6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Балаларға һунар бара...
04.12.09


       Минең яҡын әхирәтем үҙенең улына Кеше-үрмәксе костюмын һатып алып бирҙе. Баланың нисек шатланғанын күрһәгеҙ ине! Ә иртә менән ошо кейемендә балалар баҡсаһына барғас, башҡа кескәйҙәр, бер минутҡа ла артынан ҡалмай, уның эргәһендә өйөрөлдө, бәғзеләре яратҡан уйынсыҡтарын һоноп, дуҫлашырға ашыҡты. Америка комиксының геройы тураһында уларҙың белмәгән нәмәһе юҡ. Был һеҙҙе һағайтмаймы? Ни өсөн
       йәштәр Tokio Hotel һәм "Ранетки" музыка төркөмдәренән иҫтәре китә? Губка Боб, бәләкәй мәскәй Сабрина, Гарии Поттер менән саманан тыш мауыға? Заман йәштәренең, "Ранетки" төркөмөнән башҡа, Рәсәй кумирҙары юҡ булыуы тәрән уйҙарға батыра...
       - Бер аҡыл эйәһе былай тип әйткән: "Миңә һеҙҙең илегеҙҙе
       яулап алыу кәрәкмәй, балаларығыҙҙы ғына тәрбиәләргә рөхсәт итегеҙ", - тип фекер алыша беҙҙең гәзит менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаев. - Матбуғат саралары ярҙамында беҙҙең балаларыбыҙҙы теләһә кем тәрбиәләй, шуға ла йәш быуын сит ҡиммәттәр мөхитендә тәрбиәләнә. Биш-ун йыл үткәндән һуң беҙҙең йәштәр Ватанбыҙҙы түгел, ә икенсе илде яратһа, быға һис тә ғәжәпләнмәҫ инем мин. Был бит беҙҙең баштан үтелгән бит инде. Бәхеткә ҡаршы, илебеҙҙең экс-президенты Владимир Путин был ҡот осҡос хәлде туҡтатып, милли ғорурлыҡ тигән төшөнсәне тергеҙеүгә юл асты. Беҙ ысын патриоттарҙы тәрбиәләй башланыҡ, балаларға ысын ҡиммәттәрҙе аңлатабыҙ, һеңдерәбеҙ. Һәм ошо йүнәлештә эште беҙгә артабан да дауам итергә кәрәк
       Был мөһим тәрбиәүи эште БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары аша алып бармаҡсы. Беренсе сиратта, һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында популярлеген юғалта башлаған балалар һәм йәштәр матбуғатына тейешле иғтибар бирелерегә тейеш.
       - Республиканың балалар һәм йәштәр матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүенә, әлбиттә, гәзит уҡыусылар ғәйепле түгел,- ти Артур Мирас улы. - Бында ғәйеп беҙҙең үҙебеҙҙә - халыҡ менән аралашманыҡ, гәзит уҡыусылар менән һөйләшергә ынтылманыҡ. Федераль һәм коммерциялы баҫмаларҙан айырмалы рәүештә үҙебеҙ етештергән продукцияны матбуғат баҙарына сығарыу мәсьәләләре менән аҙ шөғөлләндек. Бынан тыш, йәшерен-батырыны юҡ - гәзит-журналдарыбыҙҙың биҙәлеше тураһында ла артыҡ уйланманыҡ. Һөҙөмтә булараҡ, бөгөн тираждар кәмей. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығы БР Мәғариф министрлығы
       менән берлектә “Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы" үткәрергә ҡарар итте.
       - Ә үткәрелгән аҙналыҡтың девизы ниндәй?
       - "Һәр уҡыусыға берәр республика гәзите һәм журналы!"
       - Сараның төп маҡсаты?
       - Матбуғат акциянһының төп маҡсаты булып балалар һәм йәштәр баҫмаларын пропагандалау, тиражды һаҡлау һәм уҡыусы йәштәр араһында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү, балаларҙың уҡыу мәҙәнилеген күтәреү тора.
       - Ваҡытлы иғлан ителгән акцияла кемдәр ҡатнаша ала?
       - Был киң сарала йәштәр һәм балалар гәзит һәм журналдар редакциялары, почта хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша, маҡсатлы аудитория булып дөйөм белем биреү, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр тора.
       - Ә ниндәйҙер саралар үткәреү ҡаралаған?
       - Акция сиктЩрендә уҡыу йорттарында класс сәғәттәре
       һәм дөйөм мәктәп саралары: викториналар, тематик кисәләр, уҡыусыларҙың район, ҡала һәм республика киң мәғлүмәт саралары редакциялары вәкилдәре менән осрашыуҙарын, олимпиадалар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа саралар үткәреү планлаштырылған. Киң агитация саралары шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында, клубтарҙа, китапханаларҙа үтәсәк. Билдәле булыуынса, бөгөн республикала рус, башҡорт һәм
       татар телдәрендә өс йәштәр гәзите («Молодежная газета», «Йәшлек", "Өмөт"), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә гәзит һәм журналдар ("Йәншишмә", "Аҡбуҙат",
       "Аманат", "Әллүки" ), башҡорт һәм татар телдәрендә ике йәшт әр журналы - "Шоңҡар" һәм "Тулпар" – сы“арыла. Күрһәтелгән баҫмаларҙан тыш, акцияла "Аҙна", "Атна", "Детская газета" гәзиттәре ҡатнаша.
       - Былтырғы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы нисек үтте,шул турала һөйләп үтегеҙсе әле?
       - Былтыр беҙ республика ҡалалары һәм райондарында беренсе тапҡыр балалар һәм йәштәр аҙналығын үткәрҙек һәм үҙебеҙ өсөн ғәжәйеп тәжрибә тупланыҡ. Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, китапхана мөдирҙәре менән осраштыҡ. Акцияға етди ҡараған райондарҙа яҙылыу кимәле 400 процентҡа тиклем күтәрелде. Беҙгә һәр бер районда яҙылыу кампанияһына яуаплы ҡарауҙы тәьмин итергә кәр әк.
       - Республиканың балалар һәм йәштәр матбуғат баҫмаларының ҡайһыларын иң популяр тип әйтә алаһығыҙ?
       - "Йәшлек" гәзите, үҫмерҙәр өсөн "Йәншишмә" гәзите дөйөм фондта айырылып тора. "Шонҡар" журналын билдәләп үтергә кәрәк. Башҡа баҫмаларҙың тиражы кәмегән ваҡытта, журналдың тиражы артҡандан-арта килә. Был уңыш, беренсе сиратта, журналдың йөкмәткеһенә һәм биҙәлешенә, мөхәррир Азамат Юлдашбаевтың профессионализмына һәм фантазияһына ҡайтып ҡала.
       - Балалар йотлоғоп уҡыһын өсөн башҡа гәзит һәм журналдар ға нәмәгә иғтибар итергә кәрәк?
       - Ололар аудиторияһына иҫәпләнгән баҫмалар буйынса ҡайһы бер етешһеҙлектәр бар, ә бына балалар өсөн сығарылған гәзит-журналдар буйынса артыҡ әллә ни үҙгәртеү талап ителмәй . Уларҙың тышҡы биҙәлеше матур һәм йөкмәткеһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Уларҙы медиабаҙарға сығарыу мәсьәләләре менән генә нығыраҡ шөғөлләнергә кәрәк.
       - Ә был кемдең эше инде?
       - Гәзит һәм журналдарҙың мөхәррирҙәре маркетолог, менеджер һәм рекламасы була алмайҙар. Редакцияларҙа бындай штат берәмеге лә ҡаралмаған. Журналистар һәм мөхәррирҙәр продукция етештереп тә, уның менән таныштырып, реклама менән бер юлы шөғөлләнә алмай. Бөгөн был функциялар ҙы БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ башҡара, төрлө редакциялар айырым- айырым эшләгәнсе, бер структураның ғына был мәсьәләләрҙе хәл итеүе һөҙөмтәлерәк тә, дөрөҫөрәк тә булыр.
       - Балаларҙы ылыҡтырыу өсөн ниндәйерәк мәғлүмәт баҫылырға тейеш?
       - Беҙ балаларға оҡшаған йөкмәтке һәм уларға еткерергә тейешле мәғлүмәт араһында баланс булдырырға тейешбеҙ. Тик уларға ғына оҡшаған мәғлүмәт биргән осраҡта, беҙҙең баҙарҙа уңышлы урын биләп өлгөргән көнбайыш киң мәғлүмәт сара ларына оҡшай башлаясаҡбыҙ.Улар ҡыҙыҡлы мәғлүмә т бирһәләр ҙә , уларҙың идеологиялары беҙҙең ө сөн сит. Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларында ула р өсөн мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә фәһем алырлыҡ
       материалдарҙың булыуы мотлаҡ. Мөхәррирҙәргә балалар һәм йәштәр баҫмалары баҙ арын даими өйрәнеп барырға кәрәк. Мәҫәлән, йәш тәрҙең 37 проценты музыка менән ҡыҙыҡһына икән, гәзит һәм журналдар майҙанының 37 проценты ошо темаға бирелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙ ниндәй илдә, ниндәй республикала йәшәүебеҙҙе иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Шуның өсөн гәзит һәм журналдар ярҙам ында балалар араһында беҙ үҙебеҙҙең ҡиммәттәрҙе пропагандаларға тейешбеҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал