6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ҡораллы Көстәр

Әрмеләргә китә егеттәр...
01.12.09


       Республика йыйылма пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырыусыларҙы оҙатҡан саҡта, хәтергә тап ошо йыр юлдары килә. Хәрби оркестр, өр-яңы һалдат формаһы кейгән йәш егеттәр, тулҡынланған ата-әсәләр, хистәр һәм кисерештәр... Һәр кемдең кәйефе төрлөсә бында: хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егеттәр бер аҙ маһайыбыраҡ "йә, хеҙмәт ит, егет, унда һине ватанды яраты рға өйрәтерҙәр" тиеберәк ҡараһа, ҡусты тейеш кешеләрҙең бәғзеһекөнләшеп, бәғзеһе йәлләп ҡараған төҫлө. Ғөмүмән, тәьҫораттар етерлек.
       Йыйылма пункттан бөтә ноябрь тиерлек республиканан хеҙмәткә саҡырыусылар илебеҙҙең төрлө төбәктәренә оҙатыла килде. Илебеҙҙең ни тиклем ҙур һәм уны яҡлау бурысы ни тиклем яуаплы икәнлеген тап ошонда аңлайһың, шикелле. 27 ноябрҙә хәрби эшелон беҙҙең 554 егетебеҙҙе Уссурийск ҡалаһына алып китте, унда уларҙы Алыҫ Көнсығыш хәрби округының төрлө частарына ебәрәсәктәр. Уларҙы оҙатыр алдынан, традиция буйынса, тантанлы митинг булып уҙҙы. Волга -Урал буйы хәрби округы ғәсҡәрҙәре командующийының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, полковник Сергей Полетучий беҙҙең яҡташтар хеҙмәт итәсәк шарттар, полигон һәм казармала р менән яҡшы таныш булыуын әйтеп үтте. "Командирҙар яңы һалдаттарҙы ҡаршы алырға әҙер, - тине ул. - Һалдат әсәләре комитеты ла һәйбәт эшләй, мин республика егеттәренең илебеҙҙең алыҫ сигендә хеҙмәт итеүҙәре менән ғорурланасаҡтар ына иманым камил."
       Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Риф Ҡоҙашев хеҙмәткә саҡырылыусылар менән сикһеҙ ғорурланыуын әйтеп үтте. Башҡортостан хәрбиҙәре һәр ваҡыт юғары баһаға лайыҡ бит.
       Хәрби хеҙмәтен башлаусы Дмитрий Космачев үҙенең сығышында егеттәрҙе тәүге мәл түҙемле булырға, тыуған йорт менән бәйлә неште өҙмәҫкә саҡырҙы.
       "БАШвестЪ" гәзитенә Әлшәй районынан хеҙмәткә саҡырылыусы Жанат Аккушеков менән әңгәмәләшергә форсат тейҙе:
       - Армияға үҙеңдең теләгең буйынса барһыңмы әллә
       мәжбүриме?
       - Әллә ни теләк булманы, әммә хеҙмәттән тайпылырға ла иҫ әп тотманым. Ватанға шулай кәрәк булғас, нимә эшләйһең, бараһың инде.
       - Мәктәпте тамамлағас, повестка килдеме әллә берәй ҡайҙа уҡып йөрөй инеңме?
       Мин төҙөүсемен, шуға ла был һөнәрем хәрби хеҙмәттә кәрә к булыр, тип уйлайым.
       - Ә армияла хеҙмәт итеү һинең өсөн нәмә бирер?
       - Беренсенән, коллективта йәшәй белеү ысын ирҙәр характе рын тәрбиәләр, тип уйлайым. Икенсенән, армиянан һуң эшкә урынлаш ыуҙа еңелерәк булыр.
       - Жанат, һине оҙатҡан ҡыҙың бармы?
       - Эйе, минең Вика исемле һөйгәнем бар, минән һиңә сәләм , Вика!
       Һөйгән ҡыҙы тураһында мин осраҡлы һораманым.
       Сөнки БР-ҙың хәрби комиссары Тимофей Азаров армияға ҡыҙҙары оҙатып та көтмәү арҡаһында егеттәрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары булыуы тураһында әйтеп үтте. Ун һигеҙ - егерме йәшлектәр айырыуса тәьҫиргә бирелеүсән һәм тап улар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышыраҡ. Хәрби комисса р әйтеүенсә, һәләк булыу сәбәптәре - үҙ-үҙенә ҡул һалыу һәм бәхетһеҙлек осраҡтары. Шуның өсөн "һөйгән ҡыҙҙар көтмәне" тип ҡайғырыу бөтөнләй дөрөҫ түгел, хеҙмәт срогын тултырып ҡайтҡас, һеҙҙе мең тапҡыр яҡшыраҡ ҡыҙҙар ҡаршы аласаҡ, тине ул.
       Илдең Ҡораллы Көстәр сафын Башҡортостандан план буйынса 11000 егет тулыландырырға тейеш. 4700 кеше - ҡоро ер ғәскәрҙ әренә, 1100 - Хәрби-Һауа көстәренә, 200-гә яҡын кеше - Хәрби -диңгеҙ флотына, 300 -ҙән ашыу - Һауа-десант ғәскәрҙәренә, 1800 - Эске ғәскәр ҙәргә ебәрелде.
       Хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәрҙең яраҡлылыҡ күрһәткесе - тө п күрһәткес булып тора. Республиканың бөтә муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында хәрби хеҙмәткә саҡырыу ко миссиялары эшләне. Уларҙың ултырыштарына 31 меңдән ашыу йәш кеше саҡырылды. 440 ир саҡырыу ҡағыҙҙарын инҡар итеп, был ултырыштарға килмәне. Әлеге ваҡытта 30 меңдән ашыу кеше тикшерелде. Уларҙың 78 проценты хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип танылды. Һандар теле менән әйткәндә, был 23 мең кеше. 160 ке ше, һаулығы насар булыу сәбәпле, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булып сы ҡты, 4700 кеше сикләнгән яраҡлы, 1900-гә яҡын кеше ваҡытлыса яра ҡһыҙ тип танылды.
       Наркотик матдәләр ҡулланыусы 20 кеше, туберкулез менән ауырыусы - 9, ВИЧ инфекцияһын эләктереүсе ике кеше асыҡланды
       Көн һайын йыйылма пунктына республика райондары һәм ҡалаларынан 100 - 700-гә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыл ар килә. Шул уҡ тиклем кеше көн һайын хәрби хеҙмәт урынына оҙа тыла, беҙҙең төбәктән 5500 һалдат хәрби бурысын үтәй башланы ла инде.
       Олег Яровиков фотоһы.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал