6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Хөкүмәтендә

Спортҡа иғтибар арта
18.01.10


       Сәләмәт кеше генә уңышҡа ирешә. Был хәҡиҡәт бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнде. Сәләмәт тормош алып барыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү - тап ошолар беҙҙең һаулығыбыҙ һағында. Һуңғы арала бейек трибуналарҙан сәләмәт тормош алып барырға әйҙәүселәрҙе күп тыңлайбыҙ. Әммә шуның менән бергә, был өлкәләге хәлдәрҙең идеаль һүҙенән алыҫ тороуы ла аңлашыла.
       Ҡайһы бер райондарҙағы яңынан төҙөлгән спорт залдарының һаман буш тороуын күргәнем һәм башҡаларҙан ишеткәнем дә бар минең. Башҡортостан Президенты яңы һәм реконструкцияланған мәктәптәрҙе йыш аса, һәм бер ҡасан да мәктәптәрҙәге спортзалдар тураһында һорамай ҡалмай. Әммә, дәрестәрҙән тыш балалар спортзалға йөрөймө, тигән һорауға күп ваҡыт кире яуап алаһың. Дәрестәр тамамланыу менән спортзал ишегенә ҙур йоҙаҡ эленә, балалар үҙ ҡарамағына ҡалдырыла...
       Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендә Республика Йортонда үткән бөгөнгө кәңәшмәлә муниципаль һәм дәүләт мәғариф учреждениеларында спорт-масса эшен камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
       Беҙ кәңәшмәлә яңғыраған бар мәғлүмәтте лә килтереп тормайынса, бер нисә аспектҡа ғына ҡағылмаҡсыбыҙ. Иң элек, көрсөк шарттарында финанс ярҙамының артыуына өмөт итеү урынһыҙ булыуын әйтеп үтергә кәрәктер. Бөтә Рәсәй буйынса уҡытыусыларҙың эш сәғәттәрен һәм ставкаһын ҡыҫҡартыу кеүек мәғариф өлкәһендәге оптималләштереү процесы барыуы ла үҙе үк күпте һөйләй. Эш хаҡы былай ҙа бәләкәй булған физкультура уҡытыусыһының төштән һуңғы дәрестәргә ваҡытын бүлергә теләмәүе лә тәбиғи. Тап ошоноң менән аңлатты ябыҡ спортзалдар мәсьәләһен Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин. Һәм үҙе үк был сиргә ҡаршы бер нисә "рецебын" тәҡдим итте.
       - Иҫемдә, беҙ йәш саҡта уҡытыусының эш хаҡы түбән булды. Ләкин ауыл мәктәптәрендә спорт үҫешкән ине, - тине Александр Никерин. - Мәктәптәр нигеҙендә уҡыусылар етәкселегендәге спортклубтар эшләне. Спорт секторҙарына бүлеп, спорт-масса эшен үҙебеҙ алып барҙыҡ.
       Мәктәптә бындай үҙидара формаһын индереү уҡыусыларҙың спорт һәм физкультура менән үҙ аллы шөғөлләнеүенә мөмкинлек бирер ине. Министр әйтеүенсә, республика мәктәптәрендә 411 клуб эшләп килә, әммә был ғына аҙ. Ул шулай уҡ был өлкәләге эшмәкәрлекте түбәндәгеләр берләшмәһендә хәл итергә тәҡдим итте: спорт ҡоролмалары - кадрҙар - финанстар. Әммә бөгөн быларҙың барлығын иҫәпкә алып, тимәк, артабанғы эшмәкәрлектең вертикаль буйынса ойошторолошона йүнәлтелергә тейешлеген билдәләне ул. Ошоға бәйле вице-премьер кәңәшмәлә ҡатнашҡан республика район хакимиәттәре башлығы урынбаҫарҙарына ғәҙел иҫкәрмәләрен еткерҙе.
       Үҙегеҙҙең өлгө булыуығыҙ - мөһим инструмент, - тине Илдус Илешев, - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты хеҙмәткәрҙәренең гимназия уҡыусылары менән берлектә ойошторған спорт саралары аҙ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырманы. Күҙ алдына килтерегеҙ, район хакимиәте башлығы иртән йүгерергә сыға. Бер сәғәттән был турала бар район һөйләйәсәк!
       Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин райондарҙың спорт-масса эшмәкәрлеге күрһәткестәре арттырылған булыуы тураһында һөйләне. Мәктәп спартакиадаһының ҡайһы бер төрөндә бер нисә райондың бөтөнләй ҡатнашмауы асыҡланды. Был бер уҡыусыға йылына был эшмәкәрлек өлкәһенә 10 һумдан да аҙыраҡ сумма бүленеүенә бәйле! Шулай ҙа бар ауырлыҡты финанслауҙың етешле күләмдә булмауына япһарырға ярамай. Тейешле ҡараш һәм эште дөрөҫ ойоштороу арҡаһында һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Александр Никерин мәжбүр итеү ресурсы ролен көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә Илдус Илешев республика етәкселегенең артабан райондарҙағы хәлдәрҙе күҙәтеү аҫтында тотасағына һәм урындағы етәкселәрҙең эшен әүҙемләштереренә вәғәҙә бирҙе. Ошо урында билдәләге килә, бер етәкселәр икенселәрен мәжбүр итеү генә түгел, беҙ үҙебеҙ - балаларыбыҙҙы, үҙебеҙҙе спорт менән шөғөлләнергә мәжбүр итергә тейешбеҙ.
       Кәңәшмәлә республика гимназия-интернаттарында спорт һәм физкультура менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙың ыңғай тороуын билдәләнеләр. Әле Рәми Ғарипов исемен йөрөтөүсе 1-се республика гимназия- интернатындағы мәктәп йылдарым хәтергә төшә. Көн һайын иртәнге зарядка мотлаҡ урамда йүгереү менән башлана. Гимназияла спорт менән шөғөлләнеүгә һәр яҡлап иғтибар бирҙеләр. Һәм бик һирәктәр генә дәрестәрҙән һуң спорт секцияһына йөрөмәгәндер. Мәктәп хакимиәтенән был ҙур, көс еткеһеҙ сығымдар талап итә, тип әйтмәҫ инем мин.
       Ҡаҙанда үткән "Спорт Рәсәйе" бөтә Рәсәй форумында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев мәктәптә физкультура дәресе ике сәғәттән өсәүгә тиклем арттырыласаҡ, ә спорт һәм физик тәрбиәне финанслау бюджетта айырым ҡараласаҡ, тип вәғәҙәләне. Булырмы был, әллә юҡмы, халыҡ әйтмешләй, ваҡыт күрһәтер. Әммә шуныһы билдәле - донъяуи ҡиммәттәрҙе киренән баһалап, спортҡа йөҙөбөҙ менән боролорға һәм бөгөн үк боролорға тейеш икәнлегебеҙ көн кеүек асыҡ.
       Фото www. fotki.yandex .ru. сайтынан.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал