6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Ғаилә // Галина Бахшиева.

Ғаилә бәхете. Дауамы - 2
20.01.10


       Йыл ярым элек Әхтәмовтар ғаиләһендә улыҡҡа алынған ике малай ғына бар ине - Тимур менән Роберт. Әҙ генә һуңыраҡ ғаилә тағы берәүгә артты, был юлы уларға ҡыҙ өҫтәлде - бәләкәй һәм сибек кенә Изабель. Ул, ҡиәмәтлек ике ағаһы кеүек, Әхтәмовтарға сабый саҡтан килеп эләккән, тимәк, Эльвира менән Рөстәмдең йылы, мәрхәмәтле ҡулдарын бәләкәйҙән тойған.
       Йәнә бер ҡыҙсыҡ - Света Широбокова Әхтәмовтарҙа былтырғы йәйҙән алып йәшәй. Ул Рөстәм менән Эльвираны үҙаллы тапҡан, әгәр быны икенсерәк әйтһәң, аҫрауға алырлыҡ ата-әсәне үҙе һайлаған. Ул ваҡытта Светаға12 йәш булған. Эльвира менән балаларҙы ҡыҙыҡай ҡалабыҙҙағы йөҙәрләгән уйын майҙансыҡтарының береһендә осратҡан. Һәм Әхтәмовтарҙа барыһы ла яңынан башланған. Йәнә бер тапҡыр...
       "БАШвестЪ" Әхтәмовтар тураһында беренсе тапҡыр ғына яҙмай. Беҙҙең танышлыҡ 2007 йылдың сентябренән, йыл һайын үткәрелеп килгән "Иң яҡшы алмаш ғаилә" ҡала конкурсынан баш ала, ул ваҡытта Рөстәм менән Эльвира Әхтәмовтарҙың йәш, спорт һөйөүсе ғаиләһе еңеүсе тип табылғайны.
       Рөстәм һәм Эльвира - үҙенсәлекле шәхес. Улар сирле балаларҙы ла уллыҡҡа алыуҙан ҡурҡмай. Сабыйҙар балалар йортонда тәрбиәләнһә, мотлаҡ инвалид булып ҡалыр ине. Бары оло малайҙы, Тимурҙы, улар "тышҡы" һыҙаттарына ҡарап, бер аҙ үҙҙәренә оҡшаһын, ҡара сәсле, ҡара күҙле булһын, тип һайлаған.
       Кинйәләре Робертҡа иһә бындай вариантты ҡуллана алмағандар. Баш мейеһендәге һыулы шеш, янбаш-бот быуынының дисплазияһы, тыумыштан йөрәктәге физик кәмселек кеүек етди диагноздары үҙҙәренә оҡшамауына ҡарата булған бар шик-шөбһәне таратҡан. Беҙгә оҡшамағанмы? Ярай, булһын! Уның урынына беҙҙең улыбыҙ сәләмәт буласаҡ!
       Изабель менән дә барыһы ла шыма бармаған. Криминаль аборт һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡай етлекмәйенсә, хәлһеҙ тыуа, әммә Әхтәмовтарҙың тырышлығы арҡаһында тиҫтерҙәрен ҡыуып етеү генә түгел, үтеп киткән ул хәҙер. Һөнәре буйынса табип-хирург Рөстәмгә һәм Эльвираға, малайҙар менән булғандағы кеүек, ҡыҙҙың сәләмәтлеге өсөн бихисап көс түгергә тура килгән.
       Әле Изабелгә бер йәш тә ете ай. Кисә генә ҡунаҡсыл ғаиләлә булып, балалар өсөн махсус йыһазландырылған спорт мөйөшөндә арҡан баҫҡыстан йүгереп йөрөгән ҡыҙға һоҡланып ҡарап ултырҙым (Спорт майҙаны өсөн фатирҙан тәүҙә диванды һәм башҡа төрлө ҙур габаритлы мебелде сығарырға тура килгән, балалар файҙаһы һәм уңайлығы өсөн нимә генә эшләмәҫһең?).
       Беҙҙең Изабель сая, үткер ҡыҙыҡай, - тип һөйләй Әхтәмовтар ғаиләһе башлығы. - Хатта урамда торған машинаға барып, уны бәүелтеп булаша, этергә итә. Ҡурсаҡтарҙы уйынсыҡҡа һанамай. Ҡыҙыҡһыныуҙары күберәк малайҙарса: машиналар, спорт, атап әйткәндә, каратэ...
       Был тирәлә өҫтәргә кәрәк булыр, каратэны был ғаиләлә яраталар һәм хөрмәт итәләр. Ир менән ҡатындың, моғайын, оҙаҡ йылдар ошо спорт менән шөғөлләнгәненән киләлер был. Улар улдарын, бына хәҙер ҡыҙҙарын да был мауыҡтырғыс контактлы көрәш төрөнә өйрәтә башлаған.
       Дүртенсе, әммә йәше буйынса ғаиләләге иң оло бала ғаиләлә - аҫрауға алынған, яңы ғына 13 йәше тулған ҡыҙҙары Света. Уның тураһында Әхтәмовтарға еңел генә өйрәнеп киткән, тип әйтеп булмай. Ә ниңә ғәжәпләнергә? Үҫмер артында - ул биш йәшендә барып эләккән балалар йорто, йәнә ике тапҡыр уңышһыҙ патронат һәм бына ул, ниһайәт, тыуған ояһын тапты...
       - Тормошобоҙҙа иң ҡатмарлы осор булды был, әммә беҙ уны еңеп сыға алдыҡ, - тип, "БАШвестЪ" менән хәтирәләрен уртаҡлаша Эльвира. - Хәҙер барыһы ла үтте инде. Света миңә йорт эштәрендә ярҙам итә, Роберт менән Тимурҙы, Изабелде тәрбиәләшә. Уҡытыусылары маҡтай, бала яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, уҡыуы һәйбәтләнде, тиҙәр. Уҙған йылда Светаның биш өслөһө бар ине, әле берәү ҙә юҡ.
       Хәтере һәйбәтләнә, тыныс йоҡлай хәҙер, - тип дауам итә Эльвира. - Таныш тәржемәсемдән инглиз теле буйынса көн дә шәхси дәрестәр алып барыуын һораным. Тейешлеһенән ике тапҡырға кәмерәк түләйбеҙ. Иптәш ҡыҙымда үҙем дә шөғөлләнер инем, ваҡытым, аҡсам булһа...
       Һүҙ ыңғайы, аҡса тураһында ла әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Бына нисә йыл инде Әхтәмовтарҙың төп финанс сығанағы - ул Рөстәм. Эльвира буш ваҡытын да, буш булмағанын да балаларға бүлә. Ярай әле бер танышы Эльвираға йорт хужалығын балалар баҡсаһы өйө, тип теркәргә һәм тәрбиәсе булараҡ эш хаҡы алырға кәңәш иткән. Аҙ булһа ла, күпмелер аҡсаһы килеп тора. Ғаилә бюджетына бер аҙ ярҙам, тигәндәй.
       Һүҙ ҙә юҡ, бер юлы өс бәләкәй бала һәм өҫтәүенә бер үҫмер - ул һиңә көлкө түгел. Бында һәр тинең, һәр әйберең, фатирҙағы һәр сантиметрың ҡәҙерле. Һуңғыһы тураһында ла әйтергә кәрәк.
       Әхтәмовтарҙың фатирында барыһы ла функционаллеккә ҡоролған, тип башлайым әле. Әгәр йоҡо бүлмәһендә карауаттар ҡуйылған икән, мотлаҡ ике ҡатлы бер пар карауат тора. Ә аш бүлмәһендәге өҫтәлдең бер өлөшөн поездағы кеүек стенаға ҡарай төшөрөп, буш майҙанды киңәйтергә мөмкин. Ултырғыстар мотлаҡ пластиктан, ҡамасауламаһындар өсөн бер-береһенә ҡатлап йыйып ултыртырға мөмкин. Тимәк, Әхтәмовтарға өҫтәлмә квадрат метрҙар кәрәк, бигерәк тә балалар һанын иҫәпкә алғанда.
       Һәм бына, ниһайәт, (о, мөғжизә! Беҙҙең заманда бит әле ул!) күп балалы ғаиләгә ҡаланан дөйөм майҙаны 60 квадрат метрлыҡ ике бүлмәле фатир бүленеүе тураһында билдәле булды. Тағы ла шуныһы - фатир ҡалабыҙҙың үҙәгенән бирелә. Был, беренсенән, ғаилә әле йәшәгән ике бүлмәле фатирға ҡарағанда 20 квадрат метрға ҙурыраҡ, икенсенән, бушлай - торлаҡ шарттарын үҙаллы яҡшырта алмаған ғаилә өсөн мөһим фактор. Әхтәмовтар яңы торлаҡҡа ордер алмаған, шулай ҙа ошо көндәрҙә булыр, тип өмөтләнәләр. Вәғәҙә иткәндәр бит...
       - Беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиға был, - ти Рөстәм Әхтәмов. - Бының өсөн опека һәм попечителлек органдары ныҡ ярҙам итте, әлбиттә. Яңылышырмын, тип ҡурҡам, әммә беҙҙең күрһәткестәргә еткән, йәғни беҙҙең төбәктә бер юлы өс баланы уллыҡҡа алған ғаилә юҡ, шикелле, хәҙер иһә аҫрауға алынған ҡыҙыбыҙ ҙа бар. Бик шатбыҙ, һәм тиҙ арала яңы фатирға күсеүебеҙҙе билдәләрбеҙ, тигән ышаныстабыҙ!
       Беҙгә тағы, ҡулланылған булһа ла, микроавтобус булһа икән, ҡаршылыҡһыҙ сәйәхәткә сығырға, баҡсаға йөрөргә мөмкинлебеҙ артыр ине, - тип дауам итә ғаилә башлығы. Сит илдә сығарылған иҫке машинабыҙ бар, әлбиттә, ләкин артҡы урындарға дүрт баланы һыйҙырыуы ҡыйыныраҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт беҙгә ҡырын ҡарап ҡала, ниңә бындай состав менән йөрөүебеҙҙе йыш аңлатырға тура килә, әммә был һүҙҙәр, дөрөҫөн әйткәндә, һәр ваҡыт ярҙам итмәй...
       Ысынлап та, ЮХХДИ менән бәхәсләшеп булмай, ярамай икән - ярамай. Шулай ҙа, бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында Әхтәмовтарҙың "транспорт" мәсьәләһен хәл итерлек кешеләр табылыр? Теләге булғандар бар икән, контакттарҙы редакциянан алырға мөмкин.
       Андрей Старостин фотоһы.

20.01.2010
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал