6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Насар уйҙарҙы ҡыуығыҙ, никах агентлығына ашығығыҙ!
11.01.10


       Ҡыҙыҡ, ни ҡәҙәр беҙ никах агентлығы тураһында хата фекерҙәбеҙ икән! Мәҫәлән, уларҙың төп клиенттары - икенсе яртыһын табырға тамам өмөтөн өҙгән ҡатын-ҡыҙ һәм йөҙгә матур булмаған йәки уңышһыҙ ир заты тип уйлауыбыҙ ғына ни тора! Бер ҙә улай түгел! "БАШвестЪ" һорауы буйынса йәш эшҡыуар, Өфөнөң никах агентлығы хужаһы Наталья Александрова дөрөҫ фекергә килеү һәм никах агентлығы тураһында уйҙырмаларҙы таратыу ниәтенән беҙҙең менән аралашырға ризалашты.
       - Никах агентлығын асыу уйы миңә бер көн эсендә генә килмәне, - тип һүҙ башланы әңгәмәсебеҙ. - Бығаса мин рекрутлау компанияларында хеҙмәткәрҙәр һайлау менән шөғөлләндем һәм хеҙмәттәштәремдән йыш ҡына персонал йыйыу урынына кешеләргә икенсе яртыһын табышырға ярҙам итһәң ни була, тигән шаян кәңәштәр ишеттем. Был һүҙҙәр күңелгә ятты, һәм мин әкренләп баҙарҙы, был хеҙмәткә булған һорауҙы өйрәнә башланым. Ә көрсөк башланып, кадрҙар баҙары "ҡомға терәлгәс", аңланым - бөгөн йәки башҡаса мөмкинлек булмаясаҡ!
       Тәүҙә мөмкин булған клиенттар араһында, ир-егеттәргә айырым иғтибар биреп, һорау алыу үткәрҙем. Уның барышында "ирҙәр никах агентлығына йөрөмәй" тигән фекерҙең урынһыҙ булыуы асыҡланды. Һорау алған ир затының 30 проценты бындай мөмкинлектән баш тартмай.
       Шулай уҡ көслө заттың был аҙымға оҙаҡ йыйыныуы асыҡланды, әммә, ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, улар ҙа был хеҙмәткә мохтаж. Бынан һуң минең бөтөнләй икеләнеүҙәрем бөттө, һәм 2009 йылдың яҙында минең етәкселегем аҫтында яңы никах агентлығы барлыҡҡа килде.
       - Һөҙөмтәләре нисек?
       - Бөгөн компания активында йөҙләгән анкета бар, һәм ышандыра алам - был эштең башы ғына. Көндән-көн кандидаттар һаны арта, әйтергә кәрәк, ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны араһында ҙур айырма юҡ.
       - Һөйләгеҙ әле, эшегеҙҙең уңыш сере нимәлә?
       - Байтаҡ никах агентлыҡтары элеккесә - ҡағыҙ каталогтар буйынса эшләй. Бизнес-планымды төҙөгәндә үк мин техник прогресс емештәрен ҡулланырға һәм клиенттарға уңайлы булһын өсөн анкеталарҙы урынлаштырыу мөмкинлеге булған интернет-ресурс булдырырға уйланым. Практикала күренеүенсә, был ресурс ҙур һорау менән ҡуллана. Клиенттар өйөнән дә сыҡмайынса он-лайнда кандидаттар исемлеге менән таныша ала. Тағы ла бер уңышлы яғы - мин улар менән ICQ, электрон почта һәм телефон аша тәүлектең 12 сәғәтендә ял көндәрһеҙ аралаша алам. Дуҫтарым мине "тәгәрмәсле агентлыҡ" тип йөрөтә, сөнки мин һәр ваҡыт үҙем менән ноутбук йөрөтәм һәм клиенттар менән улар теләгән ваҡытта яҡын тирәләге кафеларҙың береһендә осраша алам. Үкенескә күрә, күптәр һаман да "Никах агентлығы" тигән яҙыу элеүле бинаға инергә ҡыймай, дуҫтарының, таныштарының күреп ҡалыуынан ҡурҡа. Шуға ла клиенттарға үҙем барам, был, әлбиттә, бизнес үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итә.
       - Наталья, һеҙ кешенең ғаилә төҙөргә теләүен нисек билдәләйһегеҙ, бәлки ул мажара ғына эҙләйҙер?
       - Потенциаль ҡатын/ирҙе һүрәтләр өсөн мотлаҡ үҙҙәре менән осрашам. Һөйләшеүенән, үҙен тотоуынан уҡ кешенең маҡсаты асыҡ билдәләнә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә теләүселәр, һөйәр йәки һөйәркә эҙләүселәр ҙә осрай. Әммә бындайҙар мине ҡыҙыҡһындырмай. Минең өсөн иң мөһиме - ғаилә төҙөү теләге булһын. Ҡағиҙә булараҡ, аралашыу барышында барыһы ла асыҡлана.
       - Ир-егеттәр талабы ниндәй? Һаман да шул 90-60-90?
       - Күптәр икенсе яртыһының хыялдағы параметрҙарға тап килеүенә ҡаршы түгел. Әммә ысынбарлыҡта эштәр танышыуға килеп еткәс, алғы планға икенсе нәмә - мөләйемлек, эске импульстар сыға. Миҫалға, клиенттар араһында ябай ҡыҙ бар, йөҙгә лә артыҡ матур түгел, әммә анкеталар ҡараған егеттәрҙең күптәре уны һайлай. Бәлки был ҡыҙҙың ҡарашына йәки йылмайыуына бәйлелер, әммә аныҡ ҡына әйтә алам, был сәсе төҫөнән йәки бил нескәлегенән түгел.
       Көслө затты нимә ҡурҡыта һуң? Күп осраҡта кандидаттарҙың етдилеге. Ир-егеттәр үҙҙәренә ҡуйылған талаптарҙың күп былыуын да өнәмәй. Аныҡ йәштә, күпмелер килемле, шундай холоҡ менән... Ир-егеттәр был талаптарға тура килмәүҙән хәүефләнә. Шуға ла мин ҡатын-ҡыҙҙарҙан үҙҙәренә оҡшаған төп һыҙаттарҙың бер нисәүһен генә күрһәтеүҙәрен һорайым. Ә башҡаларын осрашҡанда асыҡларға мөмкин.
       - Ҡатын-ҡыҙҙар кем хаҡында хыял итә?
       - Мәрхәмәтле, ышаныслы кеше тураһында, уның эргәһендә ҡатындарға үҙҙәренең көсһөҙлөгөн тойорға мөмкин булһын.
       - Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҡшаш талаптары бармы?
       - Әлбиттә. Барыһы ла үҙҙәренә иптәш, ярҙамсы, ҡурсалаусы, һөҙөмтәлә, терәк булырлыҡ кешене эҙләй.
       - Оялсанлыҡ кеүек сифат ҡамасаулаймы?
       - Ҡайһы берҙә. "Никах агентлығы - ул һуңғы мөмкинлек, һәм унда башҡа юғалтыр нәмәһе ҡалмағандар бара", тигән хата фекер күптәр өсөн үтә алмаҫлыҡ кәртәгә әйләнә. Ысынбарлыҡта иһә агентлыҡтың клиенттары - 30-40 йәштәрҙәге юғары белемле, карьера төҙөгән интеллигент кешеләр, әле улар шәхси мәсьәләләрен хәл итергә ваҡыт тапҡан. Урамда уңышлы танышыуҙың мең осраҡҡа бер генә тура килеүе аңлашыла, офиста романтик бәйләнештәр хупланмай, әгәр кеше бизнес менән шөғөлләнә икән, был осраҡта һөйгәнеңде эҙләү менән эшеңде тура килтереү бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. 20-30 йәшлектәрҙең дә үҙ ҡыйынлыҡтары, шуларҙың береһе - оҙаҡҡа һуҙылған интернет-романдар. Хәҙерге ҡыҙҙар һәм егеттәр социаль селтәрҙәр, форумдарҙа аралашыуҙы өҫтөн күрә, һәм ахырҙа был интернет- дуҫлыҡ шул тиклем оҙаҡҡа һуҙыла, һуңыраҡ улар осрашыуҙан ҡурҡа башлай, һөҙөмтәлә йәштәр бик оҙаҡҡа яңғыҙ ҡала.
       - Эшегеҙ һөҙөмтәһендә яңы парҙар яралғанда ғорурланыу тойғоһо кисерәһегеҙме?
       - Һис шикһеҙ. Кисә генә бер ҡыҙ икенсе "яртыһының" телефон номерын алды. Ошо көндө үк улар шылтыратышып, осрашырға һүҙ ҡуйышты. Иртәгәһенә клиентым мине рәхмәт һүҙҙәренә күмде.
       - Дуҫтарығыҙ һеҙҙең эшегеҙгә ниндәй ҡарашта?
       - Нимә менән шөғөлләнгәнемде әйтһәм, был аптырау, йылмайыу тыуҙыра. Күптән түгел институтта тренингылар үтте (әле мин икенсе юғары белем алам). Беҙгә үҙебеҙ тураһында һөйләргә ҡуштылар. Курсташтарым минең никах агентлығы хужабикәһе икәнлегемде белгәс, хатта сәпәкәйләп ебәрҙе. Көтөлмәгәнсә, әммә күңелле. Курсташтарым ярҙамы һәр ваҡыт тойола - ваҡыты менән теге йәки был мәсьәләләр буйынса кәңәшләшеп алабыҙ. Шул уҡ мәлдә кеше стереотибы менән бәйле кире яғы ла бар. Әсәйем, совет заманы кешеһе, никах хеҙмәте өлкәһендә эшләүемә әле саҡ күнде. Эшемдең ояты булмауына ышандырыу өсөн байтаҡ көс түгергә тура килде.
       - Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Өфөлә никах бизнесы нишаһы киңме?
       - Эйелер, тип уйлайым. Бөгөн баш ҡалабыҙҙа унға яҡын агентлыҡ иҫәпләнә. Миллионлы ҡала өсөн был бик аҙ. Шул уҡ мәлдә никах агентлығын асыу еңел эш түгел. Ул ваҡыт һәм сабырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, аралашыу тәжрибәһе һәм, әлбиттә, кешене яратыу, ихтирам итеүҙе талап итә. Һәм тағы ла ике клиентты бер-береһенә тура килтереү, яраштырыу өсөн һиҙемләү ҙә кәрәк. Был икәү бер-береһен ҡыҙыҡһындыра алырмы? Бик күп факторҙар - кешенең нимә көтөүен, йәшен, милләтен, балалары барлығы-юҡлығын һәм башҡаларҙы иҫәпкә алғанда ғына был һорауға яуап бирергә мөмкин.
       - Һеҙҙең алдағы пландарығыҙ?
       - Республика кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә эшләргә ине. Тап шуға ла күптән түгел мин Швейцарияла, Бельгияла филиалдары булған Франция фирмаһы менән килешеү төҙөнөм. Тағы бер йүнәлеш - Чехия менән хеҙмәттәшлек итеү. Бынан тыш, клиенттарыма республика эсендә генә түгел, илебеҙ эсендә танышыуға мөмкинлек асылһын өсөн Рәсәй никах агентлыҡтарының ассоцияцияһына инергә иҫәп тотам.
       - Сит ил ир-егеттәре ҡыҙҙарҙы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырамы?
       - Был хеҙмәт 1990-сы йылдарҙа һорау менән файҙалана ине. Хәҙер сит ил ир-егеттәре түгел, ә беҙҙең ҡыҙҙар теләмәй бындай танышлыҡты. Эйфория үтте, ҡыҙҙар телде белмәү кеүек кәртәне яҡшы аңлай. Күсеп китеүгә ҡарағанда, уларҙы мәҙәниәт, менталитет айырмаһы хафаландыра.
       - Беренсе танышыуҙан уҡ никах төҙөгәндәр бармы?
       - Үкенескә күрә, юҡ. Сәбәптәре ябай танышҡандағы кеүек үк: оҡшатыу, оҡшатмау, ҡыйыуһыҙлыҡ. Быға аптырарға ла түгел, беҙҙең алда үҫмерҙәр түгел бит, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға өйрәнгән, һәр юлын унынсы аҙымына тиклем һанап ҡуйған аныҡ фекер йөрөтөүсе ололар.
       - Был рационаллек тиҙ арала никах институтын юҡҡа сығарыр тип уйламайһығыҙмы?
       - Юҡтыр, тип уйлайым. Кеше һәр ваҡыт икенсе яртыһын эҙләй. Һәр кем янында һөйгәне, яҡыны булыуын теләй, көрсөк һәм катаклизмдарға ҡарамаҫтан, уның менән бергә ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә ниәтләй.
       Олег Яровиков фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал