6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

"Ла Скала" башҡорттарҙы алҡышланы
19.01.10


       Илдар Абдразаҡовтың Миландың "Ла Скала" театрындағы концерты опера донъяһының аҫтын өҫкә килтерҙе. Был ваҡиға тураһында шулай тип яҙа илебеҙҙең һәм сит илдең мәғлүмәт саралары. Һәр гәзит һәм журналдың акцентты үҙенсә билдәләүе тәбиғи, әлбиттә. Кемдер йырсының башҡарыу оҫталығына баҫым яһай, башҡалар уға яҡташы, Өфөнән ҡурайсы Роберт Юлдашевтың ҡушылып уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала, ә федералдар, Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара тамашасы алдында ниндәй популярлыҡ менән ҡулланыуын билдәләргә теләп, бастың күп һанлы табыныусылары араһында Италияның премьер- министры Сильвио Берлускони ла бар, тип хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ул үҙе лә матур йырлай, һәм премьер опера йырсыһы ҡатнашлығында, йәнәһе, дискы ла сығарырға иҫәп тота.
       Билдәле сәйәсмән "Ла Скала"ла концертта булдымы, тигән һорауҙы Илдар Абдразаҡов та, Роберт Юлдашев та яуапһыҙ ҡалдырҙы, шулай ҙа республика журналистары менән улар концертҡа бәйле фекерҙәре, тәьҫораттары менән мул бүлеште. Яҙыусы ағай-эне менән осрашыуға Роберт Юлдашев, ғәҙәттәгесә, ҡурайын ҡыҫтырып һәм, быныһы бөтөнләй көтөлмәгән хәл, - ноутбук менән килде. Һуңғыһы музыкантҡа әлеге ваҡытта Италияла йәшәгән һәм эшләгән Илдар Абдразаҡов менән видеобәйләнеш булдырыу өсөн кәрәк ине. Үҙен күреп булманы, һүрәте менән ҡыйынлыҡтар тыуҙы, шулай ҙа тауышын асыҡ ишеттек.
       - Роберт Юлдашев бер Италия өсөн генә түгел, ә халыҡ-ара тамашасы өсөн яңы инструмент - ҡурайҙың бар мөмкинлектәрен асып һалды, концертҡа бит Австралия, Япония, Американан да килгәйнеләр, - тип һөйләй йырсы. Был ваҡиғалар алдынан Италия гәзиттәре тамашасының уникаль башҡорт инструментын күрә һәм ишетә алыуы тураһында күп яҙҙы, ә концерттың иртәгәһенә матбуғатта һоҡланыулы баһа баҫылды. Роберт ҡурайҙың нимәгә һәләтле булыуын күрһәтте, һәм иҫ киткес матур уйнаны! Тәнем сымырланы, күҙемә йәш тулды, бығаса минең менән бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Роберт сәхнәгә смокингыла, өҫтөнән йәшел һәм алтын ептәр менән сигелгән орнаментлы аҡ еләндә сыҡты. Уйнай башлауы менән тамашасы Робертты үҙ итте. Залда тынлыҡ урынлашты, хатта себен осҡанын да ишетерлек ине. Тәүҙә ҡурайҙы тамашасы флейта менән сағыштырҙы, ләкин һуңыраҡ уның бөтөнләй башҡа инструмент булыуын аңланы. Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр йәшәгән һәр ерҙә ҡурай тауышы сығырға тейеш, тигән фекерҙә мин. Миңә ҡағылғанда иһә, мин күберәк опера йырсыһы булараҡ билдәлемен, был юлы рус һәм сит ил классикаһынан тыш башҡорт телендә халыҡ йырҙарын башҡарҙым.
       Был концертты Өфө тамашасыһы өсөн ҡабатлау Илдар Абдразаҡов менән Роберт Юлдашевтың планында тора, әммә уның ҡасан тормошҡа ашыры әлегә билдәһеҙ. Йырсының үҙе әйтеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһына ул 2010 йылдың майынан иртәрәк ҡайта алмаясаҡ, сөнки ошо көндәрҙә Америка буйлап ҙур турға сыға, турҙа, атап әйткәндә, Нью-Йорктың мәртәбәле "Метрополитен-опера"һында сығыш яһау ҙа ҡаралған. Бас журналистарҙың Земфира, Юрий Шевчук, Роберт Юлдашев ҡатнашлығындағы ҙур концертта сығыш яһарға йыйыныуы тураһындағы имеш-мимештәргә лә сик ҡуйҙы.
       - Бер интервьюла мин Башҡортостанда тыуған кешеләрҙе бер сәхнәлә күрергә ине, тигән теләгемде генә еткергәйнем, - тине Илдар.
       Үҙ сиратында Роберт Юлдашев "Ла Скала"ға саҡырыуҙың опера йырсыһының ғына инициативаһы булыуын билдәләне. Ҡушылып уйнарға тәҡдим итеүенә Роберт шунда уҡ ризалашҡан, әммә барыһы ла шыма ғына бармаған, һәм ҡурайсының Миландағы триумфы бәлки булмаған да булыр ине.
       - Был сәфәргә мин алдан әҙерләнә башланым - тейешле документтар, виза юлланым, билетҡа заказ бирҙем. Һәм бына Италияға осор көндө аэропортта теркәлеү урынында торам, һәм миңә, һеҙҙең исемгә билетҡа бронь юҡ, тиҙәр. Самолетҡа һауаға күтәрелергә бер генә сәғәт ҡалғайны. Мин күрше аэропортҡа барҙым да, икенсе рейсҡа билет алдым, ә Миланға килеп еткәс, теге Франкфурт аша осорға тейешле беренсе рейстың билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеп тороуын белдем. Әгәр ошо самолетты көтөргә тура килһә, концертҡа бөтөнләй өлгөрмәҫ инем.
       Ҡурайсы ошо бер ҡарауҙа мәғәнәһеҙ күренгән осраҡлыҡ арҡаһында Илдар менән уртаҡ репетицияларға ла ваҡыт етеүен билдәләй. Уның әйтеүенсә, уларға бер-ике репетиция ла етә, бергә сығыш яһау яңылыҡ түгел. Бер нисә йыл элек, Әмир Абдразаҡов иҫән булғанда әле, аҡһаҡалдың кәңәшен тыңлап, улар башҡорт халыҡ йырҙарын яҙҙырған.
       - Илдар менән дуҫлыҡ ептәре шунда нығынды ла инде. Былай беҙ мәктәп йылдарынан уҡ таныш - Өфө сәнғәт институтындағы махсус мәктәптә бергә уҡыныҡ (әле Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, авт. иҫк.).
       Роберт Юлдашев үҙен Илдар Абдразаҡовтың соло проектының "бәләкәй механизмы" тип атай, шулай ҙа, үҙе әйтеүенсә, яҡташының йондоҙло сәғәтендә янында була алыуы менән бәхетле тойған үҙен.
       - Камерный концерт әҙерләнгәс, - Илдар роялгә ҡушылып башҡара торған ария һәм романстар һайланы, мин залда 50-ләп кеше булыр тип уйлағайным. Сәхнәгә сыҡҡас, һушһыҙ ҡалдым - өс меңдән ашыу урын, алты ҡатлы балкон - барыһы ла туп-тулы ине. "Ла Скала"ның даими тамашасыһы ла килгән - ҡатындары оҙатыуында абруйлы әфәнделәр - йырсының тәүге ноталарынан, беренсе фразаһынан артистың һәләте тураһында хатаһыҙ, аныҡ хөкөм итә ала улар. Италия тамашасыһы экспрессив, хис-тойғоло булыуы менән беҙҙекенә оҡшаған. Илдарҙы баҫҡан килеш алҡышланылар, яңынан биш тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығарҙылар. Мин үҙ күҙҙәрем менән уны нисек хөрмәтләүҙәрен, яратыуҙарын, автограф алыу өсөн ҙур сиратҡа теҙелеүҙәрен күрҙем.
       Илдар Абдразаҡов менән Роберт Юлдашевтың тандемына ҡул сабыусылар араһында Өфөнән журналист Римма Буранбаева ла булған, ул һуңынан "БАШвестЪ" менән концерттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
       - Мария Каллас, Федор Шаляпинды иҫләгән донъялағы иң мәртәбәле "Ла Скала" опера сәхнәһендә Илдар Абдразаҡовтың яңғыҙ башҡарыуындағы концерты үтте. Бар донъя меломандарынан йыйылған тамашасылар алдында тәүҙә Чайковский, Рахманинов, Лист һәм Равель әҫәрҙәрен башҡарҙы яҡташыбыҙ. Артабан "Ла Скала" көмбәҙе аҫтында ҡурай уйнап ебәрҙе. Роберт Юлдашевтың күңелгә үтерлек итеп уйнауы арҡаһында сәхнәләге Илдар Абдразаҡов та, ситтән күҙәткән мин һәм осраҡлы табышҡан өфөлөләр ҙә тулҡынланыуын саҡ баҫа алды. Башҡорт музыкаһының донъя кимәленә күтәрелеүе беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа булды. "Ирәндек", "Азамат" кеүек башҡорт халыҡ ынйыларын тамашасы аңлап, үҙе кисереп ултырҙы. Көслө алҡыштар һәм "браво", "брависсимо" менән тамамланды концерт.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал