6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Мөғжизәләр иле минең тыуған яҡ
03.12.09


       Башҡортостан - ғорур тауҙар, сихри урмандар, серле мәмерйәләр, иртәнге ысыҡтай таҙа һыулы йылғалар иле. Уның тәбиғәтенә һоҡланып туйырлыҡ түгел шул! Ошо матурлыҡты күберәк кеше күрһен өсөн яңы туристик маршруттар асып, республикала туризмды үҫтереү зарур. "Урал бишлеһе" туристик-спорт проектын ойоштороусылар тап ошо фекергә килә лә инде.
       - Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - тыуған яҡтың матурлығы менән күберәк халыҡты таныштырыу, - тине БР Спорт саралары идаралығы начальнигы Александр Ефимов. - Уралды юҡҡа ғына әкиәттәр иле тип әйтмәйҙәр бит. Бынан тыш, уны йыш ҡына Швейцария менән сағыштыралар. Ләкин шул тиклем бай тәбиғәтле, ресурстары була тороп, республикала әле булһа туризм бөтөнләй үҫешмәгән.
       - Беҙҙең илебеҙҙә Алтай крайында һәм Башҡортостанда ғына туризмдың бөтә төрҙәрен дә үҫтереү өсөн шарттар бар, - ти БР Спорт-туризм союзы президенты Дмитрий Шорников. - Беҙҙең союз спорт туризмы менән бер нисә тиҫтә йыл шөғөлләнә. Республикала туризмдың бөтә төрҙәре буйынса федерациялар булдырылған: йәйәүле, тау, һыу, саңғы, спелео-, вело-, авто - һәм мототуризм. Бының менән файҙаланырға кәрәк, тап шуның өсөн "Урал бишлеһе" проекты булдырылды ла инде. Ул туристарға яңы маршурттарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
       "Урал бишлеһе" проекты 1 декабрь башланды һәм киләһе йылдың 30 ноябренә тиклем барасаҡ. Ҡыҙыҡлы һәм әүҙем ял яратыуысыларҙың барыһы ла был проектта ҡатнаша ала.
       Маршруттар төҙөүгә ойоштороусылар бик яуаплы ҡараған. Уларҙы билдәләр алдынан тәжрибәле туристар менән осрашып кәңәшләшкәндәр һәм республиканың иң матур урындарын күрһәтерлек маршруттар төҙөлгән.
       - Походта ҡатнашыусыларҙың иң яҡшыларын билдәләйәсәкбеҙ, - ти "Урал бишлеһе" туристик-спорт проекты директоры Андрей Иванюта. - Шулай уҡ иң яҡшы туристар рейтингын төҙөйәсәкбеҙ. Шулай итеп, ҡатнашыусыларҙың "бронза", "көмөш", "алтын" бишлектәре буласаҡ. Туристарҙың ниндәй бишлеккә инеүен маршруттың ҡатмарлылығы, үтелгән этаптар һаны буйынса иҫәпләйәсәкбеҙ. Һәр бер кеше үҙенең нимәгә һәләтле икәнлеген асыҡлай ала.
       Ойоштороусылар уйынса, проект биш этаптан торорға тейеш. Беренсе этап "Ҡышҡы биш тау" тип атала һәм 1декабрҙә башланды. Ул Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙарына күтәрелеүҙән ғибәрәт. Походта ҡатнаш ыусылар тауҙы үҙҙәре һайлай: Оло Ирәмәл (1582 метр), Бәләкәй Ирәмәл (1449), Оло Нөргөш (1406), Абараш-баш (1291), Нөргөш -2 (1350), Нөргөш - 3 (1267), Яланғас (1297), Ҡурташтау (1019) һәмбашҡалар. Был этап киләһе йылдың 15 мартына тиклем барасаҡ.
       "Ер аҫты әкиәте" - ошо матур исемле икенсе этап беренсе ғинуарҙан киләһе йылдың 15 мартына тиклем барасаҡ. Был этапта Көньяҡ Уралдың биш мәмерйәһе буйлап сәйәхәт итеү ҡаралған. Бында ла туристар үҙҙәре күрергә теләгән мәмерйәне һайлай ала. Проект сиктәрендә Силәбе өлкәһе территорияһында урынлашҡан Игнатьевский, Ҡоро Ата, Киселевский мәмерйәләрендә булырға мөмкин. Беҙҙең республиканың Ғафури районында урынлашҡан Киндерле, Архангел районындағы Асҡын - Боҙло, Мәләүез районындағы Ҡотоҡ-1, Ҡотоҡ -2, Ҡотоҡ- 4, Иглин районындағы Ҡойошто, Күгәрсен районындағы Иҫке Мораҙым һәм Яңы Мораҙым мәмерйәләрен күреү тәьҫораттарға бай сәйәхәт буласаҡ.
       "Өсөнсө этаптың "Һыу юлы" киләһе йылдың 15 апреленән 30 сентябргә тиклем барасаҡ. Был этапта Көньяҡ Уралдың биш йылғаһы буйлап сәйәхәт итеү ҡаралған: Ағиҙел, Нөгөш, Һаҡмар, Инйәр, Бәләкәй Инйәр, Йөрүҙән, Ләмәҙ, Еҙем.
       Проекттың дүртенсе этабы "Йәйге биш тау" тип атала һәм киләһе йылдың 15 апреленән 30 октябргә тиклем барасаҡ. Ул шулай уҡ ҡышҡы миҙгелдәге кеүек Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙарына күтәрелеүҙән тора.
       Бишенсе этап иң ҡатмарлы һәм шуға ла уны "Һынауҙар һуҡмағы" тип атағандар. Ул киләһе йылдың 1авгусынан 30 ноябргә тиклем барасаҡ. Маршруттар проект барышында төҙөләсәк.
       Проектта алты кешенән торған туристар төркөмө ҡатнаша ала, улар заявка тултырырға һәм диспансер врачынан медицина белешмәһе килтерергә тейеш. Төркөм етәкселәре проект ойоштороусыларына үҙҙәренең квалификацияһын раҫлаусы документтар күрһәтергә тейеш.
       - Ете кешенән торған тәүге төркөм йома көндө, 4 декабрь, юлға сығасаҡ, - тип һөйләй Андрей Иванюта. - Әле төркөмдө әүҙем әҙерләү бара, сөнки мршрут бик ҡатмарлы. Автобус менән туристарҙы тәүҙә "Йөрәккүл" милли паркына алып барасаҡтар. Һуңынан улар Силәбе өлкәһенең иң бейек тауына Оло Нөргөшкә (1406) менәсәк, Сибирский һыртына барып, Оло Һуҡа тауына менәсәк.
       Ойоштороусылар проект барышында хәүефһеҙлек сараларының барыһы ла күреләсәк тип ышандырҙы. Һәр төркөм БР буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлгәндән һуң ғына маршрутҡа сыға ала. ҡотҡарыусылар төркөмдөң етәксеһе кем икәнлеге, маршруттың оҙонлоғо, кешеләр һаны кеүек мәғлүмәт менән тәьмин ителәсәк. Сөнки иң мөһиме - проектта ҡатнашыусыларҙың походты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреп, иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтыуҙары.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал