6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Йомғаҡтар

Сит ил халҡы аҙайҙы
21.01.10


       Иҫәпһеҙ-һанһыҙ төҙөлөш майҙандары, яңы производство, йәнле сауҙа, алдынғы ауыл хужалығы - эш эҙләп тыуған иленән алыҫ сәфәргә сығырға мәжбүр сит ил халҡы иғтибарын Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенә тартты. Уларҙың дәртен бер аҙ иҡтисади көрсөк баҫты. Эш урындары ҡыҫҡарҙы, һәм шунда уҡ төбәккә килеүсе сит ил граждандары һаны кәмене. Шулай итеп, 2008 йыл менән сағыштырғанда 2009 йылда эшкә бирелгән рөхсәт ҡағыҙҙары 28 процентҡа кәмегән. Алдан бирелгән рөхсәтнамәләрҙе иҫәпкә алғанда, бөгөн республикала 40-тан ашыу илдән килгән 11,5 мең сит ил кешеһе эшләй.
       Уҙған йыл буйынса ведоство эшмәкәрлеге йомғаҡтарын кәңәшмәлә БР буйынса Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте Идаралығы башлығы Борис Ғөзәйеров уҡып ишеттерҙе. 2009 йылда былтырғы йылға ҡарағанда дүрт меңдән кәмерәк кеше миграция иҫәбенә ҡуйылған, 12 меңдән ашыуы иҫәптән төшкән. Ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт биреүҙе рәсмиләштереү өсөн тәғәйенләнгән 4950 квотаның Башҡортостанда 87,2 проценты ғына ҡулланылған. Бындай квотаның күләме 2010 йылда ҡыҫҡартылып, өс мең рөхсәтнамәгә ҡалдырылған.
       Дөйөм алғанда Башҡортостанда законға ярашлы рөхсәт алып йәшәүсе сит ил граждандары бөгөн 29 мең тирәһе, уҙған йыл менән сағыштырғанда туғыҙ меңгә аҙыраҡ. Күптәре республиканан үҙ теләге менән киткән, ә 838 кешене суд ҡарары менән илдән ҡыуып сығарғандар. Бындай яҙмыш закон боҙоусыларҙың һәм енәйәтселәрҙең иңенә төшә. 2009 йылда сит ил граждандарына ҡарата 67 мең административ протокол төҙөлгән, шулар иҫәбендә илгә инеү ҡағиҙәләрен һәм Рәсәй биләмәһендә йәшәү режимын боҙған өсөн төҙөлгәндәре лә бар.
       БР буйынса Федераль миграция хеҙмәте Идаралығы башлығы әйтеүенсә, "әгәр сит ил кешеһе хоҡуҡ боҙа икән, уны ҡабул итеүсе Рәсәй гражданына ла автоматик рәүештә яуаплылыҡ һалына". Әммә һандар эшкә яллаусыларҙың яртыһынан күбеһенең яуаплылыҡтан ҡасыуы тураһында һөйләй. Әгәр сит ил граждандарына илдә йәшәү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 10 мең протокол төҙөлһә, рәсәйлеләргә - дүрт меңдән дә әҙерәк.
       - Республика халҡы законһыҙ Рәсәйгә үткән сит ил граждандарына торлаҡтарын ваҡытлыса файҙаланыуға бирә, бынан ярайһы килем ала, һәм уларҙы сит ил граждандарының яҙмышы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, - тине Борис Ғөзәйеров, хеҙмәттәштәренән был йүнәлештәге эштәрҙе көсәйтеүҙе һорап.
       Башҡортостанда сит ил граждандары иҫәбе кәмеһә лә, 2008 йыл менән сағыштырғанда, улар эшләгән енәйәттәр һаны 40 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә сит ил кешеләре үлтереү, көсләү, наркотиктар таратыу кеүек етди енәйәттәргә бара.
       Хәл-ваҡиғаларҙың киҫкенләшеүенә юл ҡуймаҫ өсөн, 2009 йылда миграция хеҙмәтендә тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләүсе дежур бүлек булдырылған.
       Миграция хеҙмәтенең рәсәйлеләргә документтар әҙерләү эшенә килгәндә инде, уның хеҙмәте менән 2009 йылда Башҡортостандың һәр етенсе кешеһе файҙаланған. Атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы граждандарына 267 мең паспорт тултырылған. Шуның 13 меңдән ашыуын беҙҙең 14 йәшлек ватандаштарыбыҙ алған. Йола буйынса тәүге паспортын уларға тантаналы сарала тапшырғандар.
       80 мең сит ил паспорты рәсмиләштерелгән, шуларҙың яртыһы - биометрик паспорт. Бөгөн яңы быуын сит ил паспортын миграция хеҙмәтенең 14 бүлегендә алырға мөмкин: Өфөлә, Бәләбәйҙә, Бөрө, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Ҡыйғы районында.
       2009 йылда БР буйынса федераль миграция хеҙмәте идаралығы менән дәүләт пошлинаһын түләүгә федераль бюджетҡа 127 миллион һум аҡса күсерелгән. Түләнгән штрафтар иҫәбенән Башҡортостандың урындағы бюджеты 67 миллион һумға тулыланған.
       Фото lifeisphoto.ru. сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал