6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

2010-сы яҡшыраҡ буласаҡ!
31.12.09


       Быны-бына Яңы, 2010 йыл етәсәк. Сәғәттәр ун икене һуҡҡанда, ҡулдарҙа шампан бокалдары тотоп, иң йәшерен теләктәрҙең үтәлеүен юрайбыҙ һәм уларҙың мотлаҡ тормошҡа ашасағына ышанабыҙ. Яңы йыл төнөндә бит, бала саҡтағы кеүек, мөғжизәгә ышанғы килә!
       Әммә теләктәрҙең үтәлеше күп ваҡыт үҙебеҙҙән тора. Теләктәребеҙҙе бойомға ашырырлыҡ хәл-ваҡиғаларҙың сихри үҫеше өсөн бер аҙ көс һалырға ла, был маҡсатҡа ниндәй йүнәлештә аҙым яһарға ла белергә кәрәк.
       Кем дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер ҙә, ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар тураһында иҫкәртер һуң? Мөғжизә тыҙырыусылар юҡ бит... Шулай ҙа... Алда үҙенсәлекле байрам тороуын онотмағыҙ. Һәм ошо яңы йыл алды көнөндә үҙенең яратҡан уҡыусылары өсөн БАШв естЪ" матур тылсым эйәһен тапты. Ул иһә, үҙ сиратында, еләкт әребеҙҙе үтәр өсөн барыһын да эшләргә тырышты.
       Йондоҙҙар тураһында хәбәрҙар булған һәм киләсәккә күрәҙәлек иткән кеше булараҡ, астролог-кәңәшсе Ирина Винюкова өфөлөләрҙе 2010 йылда нимәләр көтөүе тураһында бәйән итте, буласаҡ сюрприздар һәм, әлбиттә, хәүеф-хәтәр тураһында ла иҫкәртте.
       - Яңы йыл төнө бик үҙенсәлекле булмаҡсы, - тип хәбәр итә "БАШвестЪ"уҡыусыларына Ирина Винюкова. - 1 ғинуар 00.20 сәғәттә, барыһы ла бокалдар күтәреп, бер-береһен Яңы йыл етеүе менән ҡотлағанда, ай тотолоуы көтөлә. Әммә бынан ҡурҡырға ярамай. Ләкин ҡайһы берәүҙәргә ай тотолоуы ныҡ ҡына тәьҫир итәсәк. Уларҙа артыҡ хис-тойғоға бирелеү, ярһыу
       күҙәтеләсәк. Шуға күрә был төндө иҫерткес эсемлектәр менән мауығырға кәңәш ителмәй. Тейешенән артыҡ эскәндәр генә хис-тойғоға бирелә, уйланмаған аҙымға бара, һөҙөмтәлә, кәрәкмәгән эштәр эшләй.
       31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата төндә Аҡ юлбарыҫ йылын ҡаршыларға йыйынғандарҙы күңелһеҙләндерергә тура килер. Ирина Винюкова иҫегеҙгә төшөрә, был арала Үгеҙҙе Юлбарыҫ алмаштырмай әле. Һуңыраҡ булыр был ваҡиға. 14 февралдә, Ғашиҡтар көнөн байрам иткәндә.
       Ә хәҙер Өфө халҡы өсөн киләһе йылға тулыраҡ күҙаллауҙарға күсәйек.
       - Йыл яҡын-тирәләгеләр менән аралашыуға етди һәм өлгөрөп еткән мөнәсәбәт талап итер, - тип һөйләй Ирина Винюкова. - Һәр кеше үҙендә ғәҙеллек тойғоһон тәрбиәләһен. Йәғни киләһе йылда беҙ эргә-тирәләгеләрҙе һанларға, ҡағиҙәләрҙе үтәргә, тәртип һәм ғәҙеллек яҡлы булырға тейешбеҙ.
       Астролог әйтеүенсә, 15 ғинуарҙа 11.40-та ҡулсалы ҡояш тотолоуы күҙәтеләсәк. Ул кәрәкмәгән имеш-мимештәр, ялған хәбәрҙәр килтерер.
       - Ошо сәбәпле, мин 2012 йылға бәйле иҫкәрмәмде еткерергә теләйем, - ти беҙҙең әңгәмәсе. - Һеҙ, моғайын, үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙҙер, күптәр донъя бөтөүенән ҡурҡа. Был хәлдең 15 ғинуарҙан тағы ла ҡатмарлашыуы бар. Кешеләр бер-береһен яңынан хәүефкә һала башлаясаҡ. Әммә астролог булараҡ, тынысландырырға ашығам. Мин күп тапҡыр 2012 йылды тикшереп ҡараным, бер генә тетрәнеүҙәр ҙә күрмәнем. Ябай, тыныс йыл килә. Аңламайым, имеш-мимештәр таратыу кемгә кәрәктер...
       Әгәр халыҡ 2012 йылда донъя бөтөүенә ышанһа, төҙәтеп булмаҫлыҡ хатаға юл ҡуйыласаҡ. Шулай була бит, кеше кире тойғолары менән төрлө күңелһеҙлектәрҙе тартып ала.
       Ирина Винюкова киң мәғлүмәт саралары аша 1999 йылдың авгусында ниндәй хөрәфәттәр менән халыҡты ҡурҡытыуҙарын да иҫкә төшөрҙө. - Унда, Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы бөттө. Әммә барыһы ла донъя бөтөүе хаҡында һөйләгәндә, фажиғә лә булыуы бар ине. Һәм бына тағы башланды. Халыҡтан был турала аҙыраҡ уйларға һәм һөйләмәҫкә һорар инем, имеш-мимештәргә ышанмағыҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйбәт таратмағыҙ. Хәлдәрҙе киҫкенләштерергә ярамай.
       15 ғинуарҙан 15 июлгә тиклемге арала, астролог фекеренсә, тыныс булырға һәм эштәрҙе лә ашыҡмайынса, һәүетемсә башҡарырға кәрәк. Был осор яңы башланғыстар өсөн уңышлы булмаҡсы. Астролог беҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға һәм күтәренке кәйеф менән тыныс йәшәргә кәңәш итә.
       - Апрель һәм майҙа һеҙҙе яҡындарығыҙҙың аңламауы ла бар, - тип билдәләй Ирина Винюкова. - Шулай ҙа ҡайғырырға ашыҡмағыҙ. Был осор бер-беребеҙҙе аңлау, хөрмәтләү һәм үҙ-ара килешеүҙәр өсөн бирелгән.
       Был кәңәштәргә ҡолаҡ һалғандарға астролог матур сюрприздар вәғәҙә итә.
       - Яҡындарын хөрмәтләргә өйрәнгән һәм ялған хәбәр таратыу менән шөғөлләнмәгән кешеләрҙе финанс мәсьәләләрендә уңыш, бүләктәр, аҡса отоу кеүек көтөлмәгән бәхет көтә.
       12 июлдә, Ирина Винюкова әйтеүенсә, тулы ҡояш тотолоуы күҙәтеләсәк. Өфө ваҡыты буйынса ул 02.40 сәғәткә тура килә. Ҡояш тотолоуы кешеләрҙе төрлө иреш-талаштарға, үҙ-ара һүҙгә килешеүҙәргә этәрер. Шуның өсөн быларала мөмкин тиклем үҙеңде ҡулға алырға һәм бындай кире күренештәрҙән ситтә торорға кәрәк. Үҙ көсөңә ышаныу һәм әүҙемлек, күберәк ял итеү һәм үҙеңде ҡарау талап ителә.
       Июнь һәм июлдә, астролог кәңәш итеүенсә, өфөлөләргә һәр төрлө яңылыҡтарға, үҙгәртеп ҡороуҙарға, фәнни асыштарға ыңғай ҡарау мөһим. Кеше үҙе лә был арала үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асырға тырышырға тейеш.
       Киләһе мәғлүмәткә 23-29 сентябрҙә тыуған Үлсәүҙәргә уғата иғтибар бирергә кәрәк. - Ғинуарҙан апрелгә ҡәҙәр, шулай уҡ август һәм сентябрҙә үрҙә әйтелгән кешеләр шундай шарттарға тура килер, уларға бар ғүмерен баштан үткәреп, эштәрен һәм уйҙарын да тәртипкә һалырға, һәр нәмәнең үҙ урынын булдырырға, дисциплина һаҡларға тура килер, - тип иҫкәртә "БАШвест"тың әңгәмәсеһе. - 30 сентябрҙән 6 октябргә тиклем тыуғандарҙы ла ошондай уҡ "сюрприздар" көтә. Тик донъяуи ҡиммәттәрҙе киренән баһалау уларҙа октябрь башынан алып декабрь аҙағынаса һуҙылыр.
       23-27 март арауығында яҡты донъяға килгәндәрҙә иһә интуитив һиҙгерлек һәләте асылыуы көтөлә. Июнь һәм июль айҙарында уларҙың тормошонда етди үҙгәрештәр булыуы бар. Уйламаған ерҙән көтөлмәгән хәлдәр тыуып, тормош үҙе үк уларҙы үҙгәртер.
       24-28 декабрҙә тыуғандарға һаҡ булырға кәрәк. Һаулыҡҡа ла йыл дауамында иғтибар биреү мөһим. Шулай уҡ башҡа төрлө хәүеф-хәтәрҙәр ҙә осрап тора. Әммә иҫкәртелгән икән, һаҡланыу сараһын күрһен. Уҡсылар йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарға ҡиммәттәрҙе киренән баһалауға тейешле иғтибар итеп, тормоштарын ыңғай яҡҡа үҙгәртергә кәрәк.
       - Яҙмыш билдәләренә күберәк иғтибар итегеҙ, тип кәңәш итә астролог. - Әгәр һеҙҙең тормошта кире хәлдәр булып тора икән, сәбәбен табығыҙ. Уйланығыҙ, бәлки үҙегеҙ нимәнелер дөрөҫ эшләмәйһегеҙҙер?
       Хоҙай ҡанундары буйынса йәшәргә ынтылырға кәрәк, әҙәпле булыу мөһим. Тап 2010 йыл күптәрҙең тормошон үҙгәртер.
       - Һеҙҙең ҡарашҡа, киләһе йыл үткәненә ҡарағанда һәйбәтерәк буласаҡмы?
       - Йыл тыныс һәм яҡшыраҡ була! Иң мөһиме, халыҡ тынысланһын, насарлыҡтар тураһында уйламаһын һәм хәл-ваҡиғаларҙы кирегә һапламаһын.
       Ирина Алимпиева коллажы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал