6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Грипп кәмене
24.12.09


       Һыуыҡ тейҙереү, киҙеү һымаҡ миҙгел сирҙәре ҡорбандары һаны, Аллаға шөкөр, кәмей бара. "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсемованың әйтеүенсә,дөйөм алғанда республикала ОРВИ һәм грипп менән ауырыусылар һаны кәмене,тимәк был беҙгә Рәсәйҙең эпидемиологик күрһәткестәре ҡуйылған норманан түбән булған өлкәләре иҫәбенә инергә мөмкинселек бирҙе.
       -Тик баш ҡала ғына бер аҙға ситкә тайпыла, тик күпкә түгел. Өфөлә киҙеү күрһәткестәре ете процентҡа юғарыраҡ. Әммә Башҡортостандың башҡа төбәктәре менән сағыштырып ҡарағанда,миллионлы ҡала өсөн был күренеш артыҡ борсолоу тыуҙырмай.
       -Иммунизациялау кампанияһы халыҡтың өстән бер өлөшөнә миҙгел киҙеүенә ҡаршы прививка эшләй алды. 350 мең вакцина дозаһы урындағы бюджет һәм өлкәнең ҙур предприятиелары иҫәбенә бүленде.
       А/Н1N1вирусына килгәндә, үткән аҙна һөҙөмтәләре буйынса,"сусҡа" киҙеүе менән ауырыусылар һаны теркәлмәгән.
       Фото www .babble.com сайтынан.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал