6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Экспертиза

Ҡорал буйынса туғанлыҡ
30.11.09


       1812 йылдың 12 июнендә Франция ғәсҡәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай. Беренсе Ватан һуғышында рустарҙан тыш, украиндар, белорустар, татарҙар, ҡалмыҡтар һәм башҡорттар ҡатнаша. Ул саҡта үҙ ватандарын дошмандан һаҡларға барлыҡ халыҡтар күтәрелә. Был йәһәттән башҡорттар иҫкәрмәбулып ҡалмай, бөтә Европаны үтеп, улар Парижға тиклем барып етә һәм Елисей яландарында үҙҙәре нең аттарын көтә, ҡурай һәм ҡубыҙ моңдарын яңғырата. 1812 йылда башҡорт полктарының дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғышыуы тураһында тарих биттәре онотмай.
       Башҡортостан тарихының хәрби аспекттары тураһында һөйләшеү "түңәрәк өҫтәлдең" темаһы булды ла инде. "Башҡортостан территорияһында йыйылған хәрби ғәсҡәрҙәрҙең 1812 һәм 1941-45 йылдарҙағы Ватан һуғыштарында ҡатнашыуы" тип исемләнгән әңгәмә республика ғалимдарын һәм "Родина" журналы мөхәрририәте вәкилдәрен бергә йыйҙы.
       Был ике һуғышты Ватан һуғыштары тип иҫәпләйбеҙ, сөнки беҙҙең яҡтан уларҙың икәүһе лә ғәҙел, ҡан ҡойғосло, азатлыҡ килтереүсе. Илебеҙ халыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн дә, был еңеүҙәрҙе яулау өсөн һалған тырышлыҡты тулыһынса баһалау әле булһа мөмкин түгелдер ул.
       Заман уҡыу әсбаптарында Бөйөк Ватан һуғышы барышы тураһында бирелгән мәғлүмәт ошо һөйләшеүгә сәбәпсе булып торҙо ла инде. Башҡорт белемде үҫтереү институты профессоры Михаил Бикмеев фекеренсә, Бөйөк Ватан һуғышының байтаҡ аспекттары уҡыу әсбаптарында бөтөнләй яҡтыртылмаған. Мәҫәлән, Мәскәү, Сталинград һәм Курск ҡалалары эргәһендәге яуҙар ғына һуғыштың һынылыш ваҡыты тиеп бирелгән. Ә совет халҡының психологик хәле, патриотик күтәрелеше хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. 1942 йылға беҙҙең илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәте германдарға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән булыуын оноторға ярамай. Шартлатыл ған һәр бер танкка беҙҙекеләр өр-яңынан дүртәүҙе төҙөп яуап би рә. Күрәһең, СССР-ҙың социалистик иҡтисадтың ҡеүәте тураһында иҫләүҙе кемгәлер кәрәкле түгелдер. Һуғыш башланғандан алып һалдат һәм офицерҙарҙың аң кимәле бөтөнләй үҙгәрә. Бынан тыш, совет дәүләте идеологияһының роле тураһында ла оноторға ярамай.
       Шулай булыға ҡарамаҫтан Бөйөк Ватан һуғышының байтаҡ мәсьәләләре китаптарҙа сағылдырылмаған. Башҡа һыйырлыҡ түгел - ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, 1812 йылғы Ватан һуғышының тарихы мәктәп дәреслектәрендә яҡшыраҡ бирелгән. Дәреслектәр йөкмәткеһен ошолай килеш ҡалдырған осраҡта, ҡан ҡойғос һуғыш ваҡиғаларын яңынан ҡарап, Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәси спекуляция өсөн ҡулланыуға юл ҡуйыласаҡ.
       "Родина" журналының генераль директоры Виталий Зубкевич әйтеүенсә, академик баҫма булараҡ, мәктәп дәреслектәре һуғыш тарихын боҙоп үҙгәртергә тырышыу осраҡтарын да, Ватан тарихын байытыусы факттарҙы ла тиҙгенә иҫәпкә ала алмай. Ә бына "Родина" биттәрендә был үҙгәрештәр, аныҡлауҙар тураһынд а һөйләшеү алып барып була. Виталий Зубкевич, тарихты фальсификациялауға ҡаршы көрәш буйынса президент советы ағзаһы булараҡ,тарих биттәрен дискредитациялау осраҡтарына ойошма етди иғтибар бирә,тип ышандырҙы.
       Башҡортостандың ғалим- тарихсылары беҙҙең төбәктең аҙ билдәлебулған хәрби дан факттарына иғтибар бирҙе. Генераль штабтың академияһынан тыш, һуғыш йылдарында Өфөлә Хәрби-сәйәси академия ла була. Генераль штаб академияһы өс сығарылыш тыңлаусыларын әҙерләй, операцияларҙы әҙерләү буйынса ла төп хеҙмәттәр тап ошо уҡыу йортонда донья күрә. Өфө, Стәрле тамаҡ, Дәүләкән ҡалаларында хәрби училищелар була. Республиканың иҡтисади ҡаҙаныштарын да кәметеп булмай: көнбайыштан беҙгә 170-тән ашыу, шул иҫәптән стратегик йүнәлештәге, предприятие күсерелеп китерелә.
       - Предприятиеларҙы ашығыс рәүештә мәжбүри күсереү хеҙм әт батырлығынан тыш, сәнәғәтте стратегик районлаштырыуҙа илебеҙ етәкселегенең хатаһы ла булып тора, - тине Башҡорт дәүләт университеты профессоры Роза Буканова.
       Башҡортостандың ауыл хужалығында етештерелгән бөтә продукция тиерлек фронҡа оҙатыла, шул уҡ ваҡытта урындағы крәҫтиәндәр аслыҡтан интегә.Архивтарҙа һаҡланған хаттар буйы нса, крәҫтиәндәрҙең ас йәшәүе һәр саҡ патриотик кәйефкә бәйле булмауы ла күренә - йыш ҡына колхоз рәйестәре үҙ кеҫәләре тураһында хәстәрләү эҙемтәһе лә ул. Ғалимдар шулай уҡ масшта блы һуғыш ваҡиғалары артында ябай хеҙмәт кешеһенең, ябай һалдат тың көндәлек батырлыҡтары онотолмаһын ине, тигән теләк белдерҙе.
       Әңгәмә һуңынан йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар материалдар туплап, Ватандың хәрби данын пропагандалап, тарихи ваҡиғаларҙы популярләштереп кенә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була, тигән фекергә килде. Яҙыусы Лев Аннинский теге йәки был ваҡиғаларҙы тикшереп кенә ултырмай, архив материалдары менән әүҙемерәк эшләргә, тарихи мәғлүмәттәрҙе тулыландырырға саҡырҙы. Тап ошо осраҡта ғына ике Ватан һуғыштары еңеүҙәре хаҡына илебеҙ халыҡтарының ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт байыраҡ буласаҡ.

Рәмил Рәхмәтов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал