6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Беҙҙекеләрҙе туҡмайҙар
14.01.10


       "Салауат Юлаев"тың Омск менән үткәргән матчтары тиҙҙән "Магнитка" һәм "Аҡ барыҫ"ҡа ҡаршы үткән уйындар кеүек принципиалгә әйләнәсәк. Әлегә юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа "юлаевсылар" әллә ни ҙур ынтылыш та күрһәтмәй. Юҡ, тырышлыҡ менән эштәр һәйбәт тора, әммә, шулай ҙа, "супер", "шәп" һәм "күрәһегеҙме, нимә эшләйҙәр - киҫәккә турайҙар" тигән нәмә юҡ.
       Ә бына Омскиҙың был "Суперы" менән һуңғы уйында барыһы ла һәйбәт ине. Уйын дауамында даими күҙәтелмәһә лә, икенсе һәм өсөнсө ваҡыт арауығының ахырында тап шулай булды.
       "Ыласындар" уйын башланғанда уҡ ҡанаттарын ҡабартҡайны. "Витязь" менән команда командаға килеп суҡышҡандан һуң, Омск егеттәре "Салауат"ҡа етди ҡаршы торорға иҫәп тотто. "Авангард"тың сәкәләшкән хоккейсылар өйөрөнән берәүҙе генә дисквалификациялап, бындай күңел торошон һаҡларға КХЛ да булышлыҡ итте.
       "Витяз"дең һуғышсан рухлы булыуына ҡарамаҫтан, командаға командаһы менән ҡаршы һуғышҡанын бер ҙә иҫләмәйем. Ә "Авангард"та бындай осраҡ булды. Ярославль "Локомотив"ы менән һуғышҡандарын иҫләйһегеҙме? "Трактор"ҙың элеге тренеры, ул ваҡытта Яромир Ягрҙың тән һаҡсыһы Андрей Назаров тимер юлсылар командаһына бер үҙе тиерлек ҡаршы киткәйне, бик күләмле һуғыш булды ул. Әле тағы һуғыштылар, тимәк, тағы ла шул уҡ хата ҡабатлана. Һәм "Витяз"де генә ғәйепләп, ҡабатланған осраҡта Лиганан ҡыуасаҡтары менән янап, бер уға етди штраф "йәбештереп" ҡуйҙылар. Әммә эш шунда, чехов һуғышында бындай ҡабатлауҙар "Авангард"та ғына! Һәм шундай хәлдәрҙән һуң уларға иҫкәрмә лә эләкмәне...
       Арбитрҙар уйынды таҡтатҡанда, "Витяз"дә штраф алмаған өс уйынсы иҫәпләнә ине, ҡағиҙә буйынса уларҙың уйынды дауам итергә хоҡуғы бар ине. "Авангард"та иһә бер Кукконен ғына етешмәне...
       Кем һуң бында хулиган? Лиганың, "Витязь" ғәйепле, тийеүенә ышанған хәлдә лә, ниңә Брендон Сагденға ҡаршы сығырға ризалашҡан Александр Свитовты квалификацияһынан мәхрүм итмәнеләр? Ул баш тарта, ҡулдары менән ҡапланып ята, ситкә китә ала ине, әммә ләкин һуғышыусыларға ҡушылды һәм дөйөм туҡмаҡтар менән алышыу һуңынан матчтың ябылыуы менән тамамланды.
       Бәлки Лига Свитов бар көсөнә һуғышмаған йәки туҡмаҡтар уға күберәк тейгән тигәндер? Был йыш һуғышыусы, тимәк, лига ҡағиҙәләрен даими боҙоусы уйынсыны алдағы бер 20-30 уйынға сығарып торорға кәрәк ине, НХЛ-да күптән шулай эшләрҙәр ине. Матч алдынан аяҡтарҙы яҙыр өсөн боҙға сыҡҡанда уҡ һуғыш ойоштороу - әҙәм ишетмәҫлек ҡырағай хәл. Ә Свитов, бер нәмә лә булмаған кеүек, "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы уйнаны, әйтергә кәрәк, матур уйнаны. Тап уның звеноһы ҡапҡаға өс шайба оҙатты, һәм өсәүҙең тәүгеһен Александр үҙе индерҙе.
       Был уңышы - Свитовҡа сигнал. Мейеңде эшкә ҡуш, ҡәҙерлем, күп һуғышһаң да, уларҙың етәрлек өлөшө иҙелмәй ҡалғандыр бит, уйлап ал да, ысын хоккей күрһәт. КХЛ-да үҙ-ара һуғыштар ҡамасауламай тигән ҡағиҙәләр индерелмәҫ борон, көсөңдө уйынға ҡулланып ҡал. Тамашасы шат буласаҡ. Ул голдарҙы һуғыштан кәм яратмай. Һин, Саша, Лешаның башҡаса индерә алмаясаҡ шайбаларын ҡапҡаға оҙат, һәм Лешаның фажиғәле рәүештә фани донъянан киткән урынында башҡаса һуғышма...
       Шулай ҙа кем әле ул мин Свитов һәм башҡа "һуғыш суҡмарҙарына" кәңәш бирергә? Эреләргә беҙҙә барыһы ла рөхсәт ителә бит. Артабан да бер- береһен туҡмаһындар әйҙә, ә Лига ғәфү итер, ул бит беҙҙең йомшаҡ күңелле, хатта бер матчҡа ла дисквалификацияламаҫ.
       Свитов һәм башҡа әүҙем һуғышыусыларҙың Өфөгә ҡаршы уйнауҙарында бер ғәҙеллек тә юҡ, әлбиттә. Әммә хоккейҙы был, һис һүҙһеҙ, биҙәне. Бәлки кемдер минең дисквалификациялар темаһына уйланыуҙарымды "Салауат Юлаев"тың еңелеүе менән бәйле ауыр һағыш тойғоһонан киләлер, тиер. Юҡ, "юлаевсыларҙың" Омскиҙа ауыр матч үткәреүенә хатта шатмын да. Был оҙайлы лидерлыҡ һәм байтаҡ командаларҙан өҫтөнлөк өфөлөләрҙе ялҡаулыҡҡа өйрәтте. Эйе, һирәк кенә отолалар шунда, ләкин артынса аҡланырлыҡ сәбәптәре табыла һәм тағы ла еңеүҙәр серияһы башлана. Һәм йәнә барыһы ла һәйбәт. Ә бына хәҙер, бер-бер артлы ике матчта отолғас, бәлки уйынсылар составында ла, үҙҙәренең башында ла ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр. Көслө уйынды һирәктәрҙән генә күрергә мөмкин. Яҡшы кимәлдә ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко уйнай. Омскиҙа ул күп ҡотҡарҙы, әммә шул ике шайбаны ла кире ҡаҡлыҡтыра ала ине.
       Владимир Антипов, Константин Кольцов лайыҡлы сығыш яһай, Игорь Григоренко оҫталығын арттыра бара. Команда лидерҙары - һис шикһеҙ - Александр Радулов менән Виктор Козлов.
       Башҡаларға ҡарата иһә етди һорауҙар тыуа. Һаҡсыларҙың һәр береһе үҙҙәре тураһында насар фекер ҡалдырырға өлгөрҙө. Омск менән уйнағанда йыраҡ штангала уйынсыны ысҡындырған Олег Твардовский, уйындан сыҡҡан Виталий Прошкин һәм аяғында тора алмаған Кирилл Кольцов команданы терәкһеҙ итте. Көлкө, ҡурғыусы парҙа уйнаған рәсәйле-"юлаевсыларҙың" береһенең дә Олимпиадаға эләкмәүе бар. Хатта, Вячеслав Быков әйтеүенсә, яҡынса исемлеккә индерелгән Дмитрий Калининға ла ошондай хәүеф янай. Хаталар ебәрә.
       Форвардтарға бәйле хәлдәр уғата ауыр. Үҙәктәгеләрҙең уйыны сағыу һәм еткелекле түгел, хатта Сергей Зиновьев та "ҡатып ҡалған". Ситтән тороусылар шайбаны аҙ индерә, ә Патрик Торесен был эште 17 тапҡыр башҡарһа ла, ваҡыты менән уйындан төшөп ҡала, һәм шуның менән беренсе уйын звеноһын тотороҡһоҙ итә.
       Омскиҙа, икенсе ваҡыт арауығында 0:2 иҫәбе менән еңелеп барғанда, "юлаевсылар" Андрей Кутейкиндың шайбаһы һәм Игорь Григоренконың ғәййәрлеге арҡаһында Өфө өсөн бер мәрәй яуланы.
       Билдәләнгән төп ваҡытта Торесендың да голы булды, шайба "Авангард" ҡапҡаһына конькиға ҡаҡлығып инеп китте. Ләкин аңлы рәүештә аяҡ менән ярҙам итеүҙә ғәйепләп, видео-судья голды иҫәпкә алманы. 2:3 урынына овертайм.
       Миңә лә Патрик Норвегияның футбол форвардтарына хас стилдә уйнаған кеүек булды, шуға ла үҙенә шылтыраттым:
       - Патрик, дөрөҫөн әйт әле, был гол соккер уйынынан инеме?
       - Юҡ. Шайбаны ҡапҡаға ебәреү ниәтенән бер нәмә лә эшләмәнем. Шайбаны типмәнем. Конькиға эләктермәҫ өсөн тайпылырға тырыштым.
       - Ниңә "Авангард"тан еңелдегеҙ? Икенсе ваҡыт арауығында ниңә насар уйнанығыҙ...
       - Нисек насар? Улай түгел. "Авангард" - һәйбәт команда. Ягр һәм башҡалар көслө хоккейсы. Улар менән был матчта уйнауы еңел булманы.
       Вячеслав Быков, "Салауат Юлаев"тың баш тренеры:
       - Матч бик көсөргәнешле һәм ауыр булды, бер дивизиондағы командалар осрашты. Иҫәп 0:2 булғанда ла ҡул һелтәмәгән, артабан көрәшкән егеттәрем хаҡында яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә теләйем. Иҫәпкә алынмаған шайбаға килгәндә иһә, билдәле ниәт менән эшләнгән аяҡ хәрәкәтен күрмәнем. Был эпизодты белгестәр тикшереп, комментарийҙар биреүен теләр инек.
       Игорь Никитин, "Авангард"тың баш тренеры:
       - Бар көсөн биргәндәренә егеттәремә рәхмәт, беҙгә тәжрибәле команда ҡаршы торҙо. Әгәр нимәлер килеп сыҡмаған икән, быны улар уйын установкаһын үтәү теләге менән алдырҙы. Уйын аҙағында бер аҙ бирешһәләр ҙә, афарин, овертаймда еңеүҙе ҡулға төшөрҙөләр.
       Төп ваҡыттағы шайба авторы Игорь Григоренконың уйын менән бәйле ауырлыҡтарға ҡарата үҙ фекере бар:
       - Ситтә үткәргән дүртенсе матч был. Ауырыраҡ булды. Омск былай ҙа оҫта, уның менән уйнауы бер ҡасан да еңел түгел, был юлы иһә арығанлыҡ та өҫтәлде. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек.
       - Запасҡа ебәрелгән Зиновьев урынына үҙәктә уйнауы ҡыйынмы?
       - Дөйөм алғанда ла еңел түгел, һәр ерҙә еренә еткереп эшләргә кәрәк, шайба ырғытыуы ла ҡатмарлы.
       - Ике тапҡыр еңелгәндән һуң команда ныҡ күңелһеҙләндеме?
       - Һәр хәлдә, күңелдә юшҡын бар. Киләһе матчтарға әҙерләнәбеҙ. "Амур" менән өйҙә мотлаҡ еңелерәк буласаҡ.
       - Омскиҙа "Авангард"тың көйәрмәндәре көслө ине. Әгәр беҙҙекеләр менән сағыштырғанда, ниндәй һығымта яһарға мөмкин?
       - Өфөлә беҙгә ныҡ ярҙам итәләр. Әммә шундай бер теләкте еткерге килә. Берәй нәмә килеп сыҡмаһа, зинһар, һыҙғырмағыҙ. Был бер миңә генә түгел, башҡа уйынсыларға ла оҡшамай. Киреһенсә, командаңа ярҙам итергә, ҡеүәтләргә кәрәк. Бүтән ҡалаларға ҡарағанда Өфөлә күберәк һыҙғыралар. Бәлки беҙҙең еңеүгә өйрәнгәндәрҙер? Ауыр саҡта ла ҡеүәтләһендәр ине.
       www. khl.ru сайты фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал