6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Даталар

Алексей Лысенков: СПИД-ты профилактикалау ҙа бөтә алымдар ҙа яҡшы
01.12.09


       Алексей Лысенков, "Үҙемә үҙем режиссер" популяр телевизион тапшырыуын алып барыу сыһы, "БАШвестЪ" гәзитенә үҙен бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан танытты. Баҡһаң, халы ҡтың яратҡан алыпбарыусыһы бер нисә йыл инде быуат ауырыуы -СПИД-ты профилактикалау менән шөғөлләнә икән. 1 декабрь алдынан, Бөтә донья СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә, Лысенков был эшкә нисек тотоноп китеүе һәм эштең нисегерәк ойошторолоуы тураһында һөйләп китте.
       - "Сәләмәтлек" милли проекты сиктәре ндә "СПИД. Ашығыс ярҙам" телепроектын миңә етәкләргә тәҡдим иткәс, тәүҙә аптырап ҡалдым: ниөсөн мин? Әммә журналист сәме арҡаһында ғына ризалаштым, ә ваҡыт үткән һайын ылыға башланым. Проектың асылы - халыҡҡа, айырыуса йәштәргә,ВИЧ-инфекцияһын ың ни тиклем ҡурҡыныс булыуынаңлатыу, ә ВИЧ-инфекцияға ыңғай диагноз ҡуйылғандар ға артабан йәшәргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Беҙ ошо инфекция менән йәшәгән кешеләр тураһында документаль фильмдар төшөрәбеҙ, Рәсәй төбәктәре буйлап автоуҙышыуҙар үткәрәбеҙ. Быларҙың барыһы ла халыҡтың иғтибарын СПИД проблемаларына йүнәлтеү өсөн эшләнә.
       - ВИЧ-инфекцияһы менән зарарланған кешеләр менән тәүге осрашыуығыҙҙы хәтерлә йһегеҙме?
       - Тәүге ярты йыл бик ауыр булды, һәр командировканан тиерлек мин көслө депрес сияға бирелеп ҡайта инем, сөнки ,башҡала р кеүек үк,мин дә бындай ауырыуҙарҙы тормош ситендә торған кешеләр итеп ҡабул итә инем. Ә ин де был мәсьәлә менән төптәнерәк шөғөллән ә башлағас,уларға ҡарата үҙемдең мөнәсәбәтемде үҙгә рттем. Мин ауырыуы етди стадияға етеп, ҡ күҙҙәре уҡырайа барған бер йәш кеше менән аралашыуымды яҡшы хәтерләйем. Ул былай тип аптыратты: "Ҡара әле, минең ишетеүем яҡшы ға үҙгәрҙе, мин бер ҡасан да былай ишет мәй торған инем бит!" Улар тормоштоң һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәргә күнеккән.
       - Ләкин барыһы ла һеҙҙең шикелле уйл амай бит...
       - Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең йәмғиәттә бындай инфекциялы кешеләр, ысынлап та, ҡыйырһытыла, балаларға ла шундай уҡ мөнәсәбәт. Ә бит СПИД менән зараланыуы ауыр. Уның өс юлы бар: енси юл менән, наркотик ҡабул итеүселәр энә аша зарарлана һәм инфекциялы ҡатын - ҡыҙҙар вирустарын үҙҙәренең балаларына "тапшыра". Уларҙың 70 проценты сәләмәт бала табыуға һәләтле. Вирусты эләктереү ауыр икәнлеген иҫбат итер өсөн мин ВИЧ-инфекциялы кеше менән бер стаканд ан эсеп күрһәттем.
       - Холоҡ төҙәтеү колонияларында әлегә тиклем ВИЧ-инфекциялы хөкөм ителгәндәр айырым отрядтарҙа йәшәй ине.
       - Миңә холоҡ төҙәтеү колонияларында бер нисә тапҡыр булырға тура килде. Әйтк әндәй, унда бындай ауырыуҙарға ҡараш күпкә яҡшыраҡ, минуларҙың айырым йәшәүҙәренә ҡырҡа ҡаршымын.
       - Ә ниндәй ысулдарҙы СПИД-ты профи лактикалауҙа иң һөҙөмтәле тип иҫәпләйһег еҙ?
       - Бөтә ысулдар ҙа яҡшы. миҫал өсөн, "СПИД -стоп" девизы аҫтында үткәрелгән эстрада йондоҙҙары концертарын ғына алайыҡ. Һөҙөмтәлелек нимәлә? Беренсенән, бында с араларға бик күп халыҡ йыйыла, был иғтиб арҙы дөрөҫйүнәлештә генә файҙалана белергә кәрәк. Мәҫәлән, әкиәт персонаждары кәрәкле мәғл үмәттеаныҡ ҡына еткерә белә. Матбуғат баҫмаларының роле ҙур, әммә бында журналистың ғәҙел һәм обьектив булыуы талап ителә. телевидение аша миңә төпкөлдә йәшәүсе ун алты йәшлек ҡыҙ тураһында сюжет ҡарарға тура килде.
       Сенсация артынан ҡыуып, репортер бөтә илгә ошо ВИЧ-инфекциялы ҡыҙҙың, йәнәһе лә, 500 ирҙе зарарлауы тураһында бәйән итте. Бының булыуы мөмкин түгел, сөнки енси юл менән зарарл аныу өсөн шул уҡ кеше менән бер-ике тапҡыр түгел, ә күберәк енси мөнәсәбәткә инергә талап ителә. Ә бит ҡыҙға ни бары 16 ғына йәш! Бәләкәй генә ҡалахалҡы был ҡыҙҙы үҙҙәре хөкөм итергә әҙер ине, беҙҙең телевидение төркөмө барып, ҡыҙҙы икенсеҡалаға эшкә урынлаштырып ҡайтты.
       - Наркотиктар һәм СПИД - бер сылбырҙ ың ҡулсалары. Башҡортостанда икенсе йыл үҙ иркеменән мәктәп уҡыусылары һәм студенттары наркотиктарға тест үтә ала. Республиканы ң наркоманияғаҡаршы көрәш өлкәһендә эләүсе күп кенә белгестәре хатта бын мотлаҡ рәүештә үткә реү яҡлы. Наркотиктар йоғонтоһона бирелеүҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау яҡшы һөҙөм тәләр бирәтип иҫәпләй улар. Ләкин бындай алымдың кеше хоҡуғын боҙа тип иҫәпләүселәр ҙә юҡ түгел. Был турала һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
       - Кеше хоҡуғы тураһында ҡайһы саҡ оноторға ла кәрәктер. Бының ни өсөн кәрәклеген аңлатыпкитәм. Әгәр ҙә мин зарарлы ауырыу вирусы н, үҙемдә белмәй, таратып йөрөйөм икән, миңә ни өсөнярҙам итеп ебәрмәҫкә һуң? ауырығанымды мин ҡайҙан белергә тейеш? Кеше хоҡуғын уйлап , мин үҙемдең иң яҡын кешеләремә хәүеф тыуҙыра м түгелме? Европа илдәрендә йәш кешеләр яр ты йылға бер ВИЧ-инфекцияһына ҡан бирә һәм был сара улар өсөн ғәҙәти хәл, теш таҙартҡан кеүек процедура. Беҙ ҙә иһә икенсе менталитет, шуға аңлатыу эштәре дәүләт кимәлендә алып барылырға тейеш.
       - Һәм иң һуңғы һорау. СПИД-тан һауығып буламы?
       - ВИЧ рәсми рәүештә үлемесле ауырыуҙ ар иҫәбенән сығарылып, ауыр инфекциялы ауыр ыуҙаррәтенә индерелде. әммә тулыһынса һ ауығыу осраҡтары әлегә билдәле түгел. АРВ-терапия, әлбиттә, вирустың таралыуын бер ни тиклем сикләп тора, ләкин сәләмтәләндереү программаһын туҡтатыу менән ауырыу көсәйә башлай.
       Был ауырыуға ҡаршы дарыу эҙләү дауам итә. Һәм уны табыуы ҡыйын, сөнки вирус көн һа йын тиерлек үҙгәрә бара. Африка вирусы америкалынан айырыла, уларҙыҡы беҙҙең вирусҡа оҡшамаған. Рәсәйҙә бер төрөл вирус менән зарарланып, Штаттарҙа бөтөнләй икенсе төрлөһөн эләкт ерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта препараттарҙы даими ҡабул иткән кешеләр тулы тормош менән һә м оҙаҡ йәшәй. Бер генә кәмһеҙселек - улар ныҡ ябыға, сөнки терапия эҙемтәләре бөйөрҙәрҙә, башҡа органдарға сағыла. Бындай кешеләр мәжбүри сәләмәт тормош алып бара: тәмәке тартмайҙар, эсмәйҙәр, физкультура менән әүҙем шөғөлл әнәләр. Был диагноз менән йәшәргә өйрәтеү өсөн беҙ үҙебеҙҙең яҡтан СПИД менән ауырыған психологтар менән әңгәмәләр ойошторабыҙ. Бындай осрашыуҙарҙың нисек үтеүен һөйләп бөтөр өрлөк түгел!
       Фото www.old.echo.msk.ru сайтынан алынды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал