6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхес

Механик, летчик һәм яҙыусы
11.12.09


       2010 йылдың 9 майында илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләйәсәк. Ошоға бәйле "БАШвестЪ" гәзите бөгөн беҙҙеңтыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн ҡан ҡойған һуғыш ветерандары тураһында материалдар серияһын тәҡдим итмәксе. Батыр фронтовиктар һәм арыу-талыу белмәй эшләгән тыл хеҙмәтсәндәре Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланыуы тураһында беҙҙең гәзит биттәрендә һөйләйәсәк.
       Азат Шәйехзан улы Мәғәзов үҙ ғүмеренең күп өлөшөн армияла хеҙмәт итеүгә бағышлай. Һуғышты үтеп, ул полковник дәрәжәһендә 1972 йылда ғына отставкаға сыға.
       - Армияға мин 1943 йылда алындым, - тип хәтерләй фронтовик. - Миңә ул ваҡытта ун ете йәш тә тулмаған ине. Урта мәктәпте Миәкә районының Елдәр ауылында тамаланым. Унынсы синыфты, һигеҙенсе синыфҡа 32 бала төшһә лә, ни бары ете кеше генә тамамланы. Ҡалғандарын армияға иртәрәк алдылар. Уҡытыусылар етешмәгәнлектән, программаны беҙ үҙебеҙ үҙләштерҙек тиергә була. Әммә имтихандарҙы бирҙек. 1943 йылдың 7 ноябрендә, байрам көнөндә, беҙ Миәкә районы хәрби комиссариатына киттек. Шул уҡ көндө беҙҙе Әҡсән станцияһынан Өфөгә оҙаттылар һәм артабан, йыйылма пунктында ҡунғандан һуң, беҙ Орск ҡалаһына йүнәлдек.
       Орскиҙа Азат Мәғәзов һәм Башҡортостандан башҡа егеттәр Кесе авиация белгестәре мәктәбендә уҡый, бында электриктарҙы, радистарҙы, ҡоралланыу буйынса оҫталарҙы әҙерләйҙәр ине.
       - 1944 йылда 1926 йылда тыуғандарҙы армияға ебәрергә ҡабаланмайҙар ине, - тип һөйләй Азат Шәйехзан улы. - Беҙгә һаҡсыл ҡарашта инеләр. Алты ай уҡығандан һуң, оло сержант званиеһында Харьков ҡалаһына оҙаттылар. Ҡырым һуғыштарынан һуң бында 947-се штурм авиация полкы тулыландырыла ине. Ҡырымды азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн был полкка Севастополь полкы тигән маҡтаулы исеме бирелгәйне.
       Һуғыштан һуң Азат Шәйехзан улы туған полкының тарихы менән яңынан таныша.
       - Полк 1942 йылда Куйбышев һәм Өфө араһында формалаштырылған була, - тип һөйләй Азат Шәйехзан улы. - Кинель -Черкассы ауылында запас авиаүҙәк ойошторола һәм үҙҙәренең хәрби яҙмышын ИЛ-2 штурмлаусы самолет менән бәйләгәндәрҙең юлы төрлө сәбәптәр арҡаһында ошонда тоташа торғайны. 947-се тап ошолай барлыҡҡа килде лә инде. Полк составында башлыса осоу училищеһын тамамлаған йәш егеттәр. Иң олоһо Анатолий Помыкановҡа ни бары 22 генә йәш ине.Ҡалғандарына 18-19 йәш. Беҙҙең яҡташыбыҙ Советтар союзы Геройы Ғүмәр Минибаев та ошонда хеҙмәт итә.
       Азат Шәйехзан улы фронтҡа 1944 йылдың авгусында эләгә. Һуғыш тамамланғансы самолеттарҙың радиоҡорамалдары механигы була, хәрби техниканың теүәл эшләүен күҙәтә. 947 -се полк Икенсе Балтика буйы фронтында һуғыша, Балтика буйын азат итеүҙә ҡатнаша. Азат Шәйехзан улының башҡа яҡындары ла хәрби хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша.
       - Минең атайым Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, - тип һөйләй Азат Шәйехзан улы. - Бөйөк Ватан һуғышында ул хеҙмәт армияһы составында Стәрлетамаҡта хәрби обьекттар төҙөүҙә ҡатнаша, уҡытыусы булып эшләй. Әсәйем яғынан ағайым Закир Рафиҡов Сталинград эргәһендә һәләк була. Фәтих ағайым һуғыштан әйләнеп ҡайта, ләкин операция ваҡытында үлә. Мәсхүт ағайым Урта Азияла хеҙмәт итә, Ҡазан дәүләт университетында уҡыта. Беҙ әле булһа уның менән хат алышабыҙ. Минең атайымдың ағаһы Ғабдулла Мәғәзов фронтта һәләк була, уның ҡатыны һәм балалары яҙмышы тураһында бер нәмәлә билдәле түгел...
       Һуғыштан Азат Мәғәзов хәрби хеҙмәтте ташламай. 1948 йылдың авгусына тиклем полкта хеҙмәт итә, унан һуң Харьковтағы хәрби штурмандар авиация училищеһына уҡырға инә.
       - Училищены тамалағандан һуң штурман булдым, күп остом, башҡаларҙы ла осорға өйрәттем,- тип һөйләй ветеран. - 1965 йылда мине Германияға хеҙмәт итергә ебәрҙеләр.
       Үҙенең ҡатыны менән нисек танышыуын ветеран тулҡынланыбыраҡ һөйләй:
       - 1950 йылда мин үҙемдең буласаҡ ҡатыным Ләлә менән таныштым. Яҡташым һәм иптәшем отпуск ваҡытында тыуған яҡтарға ҡайтып килергә, кәләш табырға өгөтләне. Ләлә ул ваҡытта Миәкә урта мәктәбендә эшләй ине, тәүҙә хат яҙыштыҡ, һуңынан, 1951 йылда, өйләнештек...
       Германияла Азат Мәғәзов 1972 йылға тиклем хеҙмәт итә һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
       - Мин йәш саҡтан китап яҙырға хыяллана инем, - ти Азат Шәйехзан улы. - Армиянан китергә йыйынған осорҙа мин тәүге повесымды яҙҙым. Яҙыусылар союзында Мостай Кәрим ҡатнашлығында әҫәремде тикшергәнде хәтерләйем.
       Икенсе әҫәрен, "Һауала юлдар күп" повесын яҙғас, уны "Замандаш" Мәскәү нәшриәтендә баҫтырып сығаралар.1973 йылда Азат Шәйехзан улы Башҡорт АССРы яҙыусылар союзына, һуңынан СССР-ҙың Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.
       Ветеран үҙенең фронтташтарының рус телендә китап яҙыуын һорауҙарын хәтерләй. 80-се йылдар аҙағында Мәскәү һәм Донецк нәшриәттәре менән һөйләшеүҙәр ҙә алып барыла. Ләкин Советтар Союзы тарҡала һәм Украина уның составынан сыға. Бынан һуң нәшриәттәр ҙә юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә роман 1994 йылда ғына башҡорт телендә донъя күрә. Былтыр Рәсәйҙә һуғышта ҡатнашыусы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре яңынан нәшер ителә башлағас ҡына, уның "Тәүбә ҡылыу" романы рус телендә сыға.
       - Романда полктың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ бара, - ти Азат Мәғәзов. - Йәш летчиктарҙы сынығыуы, кисергән ҡыйынлыҡтары, ғөмүмән, Еңеүҙе нисек яулауҙары хаҡында. Уның геройҙары минең иптәштәрем. Мәҫәлән, Хажинур Ғүмәров ул Ғүмәр Минибаев.
       - Әлбиттә, китап булғас, миңә образдарҙы тулыландырырға, уйлап сығарырға тура килде. Уларҙың күптәре йыйылма образдар, мәҫәлән, майор Андрей Михалкин,капитан Андрей Нетребин, инженер Удод, Людмила Кирюхина, - тип һүҙен дауам итә яҙыусы.
       "Тәүбә ҡылыу" романының дауамы булып күпкә алдараҡ яҙылған "Улар хаҡында уйҙар" әҫәре тора. Унда ла сюжет һыҙығы 947-се полк менән бәйләнгән.
       Күптән түгел яҙыусының "Тирмән таштары әйләнә", "Һыуҙар аға", "Донъя яҡты ла, ҡараңғы ла" романдарынан торған трилогияһы донъя күрә.
       - Миндә ни өсөн 20-се быуаттың шул тиклем ауыр булыуы, Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштарын кисереүе тураһында ижади тикшереү үткәргем килде. Яҡташтарымдың яҙмышы, уларҙың был ауырлыҡтарҙы нисек кисереүе тураһында яҙҙым мин, - ти һуғыш ветераны.
       Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү йылында яҙыусының "Тирмән таштары әйләнә","Һыуҙар аға", "Донъя яҡты ла, ҡараңғы ла" романдары яңынан нәшер ителәсәк, тик был юлы улар уртаҡ исем аҫтында һәм бер том булып донъя күрәсәк.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал