6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Күп балалы әсәләр тормош мәғәнәһен тапҡан
26.11.09


       Рәсәйҙә 1998 йылда башланған традиция буйынса, ә тап ошо йылда илебеҙ президенты ошо турала ҡарарға ҡул ҡуя, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә барлыҡ әсәләр ҡотлауҙар ҡабул итә. Был көн календарҙа Әсәләр көнө итеп билдәләнгән.
       Ә бына беҙҙең республикала, һәм бының менән һис тә бәхәсләшеп булмай, Әсәләр байрамы ай һайын тиерлек үткәрелә. Ләкин был тантаналы көн биш һәм унан да күберәк бала тапҡан әсәләр өсөн генә. Бына бөгөн дә 60 бәхетле әсә республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды.
       Республика башлығы Советтар Союзы тарҡалғандан һуң бөтөнләй онотолған әсәләрҙе тәбрикләү традицияһын Башҡортостан беренсе булып тергеҙеүен әйтеп үтте. 1998 йылдан башлап 4600-ҙән ашыу күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды.
       Әйткәндәй, тик Башҡортостанда ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә “Газель” автомобилдәре бүләк итәләр. Бөгөн бындай ғаиләләрҙең барыһы ла тиерлек транспорт менән тәьмин ителгән һәм шуға ла республика етәкселеге туғыҙ балалы ғаиләләргә лә микроавтобус асҡыстарын тапшырырға ҡарар итте. Сираттағы 16 автомобиль бөгөн үҙ хужаларына тапшырыласаҡ. Хәйер, республикала ғаиләне, әсәлекте һәм бала саҡты яҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, федераль бюджет средстволары иҫәбенә күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республикала Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ҡаралмаған льготалар һәм пособиелар бирелә. Социаль инфраструктура төҙөлөшө тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бындай маҡсатлы саралар комплексын бойомға ашырыуҙың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне - төбәктә тыуым кимәле артты һәм республика демографик көрсөктөн сыға башланы.
       Ҡатын-ҡыҙҙар бәхетенең сере, күп балалы әсәләр фекеренсә, балаларҙа, сөнки әсә булыу үҙе оло бәхет.
       - Һәр бер йортта балалар көлөүе, тауышы булырға тейеш, -
       тип иҫәпләй Нуриман районынан килгән уҡытыусы Инна Агеева. - Һәм беҙҙән "тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?" тип һоралар, быға яуап әҙер - әлбиттә, балаларҙа.
       Инна Агеева үҙе дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.
        - Һәм мин бик бәхетле әсә, сөнки улар мине түҙемһеҙлек менән көтөп торалар. Ирем дә бәхетле, сөнки ҡайһы ир үҙенең дүрт улы менән маҡтана ала?
       Церемония аҙағында бәхетле әсәләр Президент менән фото ға төштө. Фотографтарҙан берәй кадрҙы күрһәтеүен һорап, республ ика башлығы былай тине:
       - Бала тапҡан һайын йәшәрәһегеҙ, шикелле.
       Һәм шаярта-шаярта өҫтәп ҡуйҙы:
       - Ҡайтҡас, ирҙәрегеҙҙе лә ҡотлағыҙ - уларҙың да ҡыҫылышы барҙыр бит.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал