6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Граждандарға - аномаль, Торлаҡ-комуналь хужалығына нормаль
22.12.09


       36 һәм алты - беҙҙең тән температураһы булараҡ бөтәһенә лә билдәле һан, ә әйләнә тирәләге иң ҡулайлы температура ун градустан да юғары булмаҫҡа тейештер, моғайын. Бик һирәктәр генә темнератураны еңел үткәреп ебәрә ала. Шуға күрә лә, кешелек донъяһы, уңайлы, йылы шарттарҙа йәшәү маҡсатында квалификациялы комму наль белгестәренең хеҙмәте менән ҡуллана ла инде.
       Коммуналь хеҙмәткәрҙәре быйылғы оҙайлы ҡаты һыуыҡтарға н исек әҙерләнделәр икән һәм килеп сыҡҡан ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы нисек
       йырып сығырҙар? Хәбәрселәрҙең ошо һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Торлак-коммуналь хужалығы министры урынбаҫар ы Вадим Аднасурин һәм Өфө администрацияһында ҡала йәшәйешен тә ьмин итеү идаралығы етәксеһе Андрей Федосов яуап бирҙе.
       -Быйыл, эшкә ҡамасаулаусы шарттарға ҡарамайса, беҙ комму наль хужалыҡты үҙ ваҡытында ҡышҡылыҡҡа әҙерләнек һәм штат режимы буйынса ебәрҙек, - тип билдәләне Вадим Ансурин. - Бөгөнгө кө нгә ҡәҙәр бөтә обьекттарҙы йылытыу тотороҡһоҙ бара. Авария брига далары дежур режимы буйынса эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә республикала ав ария осраҡтары әлегә күҙәтелмәй.
       - Ысынында иһә, яңы ғына кисергән ҡаты һыуыҡтарға респуб лика тулыһынса әҙер, - тип дауам итте Андрей Федосов. - Бындай һа уа торошона беҙ өйрәнмәгәнбеҙ һәм уны аномаль тип иҫәпләйбеҙ, ләкин был беҙҙең өлкә өсөн хас күренеш.
       Быйылғы йылдың төп үҙенсәлеге булып - ҡала йәшәйешен тәь мин итеү хеҙмәтенең тиҙ яуап биреү режимына күсеүе тора. Ҡала эсендә килеп сыҡҡан хәлдәрҙе күҙ уңында тотоу маҡсатында, уларҙың эштәре тәүлек әйләнәһенә ойошторолған.
       Ә республикала ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарға әҙерлек нисек ойошт оролған?
       Вадим Ансурин:
       - Беҙҙең министрлыҡ быға ҡағылышлы темалар буйынса отч еттарын тапшырып бөттө. Башҡортостандың бөтә райондарында һәм бәләкә й ҡалаларында ут, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе диспетчер п ункттары эшләй.
       Министерствоның диспечерлығы тәүлек әйләнәһенә эшләй, бө тә мәғлүмәт тейешле урынға еткерелә, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш х әлдәр министрлығына ла. Ни тиклегем хәбәр тиҙерәк килеп етә, шул т иклегем яҡшыраҡ.
       Әйтеүҙәренсә, ҡаты һыуыҡтарҙа баш ҡалабыҙҙа транспорт би к насар йөрөй. Һеҙ был турала нимә әйтерһегеҙ?
       Андрей Федосов:
       - "Башавтотранс" һәм беҙҙең шәхси ташыусыларыбыҙ ярайһы уҡ тотороҡло эшләп килә тип әйтер инем. Миҫал итеп әйткәндә, 17
       декабрь юлдан 350 "Башавтотранс" автобусы, һәм 1240 шәхси маршрут үт те. Былай көндәрҙә лә шул уҡ иҫәптә үтә тип әйтә алам.
       - Һыуыҡта йылылыҡ өсөн сығымдар артамы? Был аҡса бюджетҡ а һалынғанмы?
       Вадим Аднасурин:
       - Сығымдар бер нисә йылдың уртаса күрһәткестәре буйынса иҫәпләнә. Беҙ сығымдарҙы күтәрҙек, әммә тейешле баланс һаҡла на.
       - Һыуыҡтар торлаҡ өсөн түләүҙәргә йоғонто яһаясаҡмы?
       - Юҡ, әлбиттә. Түләү йыл әйләнәһенә бер күләмдә буласаҡ.
       Тимәк,ошоға тиклем һүҙҙәрен тотоп килеүсе әңгәмәселәребе ҙгә ышанасаҡбыҙ.
       Максим Шумилин коллажы.

Дарья Святохина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал