6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Башҡорт дәүләт университеты: яңы быуат башында
07.12.09


       - Рәсәйҙе Ломоносов исемендәге университе ттан башҡа күҙ алдына килтереп булмаған кеүек, Башҡортостанды ла Башҡорт дәүләт университетынан тыш күҙ алдына килтереп булмай, - тине Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы мөдире, профессор Юрий Никифоров.
       Ул, университеттың 100 йыллығы айҡанлы ба шҡа күпһанлы төрлө наградалар менән бүләкләнеүселәр
       иҫәбендә, тантаналы сарала ҡатнашты. Башҡорт дә үләт университетының 100 йыллыҡ тантанаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев, Хөкүмәт Премьер- министры Р.С. Сарбаев, ситтән саҡырылған мәртәбә ле ҡунаҡтар килде. - Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллыҡ юбилейы - барлыҡ Рәсәй байрамы,- тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Төбәгебеҙҙәге тәүге уҡыу йортоноң республика, ил үҫешен тәьмин итеүсе профессиональ кадрҙар тәрбиәләү ролен баһалап бөткөһөҙ. Республика башлығы БДУ-ның педагогик коллективының эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе талаптарына ярашлы булыуын, юғары сифатҡа йүнәлтелгәнен, уҡый йортоноң алдынғы и лдәр,республикабыҙҙың алға киткән предприятиелары менән киң хеҙмәттәшлектә эшләүен билдәләне. - Киләсәгебеҙ мәнфәғәтендә киң даирәле эшмәкәр лек алып барған университеттың артабан да маҡсатлы йүнәлешенән тайпылмай үҫеренә, республикабыҙ, илебеҙ мәғарифын яңы бейеклеккә күтәреүенә өмө төбөҙ ҙур, - тине республика башлығы.
       - Классик юғары уҡыу йорто - университетты ң 100 йыллығы - ҡәҙимғе ваҡиға түгел, - тип үҙ фекер ҙәре менән бүлеште "БАШвестЪ" гәзите менән роман- герман филологияһы факультеты деканы Рәхим Мүрә сов. - Был датаға беҙ күптән әҙерләнәбеҙ. студенттар яҡшы уҡып,сессияны бурысһыҙ тамамларға, төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнашырға тырыша. Аспирантт ар иһә диссертацияларын яҡлау юғары кимәлдә үтһен өсөнбарыһын да эшләй, уҡытыусылар үҙҙәренең профессиональ кимәлдәрен күтәреү өҫтөндә эшләй. Беҙҙең өсөн юбилей - бик мөһим ваҡиға. Сөнки Б ДУ - ябайуниверситет түгел. Ул Башҡортостан Ре спубликаһының тәүге юғары уҡыу йорто. БДУ-ны тамамлаусыларҙы ң күбеһе бөгөн республиканың башҡа уҡыу йортта рында эшләй йөрөй. мәҫәлән, беҙҙең факультетта ғына уҡыты усыларҙың 86 процентын элекке студенттарыбыҙ т әшкил итә.
       - Минең өсөн университеттың 100 йыллығы бик әһәмиәтле ваҡиға,- ти БДУ-ның математика факультетының беренсе курс студенты Ольга Забе йворота. - Сөнки мин юбилей йылында уҡырға инд ем һәм киләсәктә студенттарҙы математика буйынса уҡ ытырға хыялланам. Ни тиһәңдә, студенттар менән аралаш ыуы ҡыҙығыраҡ. Улар уҡыуға етди ҡарай, киләсәге тураһында уйлай һәм үҙ иленә файҙа килтерергә тырыша. Мин университетта эшкә ҡалырға теләйем.
       Тантаналы йыйылышта ҡатаншыусылар юғары уҡ ыу йортоноң тарихына ла ҙур иғтибар бүлде. Башҡор т дәүләт университеты ректоры, физика-математи ка фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Харрасов үҙенең сығышында былай тине:
       - Уҡытыусылар институты булараҡ башланғыс алған уҡый йорто бөгөн билдәле классик университетта рҙың береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа республикала төрлө йүнәлештәге һәм кимәлдәге уҡый йорттары күпләп асылыуға ҡарамаҫтан, БДУ-ның баһаһы һаман да артыу өҫтөндә. Университет үҙенең абруйын, педагогик, фәнни һәм ижади ҡеүәтен һаҡлап ҡына ҡалмай,өҙлөкһөҙ үҫешә, һәр яҡтан камиллаша, яңынан-яңы тәжрибәләр туп лай.Заман менән йәнәш атлағанға күрә, ул халыҡ иғт ибарынанбер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, киреһенсә, һәр быуын өсөн яңы, йәш уҡыу йорто булып тора.
       - Әле университетта 15 факультет, Сибай, У чалы һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан өс филиалы бар, - тип һүҙен дауам итә Мөхәмәт Харрасов. - беренсе йыл беҙҙең уҡыу йотронда 27 кеше белем ала башлаһа, бөгөн килеп 27 меңгә яҡын студент уҡып йөрөй. Уҡытыу, фәнни һәм тәрбиәүи эштәр менән 1725 фәнни -педагогикхеҙмәткәр, шул иҫәптән 265 фән докторы һәм 855 фәнкандидаты шөғөлләнә. Вузда 105 төрлө кафедра а сылған, уҡытыу 150 йүнәлеш буйынса алып барыла.
       Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Николай Булаев үҙенең сығышында РФ Мәғариф һә м фән министры Андрей Фурсенконың университет уҡытыусыларына, хеҙмәткәрҙәренә һәм студенттарына байрам айҡан лы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
       - Йөҙ йыл элек Башҡортостанда тәүге униве рситет асылды. Рәсәй вуздарын төрлө йүнәлештә баһалағ ан бойондороҡһоҙ рейтинг агентлыҡтары бар. Беҙ йыл һайын университеттың эшмәкәрлегенә бәйле обь ектив материалдар тәҡдим итәбеҙ. Бынан тыш, биш йылға бер тапҡыр университетта бөтә йүнәлештәре буйынса, атап әйткәндә, матди- техник база, уҡытыу, ғилми һә м кадрҙар потенциалы йәһәтенән комплекслы баһалама бирел ә. Башҡорт дәүләт университеты иһә илдең 90 класс иу университеты араһында тәүге 15 вуз иҫәбендә.
       Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт универс итеты ректоры Виктор Садовничийҙың сығышы бик йылы булды:
       - Бөгөн бөтә университеттар өсөн дә ҙур байрам. Сөнки бер уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары мәғарифтың, ғилемдең үҫешен аңлата.
       - Башҡорт дәүләт университеты минең өсөн я ҡын вуздарҙың береһе. Минең тәүге аспиранттарым тап Өфөнән булдылар, уларҙың барыһы ла доктор һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡланылар. БДУ -л а мин улар менән яңынан осраштым - бөгөн улар танылған ғалимдар. Минең фәнни йәшлегем улар менән ү теүенә мин бик шатмын. Уларҙың һәр береһе тала нтлы һәм ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар булды, бөгөн килеп юғары профессионалдар булыуына ҡыуанам. Һеҙҙең университет үҫешенә индергән бәләкәй ге нә өлөшөм шул, ул саҡта мин үҙемдең Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры булып китеремде, БДУ-ның 100 йыллыҡ юбилей тантанаһында ҡатнашыуымды уйға ла килтермәй инем, әлбиттә. Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәрим университетты үҙенең изге урыны менән сағыштырһа, Мәскәү университеты студенты Михаил Лермонтов уны иң изге урын итеп һанаған була.
       Үҙенең сығышын тамамлап, Виктор Садовничий "Рус түгел мин, ләкин россиянин" тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Һәм Мөхәмәт Харрасовҡа үҙенең иң ҡәҙерле бүләген - Мәскәү дәүләт университетын, ә дөрөҫ өрәге уҡыу йортоноң һүрәтен тапшырҙы.
       Ғөмүмән, был көндө БДУ-ның ректоры, универ ситет хеҙмәткәрҙәре бик күп бүләктәргә лайыҡ булды. БР Президенты Мортаза Рәхимов Башҡорт дәүләт университетына вуз хеҙмәткәрҙәре өсөн льготалы фатир алыу өсөн 50 сертификат тапшырҙы.
       Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Ва лерийКозлов үҙенең сығышында бик тә урынлы былай тине:
       - БДУ-ның 100 йыллығы - бөтә Рәсәй өсөн ол о байрам! Һеҙгә киләһе 100 йылда уңыштар ғына юлдаш булһ ын!
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал