6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ҡыҙылтүштәр нота станында
13.01.10


       Ошо көндәрҙә Өфө сауҙа-күңел асыу комплекстарының береһендә экспозиция яңыртылды. Ғәҙәттәгесә, күләмле һәм бай эспозиция был юлы Илдар Ғаянов, Вәкил Шәйхетдинов, Рифҡәт Арсланов һәм башҡа билдәле рәссамдар менән һәләтле йәштәрҙең картиналарын берләштерҙе. Балалар һүрәттәрендә, башлыса, әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙарын күрергә мөмкин булһа, ололарҙың ҡыҙыҡһыныуы башҡасараҡ - пейзаж, натюрморттар, тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙәр. "БАШвестЪ" интернет-гәзитенә Башҡортостан Республикаһы рәссамдарының ижади ойошмаһы вице-президенты Сергей Милановтың хәбәр итеүенсә, бындай күргәҙмәләрҙе ойоштороу - уларҙың төп бурысы. Бөгөн ойошмала картиналары республика ҡалаларында ғына түгел, Рәсәйҙең мәртәбәле күргәҙмәләрендә лә йөрөп сыҡҡан 150 рәссам иҫәпләнә. Әлеге көндәрҙә лә Башҡортостандың 30 рәссамы эшен Мәскәү күргәҙмәһендә ҡарарға мөмкин.
       - Өфө тамашасыһын да иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ, уларға башҡорт һынлы сәнғәте корифейҙарының һәм үҙешмәкәр рәссамдарҙың эшенән экспозиция тәҡдим иттек, - ти Сергей Миланов. - Һуңғыларына килгәндә инде, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң - берәү ҙә иртәгәһенә ниндәй шөғөл һайларын белмәйҙер. Төрлө һөнәр эйәләре һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, баш-көллө ижадҡа сума: хикәйә, повестар яҙа, картиналар ижад итә, - ҡоро һүҙ генә булмаһын тиептер, үҙешмәкәр рәссамдар яҙмышы тураһында уйланыуҙарын вице-президент һүрәттәре ошо күргәҙмәлә ҡуйылған Владимир Хутько тураһындағы һүҙҙәре менән ҡеүәтләп ҡуя.
       Владимир Хутько Германияла дислокацияланған Рәсәй ғәскәрендә оҙаҡ йылдар прапорщик булып хеҙмәт иткән. Әммә унда, ижадтан бөтөнләй алыҫ торған ерҙә лә ул һәләтен ҡулланырға мөмкинлек тапҡан.
       - Махсус сәнғәт белемем юҡ, әммә үҙемде иҫләгәндән алып һүрәт төшөрөргә яраттым, - тип һөйләй "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән аралашҡанда Владимир Хутько. Мин хеҙмәт иткән полкта мауығыуымды беләләр ине, шуға ла һәр төрлө агитацион материалдар әҙерләүҙе ышанып тапшырҙылар.
       Әгәр һеҙ стенгазета йәки плакатты күҙ алдына килтерһәгеҙ икән - яңылышаһығыҙ. Владимир Хутько үҙ ҡулдары менән һәр береһе 20 метр бейеклектәге ике мемориаль комплекс һалған. Был күләмле комплекстар менән ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет һалдаттары һәм офицерҙары исемен мәңгеләштергән. Уларҙың полкы торған Ютеборг ҡалаһы эргәһендәге мемориалдарҙың һаҡланыу- һаҡланмауы Өфө скулпторына билдәле түгел. Әммә Владимир Хутьконың фотоархивында монументаль ижадының төҫһөҙ фотолары һаҡлана. Был ике һәйкәл - оҫтаның берҙән-бер күләмле эше. Хәрби тематикаға ла яҙмай ул хәҙер, ябай тормош сюжеттарына өҫтөнлөк бирә. "Ҡышҡы әкиәт", "Ғибәҙәтханаға юл", "Ҡаланың иҫке өлөшө"картиналары... Эшләнеше буйынса үҙенсәлекле "Ҡыҙылтүштәр" рәсеме - буяуҙы, таптар менән яҙыу урынына, ҡылға теҙелгән тигеҙ рәт һыҙыҡтар кеүек оҙонсалай һалған. Был картинала ҡышҡы ҡошсоҡтар баштүбән һалынған партитураға ҡунған кеүек.
       Владимир Хутько акварель һәм майлы буяуҙар менән эш итә, айырым бер һүрәттәрендә рельеф техникаһын ҡуллана, шуға ла һүрәтләнгәндәре ысынбарлыҡтағы кеүек күләмле күренә. Уның "Натюр-I", "Натюр-II", "Сәскәләр"е - тап ошо сериянан. Күргәҙмәлә диңгеҙ пейзаждары, диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡтар, караптар һәм балыҡсы кәмәләре төшөрөлгән һүрәттәр махсус урын биләй. Улар шул тиклем ысынбарлыҡҡа яҡын, хатта уның ҡағыҙҙа йәнләндергән сюжетына, рәссамдың үҙенә лә күңелдә ышаныс тойғоһо ярала. Владимир Хутько әйтеүенсә, диңгеҙ пейзаждары ун йыл йәшәп ҡайтҡан Балтика буйын һағыныуҙан килә.
       - Тәбиғәтте, диңгеҙҙе, балыҡ ҡармаҡлауҙы яратам - ошо темалар картиналарымда сағылыш таба ла инде, - тип һүҙен дауам итә Владимир Хутько.
       Ижадта иң мөһиме нимә һуң, тигән һорауға рәссам былай тине: - Һеҙгә серемде асам: эш башлар алдынан үҙемде уны ҡараясаҡ кеше урынына ҡуям. Һүрәт ҡарауҙан шатлыҡ тойғоһо кисерһендәр ине, тигән теләктәмен. Картина - ул Хоҙай Тәғәлә бар ҡылған донъяға тәҙрә, һәм уның ижадын мин бар матурлығында күрһәтергә теләйем.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал