6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Инвестициялар

Аҡса иҡтисадҡа китә!
30.07.03


       Иҡтисадҡа, билдәле булыуынса, һулар һауа дәрәжәһендә "оҙон" ресурстар, икенсе һүҙ менән әйткәндә оҙайлы файҙаланыу өсөн аҡса кәрәк. Нимә өсөн икәнлеген аңлауы ҡатмарлы түгел. Предп риятиены үҫтереү, ҡорамалдарҙы модернизациялау, етештереү өл кәһендә яңылыҡтар индереү кеүек ҙур инвестицион проекттарҙы мөмкин тиклем тиҙ арала башҡарып сығыу өсөн. Тик был маҡсат тарға аҡсаны ҡайҙан алырға һуң Һорау бына нимәлә. Үҙ облига цияларыңды фонд баҙары буйлап "йөрөргә" сығарып ебәреп, унан "бурысҡа" алып торорға була. "Иҫке" алымға мөрәжәғәт итеп ба нктан кредит алырға ла мөмкин. Әйтергә кәрәк, банктар бурыст ы оҙайлы ваҡытҡа әүҙемерәк бирә башланылар. Уларҙың ресурс б азаһы артты: банкка аҡса һалыусылар үҙҙәренең йыйылған аҡсаһ ыноҙайлы ваҡытҡа ҡалдыралар, тимәк, беҙҙең банкирҙарҙың да о перациялар үткәрергә ваҡыттары ла, аҡсалары ла барлыҡҡа килд е тигән һүҙ. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғинуарҙан май айына тиклем иҡтисадҡа оҙайлы кредиттар үҫеше 17 процент тәшкил ит те, әуларҙың өлөшө 16 процент. Күреүебеҙсә, алға китеш бар. Мәҫәлән, быйылғы йылдың июль айында ғына Рәсәйҙең Сбербанк б үлексәһе республикаың бер нисә ҙур сәнәғәт предприятиеһы мен ән инвестицион кредиттар түләү буйынса килешеү төҙөнө. Шулай, БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы ағзаһы булып тороусы "Кау стик" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кабель пластикат етештереүҙе реконструкциялауға кредит алды. Завод эшселәре был проект ҙ ур һорау менән ҡулланылған продукцияның сифат һәм күләмен я ҡшыртырға мөмкинселек бирәсәк тип иҫәпләй. Кабель пластикат -- күп төрлө компонентлы материал. Ул электротехника, прибор ҙар төҙөү, нефть, газ сәнәғәте һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡта рында киң ҡулланыла. Әйткәндәй, күптән түгел етештереүҙе ре конструкциялау барышы менән республика Президенты танышты һә м ҡнәғәт булып ҡалды. Банк аҡсаһы лизинг схемаһы буйынса һәм "Ба - Дек - Лизинг"яу аплылығы сикләнгән йәмғиәт лизинг компанияһын йәлеп итеп һә мрасчеттың аккредитив формаһын ҡулланып сит ил банкыһы ҡатна шлығында заманса немец ҡорамалдарын һатып алыуға йүнәлтелә. Белгестәр билдәләүенсә, инвестициялауҙың бындай схемаһы пред приятиеның аҡсаһы экономияларға ярҙам итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал