6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы көстәр

Ватанды һаҡлауға һәм хәрби хеҙмәткә әзербеҙ!
30.12.09


       Илебеҙҙең оборона йәмғиәтендә булып үткән үҙгәрештәр, шулар иҫәбендә хоҡуҡи статусын һәм ойошманың исемен үҙгәртеү, дәүләттең яңы мәсьәләләр билдәләүе - былар барыһы ла ойоштороу-штат ҡоролошон да үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Башҡортостан РОСТО (ДОСААФ) ойошмаһында был йүнәлештә нимәләр эшләнгән һәм тағы ла ниндәй саралар күрергә кәрәк - ошо турала Башҡортостан ДОСААФ-ы Советының сираттан тыш съезында Рәсәй ДОСААФ-ының Үҙәк Советы президиумына ағза итеп һайланған, әлегә һаман РОСТО (ДОСААФ) исемен йөрөткән ойошманың рәйесе, генерал-майор Илгиз Таңғатаров һөйләй.
       - Совет заманында беҙҙең ойошма исеме, русса әйткәндә, түбәндәгесә яңғырай ине: Добровольная организация содействия армии, авиации и флоту (ДОСААФ), әммә 1991 йылда ул Рәсәй оборона спорт-техник ойошмаһы тип үҙгәртелде, - ти Илгиз Таңғатаров, - бөгөн иһә элекке исеме кире ҡайтарылды.
       2009 йылдың 28 ноябрендә Владимир Путин ҡултамға ҡуйған Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән ойошма алдында яңы бурыстар ҙа барлыҡҡа килде. Тап ошоларҙы аныҡлап, киң мәғлүмәт сараһы хәбәрселәре алдында сығыш яһаны бөгөн генерал-майор.
       - Яңы уставҡа ярашлы, элек йәмәғәт ойошмаһы булған ДОСААФ бөгөн ижтимағи дәүләт ойошмаһы һанала. Әммә был төшөнсәне дәүләт аңлатып бөтмәй, шулай ҙа беҙҙең алда дәүләт кимәлендәге мәсьәләләр ҡуйыласағы билдәле, финанслау ҙа дәүләттән буласаҡ, - ти республиканың ДОСААФ башлығы.
       ДОСААФ алдында ҡуйылған яңы бурыстарҙы асыҡлар алдынан, генерал-майор ойошманы үҙгәртеп ҡороуҙарға килтергән ауырлыҡтар тураһында һөйләне. - Төп бәлә армияның хәрби әҙерлекһеҙ булыуында. Ҡеүәтле ҡораллы көстәр часы, даими хәрби әҙерлектәге частар ҡыҫҡартылды. Һөҙөмтәлә, күптән түгел Кавказда булып үткән һуғышта армия хәрби әҙерлекле көстәр менән түгел, ә ҡыҫҡартылған кадрҙар менән тәьмин ителде. Ниңә Грузияла самолетты бәреп төшөрҙөләр? Сөнки уның штурвалы артында ниндәйҙер хәрби институттан уҡытыусы ултырған. Хәрби операция ла кәмселекһеҙ үтмәгән, һәм ике сәғәт урынына бер аҙнаға һуҙылған, беҙ был бәрелештә 70 кешебеҙҙе юғалттыҡ.
       Хәрби хеҙмәт оҙайлығын бер йылға ҡыҫҡартыуҙан һалдаттар әҙерлеге яҡшырмаясаҡ. Илгиз Таңғатаров әйтеүенсә, бер йыллыҡ хеҙмәт батальон кимәлендә лә хәрби эште көйләп бөтөргә мөмкинлек бирмәй. Әгәр әрмегә саҡырыусыларҙың алдан булған әҙерлеген иҫәпкә алғанда, уларға бер йылда хәрби хеҙмәттең башланғыс мәғлүмәттәрен генә бирергә мөмкин.
       - Рәсәй ғәсҡәрҙәрендә 300 мең хеҙмәткәр ҡалдырыласаҡ, 150 меңе - контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һәм офицерҙар, 50 меңе - хәрби медик менән юристар, һәм 100 меңе ҡыҫҡа ваҡытҡа хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, - тип дауам итте Илгиз Таңғатаров.
       Шуға күрә хәрби хеҙмәткә саҡырыусыларҙы әҙерләү бурысы, икенсе төрлө әйткәндә - дәүләт заказы, ДОСААФ иңенә төшә.
       - Мәсьәлә еңел түгел, Элек беҙ билдәле һөнәр буйынса хәрби көстәргә кәрәкле белгестәр әҙерләй инек, хәҙер иһә һалдаттар әҙерләү бурысы ла ҡуйылған, - ти генерал-майор.
       РФ Оборона министрлығының генераль штабы менән ДОСААФ курсанттарын уҡытыу программаһы төҙөлгән, ул тиҙ арала урындарға таратылырға тейеш. Ҡыҫҡартылыу арҡаһында армиянан киткән офицерҙар һәм прапорщиктар иҫәбенә уҡытыусылар составын арттырырға йыйыналар.
       Совет заманында ДОСААФ системаһында спорттың 24 хәрби- практик төрө баһалана ине. Үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә был һан, әлбиттә, түбәнгә тәгәрәне. Бөгөн быларҙың барыһын да яңынан тергеҙергә ҡарар ителгән. Республика ДОСААФ-ында был мәсьәлә улай уҡ киҫкен түгел.
       Беренсенән, 18 спорт төрө һаҡлап алып ҡалынған. Бынан тыш, Волга буйы федераль округында башҡорт бүлеге икенсе йыл рәттән беренселекте бирмәй. Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәлә лә тора ДОСААФ алдында. - Бөтәбеҙ ҙә спорт секцияларында балаларҙың бушлай шөғөлләнеүен теләй, Был беҙҙең дөйөм эш, балаларыбыҙға аҡса табырбыҙ, - тип ышандырҙы БР ДОСААФ башлығы.
       Генерал-майор республика ДОСААФ-ындағы ауырлыҡтар, хәл итәһе мәсьәләләргә лә туҡталды. Төп проблема - ул ДОСААФ-тың 2010 йылғы бюджетҡа эләкмәүендә. Шулай ҙа республика бүлеге үҙ көсөнә һәм республика етәкселеге ярҙамына ышана. Республика бүлеге структураһында үҙгәрештәр көтөлә. 26 бүлексә булдырылған, элекке милекте ҡайтарыу эше лә алып барыла. Был өлкәлә уңыштар бихисап, әммә, әйтергә кәрәк, 11 РОСТО (ДОСААФ) мәктәбендә уҡыусылар һаны еткелекле түгел.
       Рәсәй ДОСААФ-ы авиацияһы - оборона ойошмаһында айырым блокты хасил итә. Бөтә Рәсәйгә ҡағылышлы бәләкәй авиация мәсьәләһе закондар сығарыу кимәлендә хәл ителергә тейеш.
       - Бүтән төбәктәрҙә берәр генә клуб бар, бәлки, беҙгә лә уларҙың юлынан барырғалыр? Әллә иң проблемалы Өфө клубын ябырғамы? - тип фекер йөрөтә Таңғатаров. - Уны самолеттарҙы ултыртыу өсөн уңайлы майҙаны булған Стәрлетамаҡҡа күсерергә лә мөмкин. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа аэроклубҡа ярҙам итеп тора.
       Шулай ҙа Совет рәйесе республика тарихына әйләнгән Өфө клубын һаҡлап алып ҡалырға йыйына. Өфө аэроклубы 14 Советтар Союзы геройын тәрбиәләгән, шул иҫәптән ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәйевты ла, ул республиканың үҙәк клубы һанала һәм үҙенең иң билдәле тәрбиәләнеүсеһе исемен йөрөтә.
       Шулай ҙа икенсе урынға күсерергә тура килер, сөнки Забельский аэродромы тирәләй яңы йорттар ҡалҡып сыға, был районда һауаға күтәрелеү ҙә бөгөн хәүефһеҙ түгел. Варианттарҙың береһе - Өфө районы Ҡомлокүл ауылы эргәһендә яңы аэродром төҙөп, яңы клуб асыу.
       Һуңғы йылдарҙа БР РОСТО (ДОСААФ) Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы аша 8-10 миллион күләмендә республиканан финансланған. Бынан ары ойошма етәксеһе федераль ҡаҙнанан финанслауҙарына өмөтләнә.
       Шулай итеп, мәсьәләләр, хәл итәһе бурыстар билдәләнгән, һәм Илгиз Таңғатаров уларҙы тормошҡа ашырыуҙа журналистарҙың да ҡатнашлығын һораны.
       Олег Яровиков фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал