6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Туризмдағы аҡ тап
10.12.09


       Туризм буйынса федераль агентлыҡтың эске туризм һәм туристик дәүләт проекттары үҫеше идаралығы начальнигы Александр Сирченко беҙҙеңреспубликаны илебеҙҙең туризмы картаһында әлегә аҡ тап тип атаны.
       - Төбәк эше иҡтисади һәм статистика мәғлүмәттәре буйынса баһалана.Кәңәшмәнең тап беҙҙең республикала үткәрелеүе осраҡлы түгел. Сөнки уның туризм өсөн ылыҡтырғыс төбәк булыуы көн кеүек асыҡ, хәҙер һеҙҙең бурыс - төбәккә туристарҙы йәлеп итеү. Башҡортостан үҙенең был өлкәләге мөмкинлектәрен әлегә тулыһынса файҙаланмай. Бай һәм матур тәбиғәтле республика үҙенә күп туристарҙы йәлеп итергә һәләтле. Бөгөн Рәсәйҙең иң популяр туристик маршруттары булып Краснодар крайы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, "Алтын ҡулсаға" ингән ҡалалар һанала. Екатеринбургты йыл һайын миллиондан ашыу турист ял итеү урыны итеп һайлай. Республикала туризмдың әкрен үҫеше мәғлүмәт сараларында туристик маршруттарҙың төрлөлөгө һәм тәҡдимдәрҙең матбуғат сараларында бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмауы менән дә аңлатылалыр. Бынан тыш, тейешле финанслау булмау, ә был иһә теге йәки был проектты инвестициялауға бәйле. Республиканың барлыҡ туристик райондарҙа инфраструктураның үҫешмәгән булыуы, кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүе ҡамасаулай.
       Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү, булған потенциалды файҙаланыу өсөн Өфөлә 9 -12 декабрь “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үткәрелде. Унда илебеҙҙең 50 төбәге вәкилдәре ҡатнашты. Сыуаш Республикаһы, Татарстандан, Ставрополье крайынан, Нижегород, Ҡурған, Вологда, Силәбе, Ульяновск, Төмән, Мәскәү, Ярославль, Пенза, Һамар, Липецк, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән туризм өлкәһендә урындағы үҙидара һәм федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай эре туристик фирмалар етәкселәре туризм мәсьәләләрен тикшерҙе. Бөгөн Конгресс-холл бинаһында үткән кәңәшмәлә ҡунаҡтар туристик индустрия күргәҙмәһе менән танышты. Унда республиканың санатор-курорт учреждениелары, тау саңғыһы үҙәктәре, профилле вуздар, эске туризм буйынса махсуслашҡан туристик операторҙар, экскурсиялар бюроһы үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтте. Күргәҙмәлә квадроциклдар, велосипедтар, катерҙар, этник тирмәләр була һәм ошонда уҡ башҡорт балын тәмләп ҡаранылар.
       Кәңәшмәнең икенсе көнө Ғафури районында үтәсәк. “Красноусольский” шифаханаһында күсмә секциялар эшләйәсәк. Уларҙың берәүһе эске туризм мәсьәләләренә арнала, икенсеһе – туристик-спорт секция»ы, ул Ташаҫты ауылында, билдәле Уҡлыҡая эргәһендә үткәреләсәк. Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһының географик үҙәгенә – Ғафури районының Ерек ауылына – барыу ҡаралған.
       БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин үҙенең сығышында былай тине:
       - Туризмды үҫтереү мәсьәләләренә хәҙер етди иғтибар бирелә. Туризм - киләсәктә етди матди килемдәр сығанағы. Шуға ла матур , иҫ китмәле тәбиғәте менән дан тотҡан Башҡортостанда туризм, әлбиттә, үҫешергә тейеш. Европа менән Азия киҫешкән урын Рәсәйҙең географик үҙәге булып иҫәпләнә һәм беҙҙең республика төп туристик - рекреацион зона булараҡ, маҡсатлы федераль программаға индерелергә тейеш.
       Беҙҙә туристик эшмәкәрлекте үҫтереү тураһында закон бар, 2020 йылға тиклем туризмдың үҫеш стратегияһы булдырылған. Быйыл республиканың туристик индустрия союзы булдырылды, унда 50-нән ашыу ассоциацияланған ағза - туроператорҙар, социаль обьекттар, туристик эшмәкәрлектә ҡулланылған ҡоролмалар етештереүсе сәнәғәт обьекттары - берләшкән.
       Кәңәшмәлә экологик, этнографик, сәләмәтләндереү туризмы, бөгөн ҙур һорау менән ҡулланған агротуризм мәсьәләләре тикшереләсәк. Беҙҙә йәйәүле, һыу, ат маршруттары бар.
       Александр Сирченко фекеренсә, бындай кәңәшмәләрҙең ыңғай яғы шунда: бындай саралар үткәргән ваҡытта урындағы власть органдары ситтә ҡалмай, киреһенсә, кәңәшмәлә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы туризмды артабан үҫтереү буйынса стратегик документтар өсөн нигеҙ итеп ала.
       - Туризмдың һәр бер төрөндә проблемаларҙы асыҡларға һәм хәл итергә кәрәк, - тип үҙ фекерҙәрен дауам итә Александр Сирченко. - Мәҫәлән, бөгөн, финанс көрсөк осоронда, автотуризм көндән-көн популярләшә, сөнки был аҙ сығымлы туризм төрө. Ләкин беҙҙә юлдарҙың ни хәлдә булыуы барығыҙға ла билдәле. Шуның өсөн автотуризмды үҫтерергә теләк бар икән, юлдарҙы ремонтлау зарур. Бынан тыш, юлдар буйында ҡыйбат булмаған кафе һәм ҡунаҡханалар төҙөргә кәрәк.
       Үҙ сиратында Александр Никерин Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү буйынса программа төҙөлөүе тураһында һөйләп үтте. Әле был документ БР Хөкүмәте тарафынан тикшерелә.
       - Сервисты кешеләр ойоштора, - тине Рәсәй туризмы туристик һәм ҡунаҡханалар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм анализлау идаралығы начальнигы Андрей Тютюнин. - Яҡшы ҡунаҡхана, бай кемпинг төҙөргә була, ләкин унда һеҙҙе сырайҙарын һытып ҡаршы алһалар, һеҙҙең унда башҡа барғығыҙ килмәҫ, әлбиттә. Кадрҙар барыһын да хәл итә, был бөгөн популяр булмаған авторҙың һүҙҙәре, әле лә үҙенең актуаль булыуын юғалтмаған. Бөгөн кадрҙарҙың етешмәүе айырыуса һиҙелә. Быйыл ил буйынса 432 уҡыу йорто юғары туристик белем тураһында диплом тапшырҙы. Уларҙың 69 -ҙы ғына ҡунаҡханаларҙа, кемпингтарҙа , маршруттарҙа эшләгән белгестәрҙе әҙерләй. Ә кадрҙарға һорау күп, ләкин беҙ әлегә уларҙы етерлек кимәлдә сығара алмайбыҙ.
       Шулай уҡ, - тип дауам итә һүҙен Тютюнин, - хәүефһеҙлек мәсьәләһе үтә мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Маршруттарҙа бик күп туристар һәләк була, хәбәрһеҙ юғалғандар һаны күп. Был тәңгәлдә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Төп мәлдәр - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында ҡайһы төркөмдөң ниндәй маршрутҡа сығыуы, унда нисә кеше булыуы, ҡасан әйләнеп ҡайтыуҙары тураһында мәғлүмәттәр теркәү мөмкинлеге. Телефон элемтәһе булмаған урындарға сығыу мөмкинлеген табырға, ә бының өсөн юлдаш бәйләнеше тураһында уйларға кәрәк. Бәхетһеҙлек осраҡтары буйынса страховка компанияларын йәлеп итеү механизмын булдырырға кәрәк.
       Беҙҙең төбәктә был йәһәттән башҡарылған эштәр байтаҡ. Мәҫәлән, БР Туристик индустрия союзы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән килешеү төҙөгән, бәйләнеш средстволарының бөтә төрҙәрен ҡулланыуҙы күҙ уңыңда тотолған программа бар.
       Асыҡланыуынса, Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә федераль бюджеттан бер тин дә тотонолмаған.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туризмды үҫтереү буйынса әле беҙҙә берҙәм маҡсатлы программа юҡ, - тип һүҙен йомғаҡлай Сирченко. - Рәсәй спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко һәм РФ Хөкүмәте ҡушыуы буйынса 2011 йылда ғәмәлгә инәсәк федераль маҡсатлы программаның концепцияһы ғына төҙөлгән. Башҡортостан Республикаһы тәҡдимдәре был программаға сағылыш табыр, тип өмөт итәбеҙ.
       - Эйе, беҙҙә туристик- рекреацион эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса бер нисә федераль программалар бар, - ти Сирченко. - Мәҫәлән, Рәсәйҙең көньяғын үҫтереүгә быйыл 151 миллион һум бүленде. Республиканың туризмын үҫтереү өсөн федераль программаларҙан аҡса күсереү ҡаралманы, телевизион реклама роликтары етештереү өсөн 14 төбәккә 185 миллион һум бүленде, әммә ошо төбәктәр араһында Башҡортостан тағы ла төшөп ҡалған.
       Александр Никерин билдәләүенсә, федераль программаларға төбәк яғынан финанслау булған осраҡта ғына инеп була. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко менән осрашыуында федераль маҡсатлы программа буйынса 2010 йылда республиканың Белорет, Бөрйән, Ғафури райондарын финанслауға заявка биреү тураһында килешелгән.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал