6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Габарит туҡтатыу сигналына әүерелде ...
08.12.09


       "Ҡурҡыныс йылды күңелле-күңелле итеп ҡаршы алайыҡ!" Донья биатлонсыларының барыһына ла бөгөн тап ошо йырҙы башҡарыу урынлы булыр, моғайын. Остерсунд ҡалаһында донья кубогының тәүге ярыштары булып үтте. Был ҡыш Ванкувер ҡалаһында Олимпиада булғанға күрә лә ҡурҡ ыныс буласаҡ. Сөнки, фаразлауҙар буйынса, көрәш етди бу лырға тейеш. Ә лидерҙар өсөн миҙалдарҙан мәхрүм ҡалыуҙан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ.
       Айырыуса беҙҙең яҡташыбыҙ Максим Чудов миҙалһыҙ ҡалһа, ҡыйынға тура киләсәк. Был уның икенсе олимп иадаһы. Беренсеһендә ул, был уңышҡа яҡын булһа ла, миҙалға лайыҡ була алманы.
       Остерсундта 20 саҡрымға шәхси уҙышыуҙа Максим Чудов үҙенең Рәсәй командаһының лидеры икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Юҡҡа ғына уны күптән түгел капитан итеп ҡуйманылар бит.
       Рәсәйлеләр араһында Максим иң яҡшы һөҙөмтә күр һәтте. Ул хатта башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ атышты. Башҡа егеттәр унан ныҡ ҡалышты. Чудовтан ун позицияға артта ҡалған Евгений Устюгов уға иң яҡыны ине.
       Әйткәндәй, Максим оҙаҡ ваҡыт еңеүгә дәғүә итеү се булып килде. Ышаныслы тиҙлек күрһәтте, сәптәргә лә тейеп килде, тик бер генә тапҡыр ул яҙа атты.
       Дүртенсе атыу рубежынан киткән ваҡытта ла ул е ңеүгә дәғүә итеүен дауам итте. Һәр хәлдә "Көмөшкә" иҫәп тота ала ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Чудов тиҙл ек буйынса артта ҡала башланы. Был Норвегия спортсыһы Эмиль Хельге Свендсенға бирелә башлауынан уҡ күренде.
       Һөҙөмтәлә Максим Чудов Австрия спортсыһы Кристоф Зуманндан ни бары 0,8 секундҡа ғына ҡалышып, өсөн сө урынды яуланы. Һуңғараҡ бер тапҡырға күберәк яҙа атҡан Фридрих Пинтер Максимдың ваҡыт һөҙөмтәһен ҡабатланы. Улар икәүһе лә өсөнсө позицияны яулап, һуңғараҡ АҠШ-тыңйыйылма командаһы спортсыһы Тим Буркҡа үҙҙәренең урынын бирергә мәжбүр булды.
       Шәхси уҙышыуҙарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә бер ҡасанда ирешә алмаған Бурк ут рубежында ла хата ебәрҙе. Иң көслө биатлонсы Чудов уға "аяҡтары" менән биреште, тигән һүҙ. Бында, минең уйымса, аныҡлыҡ индереү талап ителмәй, былай ҙа барыһы ла көн кеүек асыҡ. АҠШ-та спорт фармацевтикаһы үҫешкән шул...
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Чудовтың дүртенсе урыны яҡшы башланғыс булып тора. Чудов был миҙгелдә үҙенең лидерҙар иҫәбендә икәнлеген баштан уҡ күрһәтте.
       Максим Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитин был ярыштар тураһында үҙенең фекерен белдерҙе. Ул әле Екатеринбургта Башҡортостандың йыйылма командаһы менән шөғөлләнә, ләкин уҙыш финишынан һуң ул Максим менән һөйләшкән.
       - Тәрбиәләнеүсегеҙ сығышын нисек баһалайһығыҙ?
       - Бөтәһе лә яҡшы.
       - Йүгерешеүҙә нисектер уңышһыҙ сығыш яһаны түгелме?
       - Миҙгел башланып ҡына тора бит әле, спортсы үҙенең оптималь формаһына ла инеп өлгөрмәгән.
       - Австрия спортсылары цистерналап допинг ҡабул иткән кеүек осоп ҡына ярышты.
       - Быға мин Башҡортостан спортсылары бал ашап ҡына йүгерә тип әйтә алам.
       - Ә атыуҙар менән нисек булды? Сөнки тәүҙә ул сәпкә тейә ине бит.
       - Биатлонсылар теле менән һөйләшкәндә, Макстың туғыҙ сәғәткә габариты үтмәгән.
       Габарит - ул пуляның сәптең ситенә эләгеп, ә ярсыҡтарының һиҙгер өлөшөнә ҡаҡлығыуы, ҡайһы бер саҡта сәп ябыла, ә ҡайһы саҡта - юҡ. Максимға был йәһәттән уңыш йылмайманы.
       Артабанғы уҙышыуҙарҙа ла бәхет тәтемәне. Спринт һәм эстафеталаға уңышһыҙлыҡтар етдирәк һәм рәнйетеүлерәк булды.
       Спринтта Максим тиҙ темпта барҙы һәм атышыуҙа насар һөҙөмтәләр күрһәтте. Ятып атышыуҙа өс тапҡыр яҙа атҡандан һуң, иң көслө алты спортсылар иҫәбенә инеү тураһында уйламаҫҡа мөмкин ине инде.
       Һуңғараҡ атышыу һөҙөмтәләр тағы ла насарыраҡ булып сыҡты, һөҙөмтәлә беҙҙең яҡташыбыҙ иң түбән урынға тәгәрәне. Япониялы Абе Саторю менән ул 85-се урынд ы бүлеште. Нимә эшләйһең инде, республиканың яратҡан биатлонсыһынан күберәк эш хаҡы алған "Салауат Юлаев" таһәр ваҡыт уңышлы уйнамай бит.
       Сираттағы стартта эстафета уҙышы үтте. Иван Черезов беренсе килде, икенсе булып - Евгений Устюгов, өсөнсө - Виктор Васильев, ә капитан Максим Чудов йомғаҡлаус ы ине. Франция, Норвегеия, Автрия Рәсәйҙән алда бу лдылар.
       Һәм тағы ла Виктор Никтинды борсорға тура килде:
       - Әйҙәгеҙ, спортсының биатлон лидерҙары менән уҙышыуынонотмайыҡ. Эстафета ла ваҡыт буйынса ул һә йбәт үтте, ятып атышыуҙа бына тигән һөҙөмтәләр күрһәтте. Бер нәмәлә эшләп булмай - был спорт. Әгәр беренсе көндән үк еңеүҙәр башланһа, күпкә насарыраҡ булыр ине тип иҫәпләйем.
       - Кәйефе ҡырылдымы?
       - Әлбиттә! Ләкин беҙ һөйләштек, килеп тыуған хәлде тикшерҙек- хәҙер бөтәһе лә яҡшы. Әйткәндәй, мине Чудовты ветеран тип атауҙары аптыратты, уға бит ни бары 26
       йәш! Ә Васильевты йәш тип әйтәләр, ә ул өс йәшкә генә йәшерәк!
       - Республиканың йыйылма командаһы нисек сығыш яһай?
       - Екатеринбургта Шеталина туғыҙынсы килде, Мария Косинова - 19-сы.
       - Косинова еңеү яулармы икән?
       - Әлбиттә!
       Күреүгеҙсә, биатлон тормошо урынында тапанмай.
       Бөтәһе лә йүгерешә, атыша, өмөтләнә. Ике уңышһыҙ старт арҡаһында ғына етди мәсьәлә тыуҙы тип әйтеп булмайҙыр ул.
       Донья кубогы этаптарында Максим Чудовтың нисек сығыш яһауы артыҡ әһәмиәткә эйә түгел. Иң мөһиме Ванкуверҙа көтә. Унда алтын миҙалдар өсөн көрәш алып барырға кәрәк буласаҡ. Ярыштар башланыуға күп ваҡыт ҡалманы.

Фото www.rbu-biathlon.ru сайтынан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал