6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Конкурстар

"Цицерон": Һынауҙы ҡыйыуҙар йырып сыға
28.12.09


       БР Хөкүмәте сайты аша бер ай элек "Цицерон" ораторлыҡ сәнғәте конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәндә, эҙемтәләр тураһ ында уйлап та бирмәнем. Мин үҙемде бығаса телмәр оҫтаһы тип иҫәпләмәнем, әле лә һанамайым, ябай ҡыҙыҡһыныуым арҡаһында һайлап алыу турында ситтән тороп көсөмдө һынап ҡарарға ғына теләгәйнем. Бер аҙна самаһынан һуң телефондан рәсми тауыш менән Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан был ведомствоға 21 декабргә саҡырылыуымды әйттеләр.
       Министрлыҡта иһә үҙем кеүек конкурсҡа үткән байтаҡ йәштәрҙе күрҙем, тиҙ арала теркәлеү үткәндән һуң, беҙҙе автобус менән ял йортона алып киттеләр. Унда беҙҙе алып барыусыларҙың бер төркөмө ҡаршылап, тәүге минуттарҙан уҡ еңел булмаған бәйге шарттары тыуҙыра башланы. Бында көн итеү шарттары шәп булһа ла, бар донъянан айырылғанды һиҙеү конкурсанттарға еңел тойолманы, хатта миңә лә ауыр ине. Рәсми костюмда, ручка, кәрәҙле телефон һәм документтар менән беҙ бында өс тәүлек йәшәре беҙҙе белгәс, ҡаушап ҡалдыҡ. Бөгөн иһә был ситуацияның алдан уйланған булыуын һәм, ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтарҙы уңышлы йырып сығып, үҙеңде отошло яҡтан күрһәтә алыуыңды тикшереүҙәре аңлашыла, әлбиттә. Ҡатнашыусыларҙы артабан өс төркөмгә бүлеүҙәре лә оптимизм тыуҙырманы: мин олораҡтар араһына эләктем, башҡа төркөмдәштәрем кеүек үк, мин дә әүҙемерәк йәштәрҙең беҙгә мөмкинселек ҡалдырмаҫына ышана инем. Конкурс режимы ла еңеллек вәғәҙә итмәне. Көн тәртибе тулыһынса психология, коммуникатив күнекмә буйынса тренинг дәрестәрҙән һәм дикция өҫтө ндә эшләүҙән ғибәрәт ине. Беҙҙең менән үҙ эшенең оҫталарынан торған команда шөғөлләнде. Үҙ командаңды ойоштороу серҙәренә педагогия фәндәре кандидаты, доцент Сергей Трусов төшөндөрһә, психология, үҙеңде отошло презентациялау буйынса дәрестәрҙе психология фәндәре кандидаты, доцент Виктор Курунов алып барҙы. Психолог Куруновтың йылы ҡарашы, әҙәплелек тойғоһо и һә уның дәрестәрендә йәштәргә бер аҙ ял итергә лә мөмкинлек бирҙе. Телевидение хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу ниндәйҙер кимәлдә асыш булды, тиергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Нил Дистанов үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Телевидение тапшырыуҙары алып барыусылар Ал ина Сөләймәнова һәм Эрнест Хәйруллин менән яҡындан аралашыуҙан ҡатнашыусыларҙа үҙҙәренә ышаныс артты, еңеллек килгәндәй тойолдо.
       - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры был конкурсҡа ҙур иғтибар бирә, - тине БР Хөкүмәте Аппараты хеҙмәткәре Азамат Ғәлин. - Йәштәрҙең мөһимлеген, шул иҫәптән, кадрҙар сәйәсәт ендә тотҡан урындарын да билдәләй премьер. Һеҙ беҙҙең күҙ уңында, был исемлеккә районда эшләп, йәшәгәндәр ҙә инә.
       Александр Никерин етәкселегендәге Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы хеҙмәткәрҙәре конкурста ҡатнашыусылар менән осрашҡанда Башҡортостанда һәм илебеҙҙә алып барылған йЬштәр сәйәсәтенә ҡағылышлы һәм башҡа төрлө һорауҙарға яуап б ирҙе.
       - Беҙҙең тарафтан илебеҙҙәге Йәштәр йылына һәм Башҡортостандағы Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына ҡарата планлаштырылғандарҙың барыһы ла тулыһынса үтәлде, - тине министр.
       Александр Никерин, шулай уҡ, Башҡортостан етәкселеге алып барған кадрҙар сәйәсәтенә лә ҡағылды. Бөгөн, БР Президенты ҡарарына ярашлы, республиканың бар ведомстволары ла үҙҙәренең кадрҙар резервын булдыра.
       - Һеҙгә сер итеп кенә әйтәм. Беҙҙең министрлыҡ та был исемлекте төҙөргә булышлыҡ итә, күптәрегеҙ унда тора ла инде, арағыҙҙа Башҡортостан Хөкүмәте резервына индерелгәндәр ҙә бар, - тип белгәндәре менән уртаҡлашты профилле министрлыҡ етәк сеһе.
       Бер үк ваҡытта конкурстың ярымфинал этаптары ла уҙғарылды.
       Күп планлы дәрестәр, етәкселәр менән яҡындан аралашыу, төн уртаһынан һуң да алғы һыҙыҡта булыу күп көс талап итте. Бигерәк тә "Цицерон"да ҡатнашыусыларға конкурс модераторҙарының даими рәүештә еңел булмаған хәл-ваҡиғалар тыуҙырыуын иҫәпкә алғанда, конкурстың күпмегә ҡатмарлашыуы билдәле. Миҫалға, психология буйынса тренингыла Виктор Курунов теләге булғандар ҙан мини-презентация күрһәтеүҙе һораны, әҙерләнеүгә биш минут ваҡыт бирелде. Мин ул саҡта алда беҙҙе ни көткәнен дә һиҙм әнем.
       Беҙ ситтә әҙерләнгәндә, модераторҙар төркөм менән дә әҙерлек үткәрҙе. Класҡа инеп, сығышымды башлағас, миңә берәүҙең дә иғтибар итмәүен аңланым, улай ғына ла түгел, улар үҙ-ара хәбәр һөйләшә булып сыҡты. Албырғап ҡалдым, иҫәңгерәнем. Хатт а ни кисергәнемде һүҙ менән аңлатып та булмай. Бынан тыш һәр төркөм артынан, торлаҡ бүлмәләрҙә лә, Башҡортостан юлдаш телеканалы камералары менән йөрөйҙәр, тимәк, һәр аҙымың күҙәте ү аҫтында, оятҡа ҡалыуыңды ла яҙҙырып алырҙар.
       Көн тәртибе, бигерәк тә таңғы өс-дүрттә йоҡларға ятыуың ҡатнашыусылар менән аралашыуға, төркөмдө ойошторорға теләк тыу ҙырмай. Әммә конкурс этаптары һәм байтаҡ дәрестәр тап ошо ситуациянан сыға белеүҙе талап итә. Әйтергә кәрәк, конкурсантт ар юғалып ҡалманы. Слесарҙәр һәм эшселәр, студенттар һәм уҡытыусылар, чиновник һәм хеҙмәткәрҙәр конкурсҡа килеүҙәренең бушҡа булмауын иҫбат итә алды. Улар таланты һәм шәхси ныҡышмалылыҡ сифаттары арҡаһында бар ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға алд ы. Тренингыла үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәндек, тигән модераторҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалды. Алдан бирелгән тема буйынса үҙеңде к үрһәтә белеүгә генә ҡараманылар, бар һынауҙарҙы уңышлы үткәндәр генә финалға етте.
       Һәм арып-талып эшләгәндең өсөнсө көнөндә финалға сыҡҡан һигеҙ кеше араһында исемемде ишеттем. Әммә даими эш һәм көсөрг әнеш сәбәпсеме - шатлыҡ тойманым. Был тойғо күпкә һуңыраҡ киләлер инде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һәләтле. Ти к конкурстың ярыш булыуын да оноторға ярамай. Шулай ҙа көнбайыш илдәренә хас ярышыу, уҙышыуҙы һиҙмәнем мин. Бер-беребеҙҙ е "ашау" булманы, барыбыҙ ҙа ярҙам итергә, икенсебеҙгә терәк-таяныс булырға тырыштыҡ. Күп осраҡта тап команданың дөйөм э ше, ҡаршы команданың көслө сығыштары финалсыларҙы асыҡларға ask{xk{: итте лә инде. Өфө, Нефтекама, Мәләүез ҡалалары менә н Әбйәлил районы йәштәре финалға сығып та, еңел һуларға өлгө рмәне - уларҙы артабан телевидениела буласаҡ финалға әҙерлек көтә, тинеләр. Был турала иһә һөйләп тормайым, ул айырым те ма. "Цицерон" конкурсын ойоштороусыларҙың береһе - Азамат Ғәлин финал тамамланғандан һуң "БАШвестЪ" менән ярыштан алған тәьҫораттары менән бүлеште.
       - Был конкурстың маҡсаты еңеүселәрҙе асыҡлау ғына түгел, башлыса, һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә этәргес биреүҙе күҙ уңында тота. Конкурсҡа лидерҙарҙы йыйып, тренингылар, дәрестәр үткәреп, "бер ҡаҙанда ҡайнарға" мөмкинлек биргәс, артабан да у ларҙан үҫеш юлынан барыуҙарын көтәбеҙ. Был конкурс көтөлгәндәрҙе тулыһынса аҡланы, шуға ҡарап, даими үткәреләсәге хаҡында ҡарар ҙа ҡабул ителде, - ти Азамат Ғәлин.
       Бына бөгөн генә конкурсты йырып сығырға ярҙам иткән нәмәне аңланым. Тарих факультетында уҡыған йылдарыма рәхмәтлемен. Тап ошо факультет уҡытыусылары, улар биргән белем һәм эш минән шәхес яһаған, халыҡ алдында сығыш яһарлыҡ тәжрибә биргән.
       Күптән түгел генә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының "БАШвестЪ" интернет-гәзитенә хәбәрсе булып урынлаштым. Бик аҙ булһа ла, мауыҡтырғыс, ҡатмарлы журналист эше тәжрибәһе, хеҙмәттә штәремдең һөнәри оҫталығы, ҡатнашлығы көтөлмәгән һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итте.
       Әгәр һәр ынтылышың кәрәкле белем һәм хеҙмәткә һөйөү менән нығытылһа, беренсе тапҡырҙан булмаһа ла, мотлаҡ һөҙөмтәгә өлгәшәһең, тигән һығымта яһаным үҙемә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал