6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Йырсы мольберт артында
15.01.10


       Тыуған төйәк матурлығы - БР халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йырҙары һәм картиналарында төп тема. Билдәле эстрада йырсыһы, телетапшырыуҙар алып барыусы һәм рәссам Сергей Аксаков йорт-музейында халыҡ иғтибарына шәхси күргәҙмәһен тәҡдим итте. Һынлы сәнғәт өлкәһендә Фәрит Бикбулатов өсөн был дебют түгел, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул беренсе тапҡыр эштәрен 2002 йылда күрһәткәйне. Ул ваҡытта күләмле экспозицияһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының фойеһын биҙәне. Һигеҙ йылдан һуң рәссам яңы картиналары менән йәнә тамашасы күңелен яулай. Һәм әлегә вернисажға ҡунаҡтар күпләп йыйыла башламаҫ элек, Фәрит Бикбулатов "БАШвестЪ" интернет-гәзитенә бер аҙ оҫталыҡ серен аса.
       Фәрит Бикбулатов әйтеүенсә, ул яңы шөғөлөнә етди уйҙар менән, 60 йәшендә килгән. Бығаса һүрәт төшөргән, әлбиттә. Әммә бумала һәм буяуҙар менән эш итеүгә тейешле ваҡыт бүлмәгән.
       - Бер мәл һынлы сәнғәт галереяһында, ғаилә менән яңы картиналар ҡарарға барғанда, шым ғына ҡатыныма: "Мин дә ошолай булдыра алам", - тинем. Ул ваҡытта көлкөгә борһа ла, тыуған көнөмә акварель буяуҙар бүләк итте. Һәм, һүҙҙәремде бер ҡасан да елгә ташламаған кеше булараҡ, үҙемә һәм уға ла булдыра алыуымды иҫбат итеү йөҙөнән, һүрәт төшөрә башланым. Тәүҙә үк матур килеп сыҡманы, әлбиттә, әммә әкренләп оҫталыҡ килде, практика артҡан һайын эштәрем күркәмләнә барҙы. Һуңыраҡ махсус әҙәбиәт һатып алдым, уға ҡарап өйрәндем. Кәңәштәр менән профессиональ рәссамдарға - Вәкил Шәйхетдиновҡа, Рафаэль Ҡадировҡа һәм башҡа билдәле рәсем сәнғәте оҫталарына мөрәжәғәт иттем. Әммә иң яҡшы ярҙамсым һәм бер үк мәлдә талапсан тәнҡитсем ҡатыным Гөлшат Әлмөхәмәтова булды, миңә илһам биреүсе генә түгел, сәнғәтте лә тәрән тойоусы кеше ул. Уның еңел ҡулы арҡаһында 13 йыл картиналар яҙам.
       Был юлы Фәрит Бикбулатов тамашасы хөкөмөнә күбеһенсә акварель һүрәттәрен сығарған. Шулай ҙа күргәҙмәлә акрил буяуҙар менән эшләнгән бер нисә һүрәтен дә күрергә мөмкин. Акварель һүрәткә өҫтөнлөк биреүен рәссам түбәндәгесә аңлата:
       - Үтә күренмәле буяуҙар, әлбиттә, көйһөҙләнергә ярата - береһе өҫтөнән икенсеһен һалып булмай, мәҫәлән, майлы буяуҙар менән эшләнгән картинала берәй етешһеҙлекте еңел генә йәшерергә булһа, был ысулды акварелдә ҡулланыу мөмкин түгел. Ләкин улар һутлы һәм сағыу төҫлө булыуы менән алдыра. Шуның өсөн акварелде яратам да мин. Ул бар нескәлектәрҙе күрһәтергә булышлыҡ итә, шул уҡ мәлдә һүрәттән сафлыҡ, еңеллек бөрккәндәй. Миңә көҙгө пейзаждарҙы һүрәтләү оҡшай, тәбиғәттә был арала ниндәй генә төҫтәр юҡ, тирә-яҡтағы матурлыҡты аңлатырға һүҙ етмәй. Ер йөҙөндәге бер магазинда ла тәбиғәттә булғанға тиң буяуҙар табылмаҫ. Минән ҡайһы ваҡыт ни өсөн портреттар яҙмауымды һорайҙар. Кешене, уның холҡон, ҡарашын һүрәттә күрһәтеүе бик ҡатмарлы, тип аңлатам быны. Портретҡа тотонорҙан алда ул кешенең үҙенә генә хас һыҙаттары, шәхси сифаттары менән таныш булырға кәрәк. Тағы ла шуныһы, әҙер портретты ҡарағандан һуң кеше, әллә ни оҡшатмағанһың, тиһә... Тәбиғәт иһә, сәскәләр, ағастар, - һис ҡасан үпкәләмәй, һәм тап ошо миңә яҡын, һәр ваҡыт күңелемдә йөрөткән нәмә, мин бит ауылда тыуып үҫкән кеше. Шуға ла бәләкәй Ватанымды һүрәтләргә яратам - күп ваҡыт яттан, иҫемдә ҡалғандан, баласаҡ хәтирәләренән. Әҙ генә фантазияға урын бирелһә лә, мине бының өсөн берәү ҙә тәнҡитләмәҫ.
       - Фәрит Хәйбулла улы, картиналар яҙғанда ла йырлайһығыҙмы?
       - Йырлайым. Шунһыҙ мөмкин түгел. Әгәр эшләгәндә күңел моңланмай икән, уйланғанды еренә еткереп эшләп булмай. Сығышым менән ауылдан бит мин. Ауылда бит нисек? Таңғы биштә тораһың - көтөүгә мал ҡыуырға кәрәк. Иҫемдә, мин, малай, йүгерәм, үҙем йырлайым. Күршеләрем иҫкәрмә эшләй: "Иртә таң менән йырлама - һәйбәткә түгел". Әсәйем яҡлаша: "Йырла, - ти ул, - һиңә ярай, бар күңелеңде һалаһың бит йырға".
       Фәрит Бикбулатовты тамашасы башҡорт, татар йырҙарын үҙенсәлекле башҡарғаны өсөн ярата, әммә йырсының үҙе әйтеүенсә, уға романстар ҙа яҡын.
       - Рус телен белмәгән саҡта уҡ боронғо рус романстарын һәйбәт йырланым. Барыһы ла минең 17 йәшлек егет сағымда күсмә кино күрһәтеү ҡоролмаһында механик булып эшләүемдән килә. Бер нисә көн дауамында бер үк фильмдарҙы әйләндереп, яҙманы, бигерәк тә йырҙарҙы ҡат-ҡат тыңлағанда күп нәмәне отоп алдым. Һуңынан ғына Өфө сәнғәт училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамланым бит мин.
       - Фәрит Хәйбулла улы, һеҙ сәхнәлә лә, мольберт артында ла йырлайһығыҙ, хатта, 20 йыл элек телевидениела эшләгәндә лә йырһыҙ йәшәмәгәнһегеҙ, тиҙәр?
       - Эфир ваҡытында камераға ғына йырлай алмай инем, ә тапшырыу тамамланғас, йәки иртән, "летучканан" һуң, коридорға сыға ла, йырлай инем. Һәм ҡысҡырып, бар тауышҡа йырлағандан хеҙмәттәштәрем миңә етәкселәрҙән эләккән булыуын билдәләй торғайны. Маҡталғанда иһә йырламаным, шым ғына урыныма барып ултырыр инем, - тип шаярта Фәрит Бикбулатов. - Әгәр етди булһаҡ, егеттәр беҙҙә һәләтле булды, йыш ҡына концерттар, музыкаль кисәләр ойошторҙоҡ.
       - Бер юлы йырсы, рәссам, телетапшырыуҙар алып барыусы булыуы ҡыйын түгелме?
       - Һәр береһенең үҙ сираты: ашығырға ярамай, шул ваҡытта барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. Сәхнәгә сыҡҡанда тамашасымдың өмөтөн алдамаҫҡа тырышам, кешеләр бит йыр-моң тыңларға килгән. Ихлас әйтәм, тамашасы алдына сыҡҡан һайын тулҡынланам, тубыҡтарым ҡалтырай.
       - Ә күргәҙмәне асҡандағы тойғолар ниндәй?
       - Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан кеүек. Әммә был хистәр икенсерәк, мин бит профессиональ рәссам түгел, шуға ла сәнғәт белгестәре ҡаты хөкөм итмәҫ, тәнҡитле статьялар яҙмаҫ, тип ышанам. Ләкин күргәҙмәгә килгәндәрҙең береһе, мин дә булдыра алам быны, тиһә, шат буласаҡмын. Был күргәҙмә ижад итеүгә яңы этәргес биргәндәй булды. Ошоға тиклем ниңәлер бер урында тапанған кеүек тойола ине миңә - алға китә алмайым, кирегә лә юл юҡ. Әйтергә кәрәк, 2009 йыл да эҙһеҙ үтмәне - мин башҡарған йырҙарҙың һүҙҙәре ингән, шулай уҡ үҙемдең шиғырҙарым урын алған китап нәшер ителде. Уларҙы автор башҡарыуында ла тыңларға мөмкин, сөнки баҫмаға йырҙар яҙылған СД ла ҡушып һатыла. Йыйынтыҡҡа иллюстрациялар булып картиналарымдың репродукцияһы хеҙмәт итә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал