6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Милли кейем һәр саҡ модала
25.11.09


       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә - күҙҙең яуын алырлыҡ кейемдәрҙә сибәр йәш ҡыҙҙар, ә сәхнә артында - ошо кейем коллекцияларын уйлап сығарған йәш авторҙар. Ике яҡ та был минуттарҙа тәрән тулҡынланыу кисерә, сөнки күптәр был сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡҡан. Әлбиттә, бындай яуаплы саҡта уларҙың эргәләрендә яҡындары һәм туғандары, ҡыйыу дизайнер идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе уҡытыусылары бар.
       Быйыл көҙ Өфөнөң Киров районы хакимиәте ижади йәштәр тәҡдиме буйынса "Милли кейем быуаттар аралығында" конкурсын иғлан итте. Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында үткәрелгән был конкурс, әлбиттә, йәш быуынға арналған ине. Уның төп бурыстары булып оҫта һәм йәш модельерҙарҙың милли кейем традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү, милли кейем ижад итеү өлкәһендә һәләтле оҫталарҙы, яңы коллективтарҙы һәм авторҙар үҙәктәрен асыҡлау һәм яҡлау тора.
       Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелде: "Этнографик кейем", "Сәхнә костюмы","Заманса костюм", "Милли кейемдәге ҡурсаҡ", "Эскиздар конкурсы" һәм "Дефиле".
       Ошо йүнәлештәр буйынса иң яҡшылар исеменә Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йәш модельер-конструкторҙары ярышты.
       Ниһайәт, "Милли кейем быуаттар аралығында»  Беренсе асыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде һәм уларҙың исемдәре гала-концертта аталды.
       Конкурс Гран-прийын Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжының “Батшабикә” коллекцияһы һәм уның авторы Дина Закрина яуланы. Конкурстың дүрт номинацияһында Айһылыу Шәрипова менән Юлия Петренко һәм уларҙың"Ҡарға туйы» коллекцияһы («Дефиле» номинацияһында 1-се урын), Хәҙисә Арғынбаева («Этнографик кейем» номинацияһында 1-се урын), Людмила Мрясова («Милли кейемдәге ҡурсаҡ» номинацияһында 1-се урын) һәм Светлана Горбунова («Эскиздар конкурсы» номинацияһында 1-се урын) еңеүселәр булды.
       Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы дебют менән Өфөнөң  Киров районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡотланы:
       - Йәш модельерҙарҙың конкурсҡа сығарған бөтә проекттары а иғтибарға лайыҡ. Модельерҙарҙың ижади ярышы тиҙҙән ҡалабыҙ өсөн традиционға әйләнәсәк һәм йыл һайын төрлө төбәктәрҙән күберәк ҡатнашыусылар йәлеп ителәсәк, тип ышанам. Милли кейемдәр аша беҙ республикабыҙ территорияһында йәшәүсе төрлө халыҡтар менән яҡынданыраҡ танышабыҙ һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында күберәк беләбеҙ.
       - Бынан тыш, хәҙерге кейемдЩ милли костюм элементтары булһа, бик матур бит.
       Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге начальнигы Зөлфиә Ханнанова үҙенең сығышында былай тине:
       - "Милли кейем быуаттар аралығында» Беренсе конкурсында ҡатнашыуға Өфөнән һәм Саранскиҙан 34 йәш модельерҙан заявка килде. Проектта шулай уҡ Өфө ательелары, Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан производство комбинаты, "Ағиҙел" Башҡортостан художество промыслаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, "Иман" мосолман кейемдәре тегеү ательеһы, "Салауат","Сәләм" ательелары, "Алина Ҡаҙаҡбаева" салон-ательеһы, "Ете ҡыҙ" магазин-ательеһы һәм Саҡмағош районынан Балалар ижады үҙәге ҡатнашты.
       "Милли кейем быуаттар аралығында" конкурсының гала-концертына Саҡмағош районының балалар ижады үҙәге ике коллекция әҙерләгән ине.
       - Миңә йәш модельерҙар уйлап сығарған кейемдәрҙең барыһы ла оҡшаны,- тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша залда ултырыусы тамашасы. - Коллекцияла зауыҡ менән тегелгән заман кейемдәре лә, милли биҙәк һәм атрибутика ҡулланып әҙерләнгән киске күлдәктәр бар. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн кейемдәрҙең төрлө варианттары бар. Ә бына ирҙәр өсөн кейем, минең ҡараш ҡа,әҙерәк кеүек күренде. Киләһе йыл ирҙәр кейеме коллекцияһы киңерәк күрһәтелһен ине.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал