, рәсәйлеләргә сик аша еңел һәм тиҙерәк үтергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы өлгөләге паспорт һайларғамы, иҫкеһенме - быны һәр кем үҙе хәл итә. Ә миңә 2009 йылда Башҡортостанда бирелгән паспорттарҙың яртыһы яңы өлгөләге булыуын ғына билдәләргә ҡалды, дөйөм иҫәбе 80242 булһа, биометрик паспорттар һаны 40249-гә тиң.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал