6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Яҡташтар
12.01.10


       Йыл аҙағында Башҡортостан эҙәрмәндәре эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны. Йомғаҡлау конференцияһын "БР эҙләнеү отрядтары фонды" йәмәғәт ойошмаһы Октябрскиҙа үткәрҙе. Конференция өсөн тиктәҫкә Октябрьский һайланмаған, тап ошонда республиканың билдәле эҙләнеүсеһе Рауил Кашапов йәшәй һәм хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ иҫәбендә 40-ҡа яҡын экспедиция бар, ә уның эҙләнеүсе формаһын атҡаҙанған хәрбиҙең кителенән айырып та булмай, шул тиклем наградалары күп. Әммә конференция байрам төҫөн алманы, эшлекле үтте. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең юбилейы эҙләнеүселәр алдында етди мәсьәләләр ҡуя. Төрлө ғәҙәти тишеренеү- эҙләнеү экспедицияларынан тыш, эҙләнеүселәр Башҡортостан Республикаһы хәтер китабына өҫтәмәләр һәм үҙгәртеүҙәр баҫтырып сығарырға ниәтләй. Төрлө архивтарҙан, музейҙарҙан алынған мәғлүмәтте, һуғыш ваҡытында һәм интернет аша хатлашыуҙарҙы дөйөмләштереп, электрон яҙма сығарырға ла иҫәп тота улар. Был эшкә мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар һәм йәмәғәтселек йәлеп ителәсәк. Һәр ҡатнашыусының исеме йыйынтыҡта күрһәтелеп, Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә өлөш индереүҙәре барыбыҙға ла асыҡ күренәсәк.
       Сараның рәсми өлөшө үткәндән һуң был материалдың авторы Рауил Кашапов менән уҙған экспедицияларҙы, атап әйткәндә, 2009 йылдың октябрендәге һуңғы, эҙләнеү хәрәкәте ветеранының һүҙҙәре буйынса, иң ауырын, хәтерләп ултырҙыҡ.
       1943 йылдың 20 октябрендәге һалҡын көҙгө иртәлә ике пар "И-15 бис" истребителдәре Волосово - Кингисепп тимер юл участкаһына разведкаға һәм штурмлауға оса. Самолеттарҙың истребитель булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар етди ҡораллана: ракета йәҙрәләре, 25 килограмлыҡ авиабомба, ШКАС пулеметтары. Һауала дүрт совет осоусыһы нимә тураһында уйланы икән? Бәлки уларға ҡамауҙа ҡалған Ленинград йә иһә алда торған бурыстары, ерҙән дә, һауанан да килгән хәүеф уйға килгәндер. Һәр береһе был осоштоң һуңғыһы булыу мөмкинлеген белгән. Был турала осоусыларҙың береһе - кесе лейтенант Андрей Иванович Иванов та уйлағандыр инде. Бәлки ул Башҡортостандағы Благовещенск ҡалаһы янындағы тыуған ауылы Санинскиҙы хәтеренә төшөргәндер? Ул бында, Ораниенбаум плацдармы өҫтөнән осҡанда, Өфөлә атаһы менән тормош иптәшен көтөп ҡалған ҡатыны Агрипина Андреевна менән дүрт йәшлек улы Георгийҙы һаҡлауын уйлағандыр? Беҙ быны белә алмабыҙ инде. Архив документтарының һаран һүҙҙәренән иһә шул билдәле: "...Воронино - Лопухинка районында фронт һыҙатын үткәндә дошмандарҙың зенит артиллерияһы утҡа тотҡан, Слепино районында Иванов төркөмөнән артта ҡалған, ҡыуып еткән, 15-20 километр үткәс, тағы төркөмөнән айырылып, болоттарға ингән һәм юғалған...".
       63 йылдан һуң шундай уҡ ҡараңғы октябрь көнөндә Ленинград өлкәһенең Ломоносов районындағы Заостровье күленән йыраҡ түгел һаҙлыҡта урындағы урмансы самолет ҡолаған урынды таба. "Ораниенбаум плацдармы" эҙләнеү отряды егеттәре менән Ленинград өлкәһенең эҙләнеү отрядтары фонды рәйесе Илья Прокофьев двигатель бешкәгендәге номерҙарынан уның 1943 йылдың 20 октябрендә хәрби заданиенан ҡайтмаған М-25в 1910021 һанлы моторлы 4171 һанлы "И-15 бис" самолеты булыуын асыҡлай. "Балтика флоты хәрби һауа көстәренең 25-се айырым авиация эскадрильяһының летчигы, кесе лейтенант Иванов Андрей Иванович, 1919 йылда тыуған, Башҡорт АССР-ы, Благовещен районы, Санинский (Сашинский) ауыл советы, Санинск (Сашинск) ауылы. 1939 йылдың 26 сентябрендә Өфө ҡалаһының Молотов хәрби комиссариаты менән мобилизацияланған. 1943 йылдың 20 октябрендә фронт һыҙығын үткәндә Воронино районында ҡаршы көстәрҙең зенит артиллерияһы утына эләгә һәм Слепино районында болоттар араһына инеп китә. Ҡатыны Попова Агрипина Андреевна, 1918 йылғы, улы Георгий 1939 йылғы, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 126-сы йортта йәшәгәндәр..."
       Андрей Иванович Ивановтың шәхси эшенән (Үҙәк хәрби диңгеҙ архивы) уның 1919 йылдың 15 авгусында тыуыуы билдәле булды. Атаһы Иванов Иван Алексеевич 1924 йылда мәрхүм булған, әсәһе Аксинья Ефимовна - 1942 йылда. Андрей ағалары һәм әсәһе тәрбиәһендә үҫкән. 1937 йылда ағаһы Федор рәйеслек иткән, икенсе ағаһы Степан шофер булған Калинин исемендәге колхозға эшкә төшкән. 1935 йылда Санинск тулы булмаған урта мәктәптә ете класс тамамлаған, 1936 йылда институтҡа инеү теләге менән Өфөгә китә, әммә документтарын тапшырын өлгөрмәгәнгә күрә, паровоз ремонтлау заводына автогенсы булып урынлаша.
       1938 йылда Андрей Иванович Осоавиахимдың Башҡорт республика аэроклубында осоусылар әҙерләү курсын бөтә һәм комиссия алдында һынау тотоп, түбәндәге билдәләр ала: теория - "дүртле", осоу буйынса әҙерлек - "дүртле". 1939 йылдың 26 сентябрендә беҙҙең геройҙы хәрби хеҙмәткә саҡыралар, ул НКВД-ның сик буйы ғәскәрҙәренә 5-се айырым диңгеҙ авиаэскадрильяһына эләгә. 1941 йылдың 1 июлендә радист-атыусы вазифаһына тәғәйенләнә. 1942 йылдың 25 мартында Тымыҡ океан флоты хәрби һауа көстәре командующийының бойороғо менән запас осоусы булараҡ ул 3-сө запас авиаполкка эләгә.
       Андрей Иванов барыһы 110 сәғәтте һауала үткәргән, самолетты ергә 580 тапҡыр ултыртҡан, шуларҙан "И-15 бис" менән - 119, "У-2" хәрби самолеты менән 42 тапҡыр ултырған.
       Питер эҙләнеүселәре Башҡортостандағы хеҙмәттәштәре менән бәйләнешкә ингәс, 2009 йылдың октябрь башында самолет ҡолаған урынға республиканан төп өлөшө "Ватан" отряды менән Нуриман районының "Десантсы" отрядынан торған ҡушма эҙләнеү отряды юлға сыҡты. Бл юлдар авторына башҡорт эҙләнеүселәренең башлығы булыу бәхете тейҙе. Тәүге көндәрҙән үк эҙләнеүселәр ауыр шарттарға юлыҡты. Эҙләнеү эштәре барған урын артыҡ дымлы ине, хатта лагерь урынлашҡан сағыштырмаса ҡоро ерҙә аяҡ аҫтында батҡаҡ ятты. Әгәр быларға тәүге арала барған һалҡын ямғырҙарҙы, һуңыраҡ ҡар яуыуын өҫтәһәң, беҙҙең ниндәй ҡыйынлыҡтарға эләгеүебеҙ аңлашыла. Отрядтың ориентирһыҙ һаҙлыҡ буйлап лагерҙан эҙләнеү урынына атлауы ҡайһы берҙә йәшәү өсөн көрәште хәтерләтә ине. Өҫтәргә кәрәк, эҙләнеү урынына һәм кирегә дүртәр-бишәр километр йөрөүебеҙ эш ваҡытының өстән бер өлөшөн ала торғайны. Беренсе көндәрҙә самолет ҡолаған майҙан асыҡланды, инженер-сапер разведкаһы, юлдарҙы таҙартыу эше алып барылды. Артабан билдәләнгән урын ҡуйы һаҙлыҡ үҫемлектәренән таҙартылып, йолҡоп сығарылған үҫентеләр үҙҙәре лә тикшерелде. Һәм һуңғы дүрт көндә эҙләнеүселәр һаҙлыҡ төбөн тура мәғәнәһендә ҡулдары менән ҡапшаны. Йәшермәйенсә әйтә алам, был эш еңелдәрҙән түгел. Ҡулың яурынға тиклем боҙ һыуыҡлығындағы һыуға тығылғанда, бар тәнеңде токҡа тотҡан кеүек. Ләкин беҙҙең егеттәр - ябай студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, лагерҙа уларҙы өй йылыһы көтөүе хаҡында ла уйламайынса, һыуға ашҡынды. Һаҙлыҡта боҙ ҡатламын ярып булмаҫлыҡ саҡта ғына эҙләнеүселәр самолетта эшен туҡтатты. Был экспедиция-разведканың һөҙөмтәһендә летчик тураһында материал йыйылды, урындағы халыҡтарҙан мәғлүмәт алдыҡ һәм самолет төшкән урынды, эштәр алып барыласаҡ ерҙе асыҡланыҡ. Иң мөһиме, ҡайтырҙан алда ғына экспедицияла ҡатнашыусылар парашют системаһын тапты, әммә, үкенескә күрә, әлегә осоусы мәйете табылманы.
       200 самолетты табырға өлгәшкән Илья Прокофьев фекеренсә, башҡорт эҙләнеүселәре һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән. Бер самолетҡа күп ваҡыт ике-өс тапҡыр экспедиция ойошторорға тура килә. Хәрби әсирҙәр тураһындағы белешмәлә яҡташыбыҙ тураһында мәғлүмәт юҡ, парашют системаһы урында, тимәк, осоусы ҡайҙылыр яҡында. Тағы ла бер экспедиция кәрәк. Ышанам, киләһе миҙгелдә лә мин яҡташым артынан Ораниенбаум плацдармына барырмын. Мотлаҡ.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал