6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

Ҡурҡыныс клубтар эшләмәйәсәк
21.12.09


       Яңы йыл байрамдары республиканың күңел асыу учреждениеларына, ҡағиҙә булараҡ, ҙур килемдәр килтерә. Әммә быйыл был хәл үҙгәрер, моғайын. Янғын хәүефһеҙлеге нормаларын күҙәтеүҙе тикшереү был йәһәттән байтаҡ етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Клуб һәм ресторан хужалары быға юл ҡуйғаны өсөн лайыҡлы яза аласаҡ.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, халыҡтың күмәк йыйылған урындарын тикшереү Пермь ҡалаһында булған фажиғәнән һуң башланды. Бишенсе декабргә ҡараған төндө унда киске клубта янғын сығып, йөҙәрләгән кеше һәләк булды. Бәлә ҡыҫырынҡы һәм янғын хәүефһеҙлегенә яуап бирмәгән бинала фейерверктарҙы ҡулланыу арҡаһында сыҡты.
       Бөгөн Өфөлә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы кеүек, прокуратура, милиция һәм Ғәҙәттән тыш министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төҙөлгән комиссиялар тарафынан күңел асыу учреждениелары - кафе, клуб һәм ресторандар - тикшерелә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Пермь фажиғәһе уларҙың һәр береһендә тиерлек ҡабатланырға мөмкин булыуы асыҡланды.
       - Мин Өфөнөң туғыҙ кафе һәм ресторандарын тикшереүҙә ҡатнаштым,- Өфө ҡалаһының Дим районы прокурорының баш ярҙамсыһы Екатерина Семенова. - Янғынхәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре уларҙың һәр береһендә тиерлек боҙола, ҡайһы берҙәрендә тешһеҙлектәр күберәк, икенселәрендә - аҙыраҡ теркәлде. Күңел асыу учреждениеһы ни тиклем бәләкәй булһа, етешһеҙлектәр ҙә шулай уҡ аҙыраҡ булыуы күҙәтелде. Ә бына ҙур комплекстарҙа уларҙың һаны күберәк. Сығыу юлдарын төрөл сүп-сар, әлегә кәрәкмәгән әйберҙәр менән ҡаплап ҡуйыу - иң таралған боҙоуҙар.
       - Әгәр комиссия кешеләрҙең һаулығына, ғүмеренә янаған етешһеҙлектәр асыҡлай икән, Дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторы был заведениены биш тәүлеккә тиклем ябыу хоҡуғына эйә, бындай миҫалдар беҙҙә бар,- ти Өфө ҡалаһының Дәүләт янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Фәрит Абдрахманов. - Мәҫәлән, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләр бөтөнләй күҙәтелмәгән "Чаша" клубының яҙмышы тап шулай булды. Ул подвал бинаһында урынлашҡан, ике залға берәр генә ишек, янғын сигнализацияһы ла, янғынды һүндереү средстволары ла юҡ. Янғын сыҡҡан осраҡта бында оло бәлә булыры көн кеүек асыҡ ине. "Подземка", "Динамик" клубтарын да тап ошо сәбәптәр буйынса ябырға мәжбүр булдыҡ.
       Матбуғат конференцияһында ҡала прокуроры Рәмил Хәкимов әйтеүенсә, беренсе этапта баш ҡаланың 59 төнгө клубы, ресторандары, күңел асыу комплекстары тикшерелә. РФ-ның Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 20.4 статьяһына ярашлы 55 юридик ойошма, 22 етәксел һәм 14
       шәхси эшҡыуарҙарға 91 администрртив эш асылды. 29 учреждениены прокуратура тәртип урынлаштырылғансы ябырға ҡарар итте. Улар араһында "Дуҫлыҡ","Солоха", "Рафинад", "Макдоналдс", ресторандары, "Амакс", "Правда", "Наутилус" клубтары бар. Шул уҡ ваҡытта, баш ҡала прокуроры билдәләүенсә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ваҡыт бар әле, ул саҡта яза ла йомшағыраҡ буласаҡ.
       Әлбиттә, беҙ ошо клуб һәм ресторандар етәкселәре менән һөйләшеү теләге белдерҙек. Әммә матбуғат конференцияһында улар тикшереүҙәргә аңлап ҡарайбыҙ тип ышандырһалар ҙа, һуңынан уларҙың береһен дә тотоп булманы. Йә етәксе килеп етмәгән әле тинеләр, йә һуңыраҡ шылтыратһағыҙ ине тип ҡаңғырттылар.
       Абдрахманов һүҙҙәре буйынса, эшҡыуарҙарҙы яңынан тикшереү закон буйынса рөхсәт ителмәй, әммә үҙҙәренең клиенттарын юғалтырға теләмәгән хужалар, моғайын, бөтә мәсьәләләрҙе лә ваҡытында хәл итер.
       Ул,ысынлап та, шулай булырға тейеш тә, сөнки хәҙер кешеләр ундай күңел асыу комплекстарын һайлап ҡына барасаҡ. Мәҫәлән, минең иптәшем Юлиә төнгө клубтарҙа күңел асырға бик ярата ине, хәҙер ҡайһыһына барырға икәнлеген ул ете тапҡыр уйлағандан һуң ғына хәл итәсәк.
       Иртәгәгә тиклем комиссияға баш ҡаланың барлыҡ кафе һәм ресторандарын, күңел асыу комплекстарын тикшереп бөтөргә кәрәк. Уларҙың һаны 194, әммә уларҙың һәр береһен ентекле тикшерәсәкбеҙ, тине Рәмил Хәкимов.
       Дөйөм алғанда, республикала беренсе аҙнала ғына халыҡ күмәк йыйылған 870 объект тикшерелде. Уларҙың 219-ҙы суд ҡарары менән ябылырға мөмкин. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында 21 учреждение тикшерелде, уларҙың араһынан 3 клуб һәм 1 кафе ябылды ла индеү тағы ла 15-ен шул уҡ яҙмыш көтә. Республикала 14 декабрҙән 20 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде, уға ярашлы биналарҙа пиротехника ҡулланырға ҡәтғи рәүештә тыйыла. Был осорҙа етәкселәрҙең яуаплылығы икеләтә арта. Фәрит Абдрахманов билдәләүенсә, быйыл, бәхеткә ҡаршы, Өфөнөң күңел асыу комплекстарында янғын сыҡҡаны булманы. Былтыр "Октябрьский" сауҙа комплексында урынлашҡан "Элемент" төнгө клубында янғын сыҡты. Бәхеткә ҡаршы, клубта кешеләр юҡ ине. Янғын арҡаһында бина һәм музыкаль аппаратура зыян күрҙе.
        Ирина Алимпиева коллажы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал