6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Татьяна Кадыкова. 08.04.2004 1 Егерме беренсе быуат триумфы
08.04.04


       Бына тигән, матур, профессиональ!!! Ниндәй генә маҡтау һүҙ ҙәре лә аҙ кеүек. Триумф - Өфө циркы аренаһында Мстислав Зап ашный етәкселегендәге юлбарыҫтар коллективы сығышын тап ошо һүҙ менән генә баһаларға мөмкин. Запашныйҙар династияһы инде
       быуаттан ашыу Рәсәй цирк сәнғәте үҫеүенә булышлыҡ итә. Бөтә
       донъя тамашасыларына билдәле был фамилия үҙенсәлекле визит карточкаһы, сифат билдәһе булып һанала.
       Был юлы улар тамашасы иғтибарына өр - яңы программа әҙерл әгән ине. Быға тиклем юлбарыҫтарҙы тумба өҫтөндә күреп өйрән һәк, хәҙер улар шарҙар өҫтөндә сығыш яһаны.
       Ике метрлы бесәйҙәр ярты сәғәт буйына арена буйлап шарҙар ҙа йөрөнө. Бер - береһе аша һикереү, ҡатмарлы фигуралар яһау , артҡы тәпәйҙәрендә тороп өйрәтеүсегә салют биреү - береһе лә ҡалманы.
       Артабан дүрт юлбарыҫ инеп юғалды, ә түбәнән ҙур глобус тө шөрөлдө. Залда ут һүнде, Запашный менән юлбарыҫ глобус өҫтөн ә һикереп менде, бына улар егерме метр юғарыла икәүләп Ер бу йлап атлай.
       Мстислав Запашный һөйләүенсә, был номер алты йыл ярым эле к бер метр юғарылыҡта әҙерләнә башлаған. Ни тиһәң дә юлбары ҫ та, уның хужаһы ла бейеклектән бик ҡурҡа икән. "Шар буйлап
       атлағанда уны ла ( ул - Запашныйҙарҙың яратҡан инә юлбарыҫы
       Джина), үҙемде лә тынысландырам".

Премьералар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал