6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Элекке мөхәббәт хаҡында яңы опера
29.12.09


       Яңы йыл алдынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры "Нәҡи" премьераһын тәҡдим итте. Билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов музыкаһына ҡоролған спектаклде дирижер Марат Әхмәт-Зарипов, режиссер Рөстәм Ғәлиев, рәссам Курбандурды Чарыев, хормейстер Эльвира Ғәйфуллина, балетмейстер Марат Ғәлимханов һәм Олег Редькин сәхнәгә сығарҙы. Танылған оҫталар менән бер командала костюмдар буйынса йәш рәссам, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының элекке уҡыусыһы, әле Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһының бишенсе курс студенты Марсель Калмагамбетов та эшләне. Йәш белгестең ижади потенциалын бығаса эштәрен күргән төньяҡ баш ҡала халҡы баһалаған да инде, ә башҡорт опера театрында Марсель Калмагамбетов был миҙгелдең премьераһы - Гаэтано Доницеттиҙың "Мөхәббәт эсемлеге" спектаклендә ҡуйыусы рәссам булараҡ беренсегә сығыш яһаған. Икенсе опера - "Нәҡи"ҙә, актерҙарға үҙенсәлекле костюмдар уйлап табыуы арҡаһында, ул тамашасыны тағы хайран итте.
       Марсель Калмагамбетов әйтеүенсә, был юлы ауырыраҡ мәсьәләне хәл итергә тура килгән, сөнки спектаклдәге ваҡиғалар ике төрлө ваҡыт арауығында - бик боронғо һәм беҙҙең көндәрҙә бара. Ә ҡатнашыусылар иһә бер үк кешеләр, борон йәшәгәндәр артабан хәҙерге заманда ла тормошта үҙ урынын, бәхетен, мөхәббәтен эҙләүен дауам итә. Ҡуйыусылар спектаклгә артистарҙың бер нисә составын әҙерләгән. Төп герой Йәнбикәне сәхнәлә театрҙың дүрт йырсыһы - Эльвира Алкина, Алина Латипова, Лариса Потехина һәм Лилиә Халикова уйнай, ә һөйгәне Айтуған партияһын Илһам Вәлиев менән Әлим Ҡәйүмов башҡара. Бар һынауҙарҙы ла үтеп, улар бергә ҡалыу бәхетен татый. Матур, илаһи мөхәббәт хаҡында тамашасы лирик соло һәм геройҙар диалогынан, шулай уҡ һөйгәндәргә ҡауышырға ярҙам иткән башҡа персонаждар монологынан белә. Фәрештәнең сағыу образын операла Йәмил Әбделмәнов һәм Рәил Кучуков тыуҙырҙы. Уларҙың геройы - аҡһаҡал Хәлил, тауҙарҙағы дәрүиш хөжрәһен ташлап, кешелек киләсәген һаҡлар кешегә - йәштәргә бер-береһен табышырға ярҙам итергә ашыға. Был йәш парҙың Нәҡи, ғәрәпсәнән "саф, гонаһһыҙ" мәғәнәһендә, тип исемләнәсәк сабыйы тыуырға тейеш. Нәҡиға кеше күңелдәрен таҙартып, яҡты киләсәккә өмөт бүләк итер өсөн был донъяға килгән яңы илсе, афәттән ҡотҡарыр мессия булырға яҙған.
       Йәш йөрәктәргә осрашып, ҡауышырға Салауат Асҡаров менән Олег Килмөхәмәтов геройы - Аҡбаш та булышлыҡ итә. Элекке тормошонда - ҡәбилә, хәҙергеһендә район башлығы, Аҡбаш халыҡ йәшәйеше һәйбәтләнһен өсөн күп эштәр башҡара. Тәүтормошта ул халҡын ҡоллоҡтан ҡотҡарһа, хәҙерге көндә американса уйын аттракциондары төҙөр өсөн урманды ҡырҡырға һораған Мәһәҙей исемле эшҡыуарға (уның партияһын Рөстәм Мөсәлләмов менән Руслан Хәбибуллин башҡара) ҡырҡа ҡаршы сыға. Кире яуап алған Мәһәҙей енәйәткә бара - был яҡтан герой бөтөнләй үҙгәрмәгән, теге тормошта ла ул намыҫына бер генә хыянат итмәгән. Яуыз күрәҙәсе Сәмреғош та уның ише (спектаклдә был ролде Сажиҙә Куклина һәм Наталья Маслова уйнай). Ул да Айтуған менән Йәнбикә бергә ҡалмаһын өсөн барыһын да эшләй.
       Төп геройҙар партияһы - иң матурылыр, моғайын. Әммә иң изге тойғолар тураһында һүҙҙәр генә һөйләмәй. Спектаклдә хистәрҙе тасуирларлыҡ ым-хәрәкәттәргә лә ҙур урын бирелгән. Dram-pas пластик төркөмө артистары тәүҙә тәүтормош кешеләре, артабан заманса балет жанрындағы ҡыҙыҡлы бейеү номерҙары менән спектаклде байытҡан. Ҡуйыусылар Марат Ғәлимханов менән Олег Редькин Салауат Низаметдинов музыкаһына үҙенсәлекле композициялар уйлап тапҡан, бөгөнгө тормошсанлыҡты күрһәтеү өсөн иһә операға "Ленинград" төркөмөнөң элекке лидеры Сергей Шнуровтың билдәле йырын да индереп ебәргән.
       "Нәҡи" спектакленең авторҙары ижад емешен психологик-мистик драмаға һанай. Әммә геройҙар араһындағы мөнәсәбәт аңлашылып торһа ла, тамашасыға йомаҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, насар ваҡиғалар хәбәрсеһе - үлгән ҡош финалда терелә. Сәхнәгә аҡ пачкала йәш кенә ҡыҙ осоп сыҡҡас, ирекһеҙҙән, барыбыҙға ла билдәле "Лебединое озеро" балеты иҫкә төшә.
       Һәр спектакль өсөн ваҡыт кәрәк, ҡуйылған һайын ул ҡыйыуыраҡ яңғырай. Нимә килеп сыҡҡанын, 2010 йылдың ғинуарында "Нәҡи" операһы тағы сәхнәгә сыҡҡас, баһаларға мөмкин буласаҡ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал