6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Боҙ һәм ут
23.11.09


       Быйылғы ҡыштың нисек килере, һауа торошоноң нисек булыуы тураһында әлегә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, ләкин республика ҡотҡарыусылары ваҡиғалар боролошоноң төрлө варианттарына әҙер. Янғын хәүефһеҙлеге торошо һәм һыу ятҡылыҡтарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Төп идаралығы начальнигы урынбаҫар ҙары: дәүләт янғын күҙәтеүе идаралығы начальнигы Марат Латипов һәм бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Сергей Карась таныштырҙы.
       Ғәмәлдә декабрь - ғинуар айҙары айырыуса янғын ҡурҡынысы янаған айҙар булып иҫәпләнеүҙән туҡтамай. Быйыл республикала янғын осраҡтары былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда кәмерәк. Мәҫәлән, йыл башынан республика территорияһында 4061 янғын сыҡҡан, унда 268 кеше һәләк булған. Сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейескә яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Ошо сәбәптәр арҡаһында беренсе сиратта торлаҡ йорттарға ҡыҙыл әтәс ҡуна, ҡуралар яна.
       Марат Латипов һүҙҙәре буйынса, янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡурҡыныс янаған осор - барыбыҙҙың да яратҡан Яңы йыл байрамы. Әммә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағанда ғына ул күңел ле иҫтәлектәр ҡалдырасаҡ. Тәжрибә буйынса, ғинуар байрамдарында янғындарҙың һаны ҡырҡа күбәйә һәм иң ҡыҙғаныслыһы - кешеләр һәләк була. Башҡортостанда быйылғы йылдың тәүге ун көнөндә генә 1 52 янғын сыға. Утта 21 кеше һәләк була, һигеҙе төрлө тән йәрәхә ттәре ала.1 ғинуар көнө янғындарҙың рекордлы һаны теркәлә - 33, был фажиғәләрҙә биш кеше үлә. Байрам көндәрендә сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәбе - эскән килеш ут менән һаҡһыҙ тотоноу. Янғын күҙәтеүе башлығы урындағы хакимиәттәр башлыҡтарын, айырыуса ауылдарҙа, янғын сыҡҡан урындарға махсус техниканың ҡыйынлыҡтарһыҙ үтә алыуы өсөн юлдарҙы контролдә тоторға саҡырҙы.
       - Янғын һүндереүселәрҙең ҡарға батҡан машиналарын ташлап, янғын урынына йәйәүләп сыҡҡан осраҡтары ла булғыланы,- тине Марат Латипов. - Беҙ сигнал килгән урынға, бер нәмәгә ҡарамай, барып етәсәкбеҙ - бында шик булырға тейеш түгел, әммә янғын ваҡыты ндаһәр секунды, минуты ҡәҙерле, ваҡыт ныҡ әрәм була.
       Бенгал уттары һәм башҡа төрлө шартлатҡыстар Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнде. Яңы йыл алдынан магазин кәштәләре "утлы "уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә "бомбаның" да ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай!
       Ошо араларҙа ҡотҡарыусылар милиционерҙар менән берлектә түбән сифатлы пиротехника һатылған урындарҙы асыҡлау өсөн рейдтарға сығасаҡ. Хәтерегҙгә төшөрәбеҙ, быйыл байрам көндәрендә тү бән сифатлы пиротехника ун өс йәшлек үҫмерҙең ҡулында шартлай һәм уның ике бармағы һына. Пиротехник тауарҙарҙы стационар сауҙа селтәренең уларҙы һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарынан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларында беҙ күргән шартлатҡыстар һатыуға ғәҙәттә контрабанда юлы менән килеп эләгә. Был түбән сифатлы, шуға күрә хәүефле тауар: продукция көтмәгәндә янып китергә йәки шартларға мөмкин. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы һатып алыу яҡшыраҡ. Һәм хәтерегеҙҙә тот оғоҙ, ышаныслы магазиндарҙа 16 йәше тулмаған балаларға пиротехник тауарҙар һатмаясаҡтар - был закон тарафынан тыйыла.
       Ноябрь-декабрь айҙары халыҡ өсөн иң хәүефле осор булып тора, сөнки кешеләрҙең нығынып бөтмәгән боҙға сығыуы менән бәйле. Йылға -күлдәрҙә бәхетһеҙлек осраҡтары йышая. Быйыл боҙҙоң нығыныуы 25 декабргә тиклем көтөлә. Кеше боҙ буйлап тыныс үтһен өсөн - 5 сантиметр, техника хәүефһеҙ үтһен өсөн - 25-30 сантиметр ҡалынлығында туңыуы мотлаҡ.
       Боҙға баҫыр алдынан уның ныҡ туңыуын асыҡлар кәрәк. Быны ң өсөн боҙ өҫтөндә һикерергә ярамай, ә таяҡ менән һуғып ҡарарға кә рәк. Әинде хәрәкәт ваҡытында боҙҙоң ныҡ булмауын тойһағыҙ, үҙегең эҙҙәрегеҙ буйынса ғына кире яҡҡа юлланыр кәрәк.
       Саңғыла шыуған саҡта, бер-берегеҙән 5-6 метр алыҫлыҡта б улыу дөрөҫ булыр. Бынан тыш, боҙ өҫтөндә саңғыларҙы нығытҡыстарын ан бушатығыҙ, ҡулығыҙҙы саңғы таяғының элмәгенән бушатыу ҙа хәйерлерәк булыр. Шулай итеп, боҙ ярылып киткән осраҡта, һеҙартыҡ йөктән еңел арына алаһығыҙ.
       Боҙ аҫтынан балыҡ тотоусыларға бер үҙҙәренә генә боҙ өҫт өнә сығырға ярамай, үҙегеҙ менән бау йөрөтөргә тырышығыҙ - бәхет һеҙлеккәдусар булған саҡта иптәшегеҙҙе уның менән ҡотҡарып буласағын онотмағыҙ.
       Боҙ аҫтына төшөп китһәгеҙ, сәбәләнмәгеҙ һәм мәке ситенә йәбешергә тырышмағыҙ. Киреһенсә, арҡағыҙ йәки эсегеҙгә ятып, ҡулдарығыҙҙы ике яҡҡа һуҙып, аяҡтарығыҙ менән мәке ситенә терәлеп, яйлап ҡына боҙ өҫтөнә сығырға тырышырға кәрәк. Һуңынан хәүеф ле урындан ситкәрәк китергә тырышығыҙ, килгән яҡҡа йүнәлеү дөрөҫөрәк булыр.
       Бәләгә тарыған кешене ҡотҡарғанда, уға табан шыуышып ҡын а, ҡул-аяҡтарығыҙҙы киң йәйеп, яҡынлашырға кәрәк. Мәкенең сите нә үкбарып етмәгеҙ - батҡан кешегә таҡта, баҫҡыс, бәйләнгән шарфт ар, ҡайыш, ғөмүмән, тотоноп сығырлыҡ әйбер табырға кәрәк. Сергей Карась билдәләүенсә, һыуға батып үлеүеләрҙең һаны 1986 йылда, "ҡоро закон" заманында, ныҡ кәмегән. Эскелек - бәхетһ еҙлек осраҡтарының төп сәбәбе булып тора.
       Быйыл үлем менән тамаланған бәхетһеҙлек осрағы булды ла инде -республиканың Тәтешле районында ике йәшлек ҡыҙсыҡ ҡойола б атып үлде. Һәм был осраҡ һуңғыһы түгел, Ҡараиҙел районында туңып бөтмәгән боҙ буйлап икенсе ярға сығырға теләгән ир батып үлә. Дүртөйлө районында ике балыҡсы ла бәләгә тарый. Бәхеткә ҡаршы, уларҙың икәүһен дә ҡотҡаралар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал