6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Тиҙҙән Яңы йыл етә!
31.12.09


       Яңы 2010 йылдан беҙҙе бер нисә сәғәт кенә айыра. Тимәк, иң ҡәҙерле, матур байрамға әҙерләнергә ваҡыт та ҡалмаған. Нисек? Һеҙ һаман эш урынында ултыраһығыҙмы? Эштәрегеҙҙе тиҙерәк тамамлағыҙ ҙа, яңы йыл өҫтәленә ашығығыҙ! Өйҙә ҡалыу бәхете тейҙеме әллә? Ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй. Салат әҙерләгеҙ, икмәккә ҡыҙыл ыуылдырыҡ һылағыҙ һәм шампан шарабын һыуытығыҙ.Тиҙҙән башланасаҡ!
       Әгәр һеҙгә бөгөн урамға сығырға тура килһә, ҡалала ниндәй ығы-зығы барғанына шаһитһығыҙҙыр. Халыҡ магазиндар буйлап саба, оҙон, ярым буш кәштәләрҙә ҡалған тауарҙы һатып алырға ашыға. Ун көнлөк байрамдың иҫтә ҡалырлыҡ булыуын теләйҙәрҙер, күрәһең.
       Барлап ҡарағыҙ әле, барыһын да әҙерләнегеҙ микән? Туғандарығыҙға, иҫәпһеҙ таныштарығыҙҙың барыһына ла бүләктәрегеҙ әҙерме? Яҡшы! Ә Саша, Марат, Маринаны саҡырырға онотманығыҙмы? Бик һәйбәт! Ой, ә мейестә итегеҙ көймәйме? Тикшерегеҙ-тикшерегеҙ. Барыһы ла уйланылғанса булырға тейеш.
       Тә-ә-әк, ә хыялдарығыҙ менән хәлдәр нисек тора? Ниндәй теләктәрҙең үтәлеүен һорарығыҙ билдәлеме? Тәүҙә уларҙы яҙып алырға, һуңынан ғына әйтергә кәрәк. Тәртибе шулай.
       Әйҙәгеҙ бергәләп уйлайыҡ, нимә етмәй был донъяла? Бәхет... Ул әле берәүгә лә ҡамасауламаған. Аҡса... Улар ҙа кәрәк. Сәләмәтлек... Унан тыш мөхәббәт тә, бәхет менән аҡса ла шатлыҡ килтермәй. Ғәҙәти яңғырай, эйеме? Улай булһа, "Феррари", берәй ожмах утрауына юллама йәки күрше йорттан Максим тураһында хыял итегеҙ һуң. Барыһы ла үҙегеҙҙең ҡулда.
       Тәәәк, теләктәр билдәле. Инде өҫтәл артына йыйылабыҙ. Оливье һалабыҙ һәм уҙып барған йылда булып үткән һәйбәт ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Эй, һәр төрлө саралар күп булған икән дә. Күпме кино премьераһында, спектакль һәм концерттарҙа булғанбыҙ, мауыҡтырғыс спорт матчтарын күҙәткәнбеҙ, һәләтле, креатив, сағыу кешеләр менән танышҡанбыҙ, күпме енәйәт асылған... Барыһын да иҫәпләп бөтөрлөк түгел.
       Ә еңеүҙәр һуң? Быйыл беҙҙең гәзит йондоҙло булды. "БАШвестЪ" уны "Интернет - Өфө" конкурсында "Масс-медиа" номинацияһында алды. Күп кенә журналистарыбыҙ башҡа еңеүҙәр ҙә килтерҙе...
       Эй, артыҡ уйланып киттек түгелме? Былай булһа, Яңы йыл еткәнен дә күрмәй ҡалырбыҙ. Тәк, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауҙарын тыңларға, һыуытҡыстан шампан шарабын сығарырға ла ваҡыт.
       Бына сәғәт тә ун икене һуға. Ба-бах! Шампан шарабының бөкөһө алыҫҡа оса. Теләктәр теләйбеҙ ҙә, һанайбыҙ: бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун, ун бер, ун ике!
       Яңы йыл менән һеҙҙе! Яңы бәхет менән!

Башвестсылар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал