6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Опера театрында мистика
09.12.09


       - Тик бер генә сәскә, берәү генә, мин беләм, тик ул ғына минең күңелемде арбаны!
       - Минең төшөм, ул иң яҡшыһы, йонсоу көндә ҡояш ҡалҡтымы ни!
       - Мөхөббәт! Мөхөббәт! Мөхөббәт! - яңы "Нәҡи" операһы менән танышыуым иң лирик диалогтарҙың өҙөгөн тыңлауҙан башланды. Төп партияларҙы башҡарыусылар Лилиә Халиҡова (Йәнбикә) һәм Әлим Ҡәйүмов (Айтуған) тәүге тыңлаусыларҙың күңелен шунда уҡ яуланы. Башҡа тамашасылар спектаклде 25 һәм 26 декабрь
       күрәсәк. 2009 йыл тамамланыр алдынан ғына һуңғы йылдарҙың иң мистик операһы премьераһы буласаҡ.
       - Күләмле "Нәҡи" операһы өҫтөндә мин өс йыл эшләнем һәм 2009 йылдың яҙында тамамланым, - тип һөйләй билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов. - Барыһы ла йәш драматург Артур Саҡаевты пьеса яҙып биреүен һорауҙан башланды. Ә Башҡорт дәүләт опера театрының баш режиссеры ошо әҫәр нигеҙендә либретто эшләне. Операның исемен дә асыҡлап үтәйем. Нәҡи - ғәрәп һүҙе. Ул көтөп алынған бала, сафлыҡ мәғәнәһен бирә. Минең операмда уның тыуыуын донъяға яңы Пәйғәмбәрҙең килеүе тип тә аңлатырға була. Нәҡи - ул яҡты киләсәккә ышаныс.
       Композитор һөйләүенсә, опера ике күренештән, алты картинанан тора һәм жанр буйынса уны психологик-мистик драма тип атарға була. Постановканың төп геройҙары - төрлө ваҡыт осоронда ергә кире ҡайтыусы бер үк кешеләрҙең күңелдәре. Салауат Низаметдинов үҙенең дә ҡасандыр икенсе тормошта йәшәүенә һәм киләсәктә лә икенсе кеше ҡилбәтендә йәшәренә ныҡ ышана. Уның яңы операһында геройҙар тәүҙә боронғо заманда йәшәй, һуңынан беҙҙең көндәргә әйләнеп ҡайта. Күңелдәре шул килеш ҡалһа ла, уларҙың идеалдары һәм йәшәү ҡиммәттәре үҙгәргән була. Ҡаһарман яугирҙәр заманса донъяла рухи
       ныҡлығын юғалта, ә ныҡлы, ҡурҡыу белмәгәндәр үҙ-үҙҙәренә "Ә Алла бармы икән?" тигән һорау бирә. Тик Йәнбикә генә меңәрләгән йылдар аша кешеләргә булған һөйөүен һаҡлап алып ҡала. Әҫәрҙең төп сюжет линияһы тап ошо ике геройҙың - Йәнбикә һәм Айтуғандың - саф мөхәбәтт тарихына ҡоролған. Үткән тормошта был ике ғашиҡ бер-береһен үлеп ярата, ләкин уларҙың бер генә осрашыуы була. Яңынан был тормошта тыуып, ғашиҡтар йәнә осраша һәм Йәнбикәгә был тормошта кеше күңелен сафландырыусы һәм уларҙа яҡшылыҡҡа өмөт уятыусы яңы пәйғәмбәрҙе, Нәҡиҙе, донъяға бүләк итергә кәрәк.
       - Яңы ижади проект беҙҙе тәү ҡарауҙа уҡ ҡыҙыҡһындырҙы, - ти Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Владимир Рихтер. - Беренсенән, уны ҡуйыусы билдәле композитор булғанға, икенсенән, коллективты спектаклдең сюжеты ҡыҙыҡһындырҙы. Бер спектакль ваҡытында беҙ боронғо заманда ла буласаҡбыҙ һәм бөгөнгө көн ваҡиғаларында ла ҡатнашасаҡбыҙ.
       Уның һөйләүенсә премьераның тап опера театрында үтеүе осраҡлы түгел:
       - Беҙҙең авторҙар яҙған әҫәрҙәре әлегә тик опера театры ғына ҡуйырға һәләтлелер. Рәсәйҙең эре театрҙары төбәк композиторҙары әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныр тип уйламайым. Бөгөн башҡорт композиторҙарының бер генә майҙаны - опера театры - бар. Әлбиттә, был коллективҡа оло яуаплылыҡ өҫтәй. Ләкин беҙ иң яҡшы спектаклдәрҙең композиторҙары үҙ әҫәрҙәрен сәхнәлә күрһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Бындай спектаклдәр иҫәбендә опера ла, балет та бар. Бына бер нисә йыл инде Салауат Низаметдиновтың "Ай тотолған төндә" һәм "Memento" постановкалары бара.
       Дирижер Марат Әхмәт-Зарипов билдәләүенсә, "Нәҡи" операһын башҡарыусылар алдында ҡатмарлы бурыс ҡуйылған -композитор һәм сценарий яҙыусының уйын т амашасыларға дөрөҫ еткереү.
       - "Нәҡи" спектаклендә ҡатмарлыҡтар күп, сөнки Салауат Низаметдинов яҙған көйҙәр нескә интонацияларға бай, - ти театрҙың төп хормейстеры Элвира Ғәйфуллина. - Әммә артистарҙан талап ителгән иң мөһиме - драматик һәм актерлыҡ оҫталығы.
       Был сифаттарҙы төп партияларҙы башҡарыусылар Лилиә Халиҡова һәм Әлим Ҡәйүмов тулыһынса аса алды. Ике солист та театрҙа күптән түгел генә эшләй башланы. Лилиә быйыл "Мөхәббәт эсемлеге"ндә беренсе тапҡыр сығыш яһаны, Әлим иһә "Евгений Онегин" дан башлап ебәрҙе. Вокалсылар
       күп һанлы репетицияларҙа шөғөлләнә һәм үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтә:
       - Эш барышында ҡатмарлы урындар осрай һәм улар, әлбиттә, тәжрибәһеҙ йырсыларҙы ҡаушандырып та ебәрә, ләкин беҙҙең танылған коллегаларыбыҙ етәкселегендә беҙ дөрөҫ юл менән барабыҙ, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлешә Лилиә Ха лиҡова. - Музыка ғәҙәти түгел, шуға ла образ тураһындағы мәғлүмәт яйлап йыйыла һәм үҙенсәлекле фекер йөрөтөү килә. Минең Йәнбикә партияһы һәм Әлимдең Айтуған партияһы - ул мөхәббәт лирикаһы. Бында сопрано һәм тенор бер-береһен яратырға ғына тейешле опера сәнғәте традицияларын һаҡлап ҡалыу мөһим. Минең героиням сафлыҡ образы һәм уның ниндәй заманда йәшәүе бөтөнләй мөһим түгел - ул бөгөн барлыҡ кешелеккә сафлыҡ, яҡты өмөттәр бүләк итерлек берҙән - бер кеше.
       "Нәҡи" спектакленә театрҙың опера труппаһының әйҙәүсе артистары йәлеп ителгән: Элвира Әлкина, Алина Латипова, Албина Ғәбиҙуллина, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Олег Килмөхәмәтов, Фәнәүи Сәлихов һәм башҡалар. Унда шулай уҡ театрҙың "Dram-pas пластика төркөмө ҡатнаша, балетмейстер- ҡуйыусылар Марат Ғәлимханов һәм Олег Радькин. Спектаклде тышҡы яҡтан биҙәүселәр - рәссам - ҡуйыусы Ҡорбандырды Чарыев, костюмдар буйынса рәссам Марсель Кәлмәгәмбәтов һәм яҡтылыҡ буйынса рәссам Сердар Чарыев.
       Ирина Алимпиева коллажы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал