6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Еңел сәнәғәттең ауыр хәле
23.11.09


       Беҙҙең илебеҙҙә баҙар мөнәсәбәттәре урынлаштыр ыу еңел бирелмәне, әллә ҡайҙан тәү сиратта хәл итеүҙ е талап иткән теге йәки был мөһимерәк мәсьәләләр килеп сыға торҙо. Еңел сәнәғәт өлкәһе, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, беренсе сираттағылар рәтенән мәхрүм ҡалды һәм бөгөн килеп, финанс көрсөгө заманында, бының кире эҙемтәләре үҙен һиҙҙ ерә башланы. Төрлө уңышһыҙлыҡтарға осраған ваҡытта, ик е юл буйынса китергә була - беренсеһе, ҡыйынлыҡтарға бирешеп, тормош ағымы менән барыу, икенсеһе - һалҡын аҡыл м енән бөгөнгө хәлде анализлап, әүҙем сығыу юлын эҙләү. Башҡортостан властары, уның ауыр булыуына ҡарамаҫ тан, бына ошо икенсе юлды һайланы ла инде. БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы кәңәшмәһендә предприятие етәкселәре һәм төбәк хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында тап ошо мәсьәләләр ҡаралды. БР Сәнә ғәт һәмтышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары Евгений Сафонов әйтеүенсә, көрсөктөң иң көсөргәнешле осоро башланыуына бер йыл ваҡыт үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көтөлгәндән дәауырыраҡ булды. Әлбиттә, бөтә иҡтисад структураһында күҙәтелгән ауыр хәл еңел сәнәғәтте лә урап үтмәне.
       Һөҙөмтәлә, 2009 йылдың ун айында туҡыма һәм тегеү производствоһындабылтырғы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,1 миллиард һумға кәмерәк тауар оҙатылған (был уҙған йыл кимәленә ҡарата 16 процент тәшкил итә). Туҡымалар, күн,трикотаж һәм ойоҡ - ойоҡбаш изделиеларын етештереү кәмене. "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте,"Ишембай ойоҡ фабрикаһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте,"Өфө киз е-мамыҡ комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Бөрө тегеү фабрикаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм башҡа предприятиелар сәнәғәт производствоһы индексын кәм етеүгәюл ҡуйҙы.
       Производство төшөүе, продукцияға заказдарҙың кәмеүе, түбән эш хаҡы... Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек, әйләнеш средстволары етешмәү һәм кредитлау булмау арҡаһында хәл ҡатмарлаша төшә. Беренсенән, тәбиғи монополиял арҙың үҫеше һәм сеймалға юғары хаҡтар, икенсенән, әҙер продукцияға түбән хаҡтар тураһында һөйләп тораһы ла юҡ!
       Был осраҡта һөҙөмтәнең ниндәй булыры көн кеүек асыҡ. Евгений Сафонов билдәләүенсә, 2009 йылдың 1 октябренә туҡыма һәм тегеү производствоһы предприятиеларының 20 проценты килемһеҙ эшләй. Улар араһында беренсе тапҡыр - "Өфө трикотаж фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
       Был эре һәм ваҡ предприятиелар өсөн нәмә төп проблема булып тора һуң?
       "Эш кейеме комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәт еетәксеһе Михаил Цукерман фекеренсә, предприятиелар ҙыңтөп мәсьәләһе - әҙер продукцияны һатыу, Рәсәйҙең б өтә тегеү предприятиелары ла эш кейемен етештереүҙә махсуслашыуын иҫәптә тотҡанда конкурентлыҡ һәләтле ген һаҡлау ҡатмарлы.
       - Туған Башҡортостанда беҙҙең продукция һорау
       менән ҡулланмай (500 миллион һатыуҙың бер-ике миллионы ғына беҙҙең республикаға тура килә), - тине Михаил Абра мович. -Ни өсөн? Башҡортостан предприятиелары иғлан иткән тендер һатыуҙарында беҙ һәр ваҡыт еңеләбеҙ. Был продукци яның насар сифатлы булыуына бәйле түгел - беҙ Рәсәй Фед ерацияһының иң яҡшы егерме предприятиеһы иҫәбенә керәбеҙ һәм бөтә ГОСТарҙы үтәп, илебеҙҙең иң эре предприятиеларына форма тегәбеҙ. Ни өсөндөр ойоштороусылар һуңғы мәлдә генә арзан, тимәк, сифаты насарыраҡ, эш кейемен һайлай.Тендерҙарҙың талаптары, минең ҡарашҡа, анығыраҡ күрһәтелергә тейеш. Ойоштороусылар продукцияны ниндәй хаҡҡа һатып алырға теләүен күрһәткән осраҡта, беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, хаҡтар параметрын үҙгәртеү өҫтөндә эшләй алыр инек бит. Әлегә бындай асыҡлыҡ булмағанға күрә, беҙ бер үк хәлдә ҡ ала киләбеҙ.
       Ысынлап та, сауҙа итеүҙең элекке системаһы бөт өнләй юҡҡа сығарылған, яңыһы - ватан етештереүселәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелмәгән, магазиндарҙа республика етештерүселәренең фирма секциялары бөтөнләй юҡ. Шу ға ла предприятиеларҙың әҙер продукцияны һатыу буйынса ҡыйынлыҡтар кисереүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел.
       - Ватан етештереүселәренә үҙ тауарын һатырға ҡамасаулаған тағы ла бер күренеш - баҙар, магазин кәштәләрен тултырған түбән сифатлы контрафактлы продукция. Бынан тыш, ярайһы уҡ түбән хаҡтар буйынса тауарҙар тәҡдим иткән Белорус һәм көньяҡ - көнсығыш Азия тарафтарының эргәлә булыуы кире роль уйнай, - тип иҫәпләй "Өфө кизе- мамыҡ комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Демин. - Нимә эшләргә? Үҙ продукцияңды тәҡдим итеү стратеги яһын төҙөү, маркетинг сәйәсәтен камиллаштырыу талап ителә, әммә әйләнеш средстволарының булмауы, ҡыҙғанысҡа ҡ аршы, был мәсьәләне хәл итеүҙе ҡатмарлаштыра.
       Әйҙәгеҙ, продукцияны һатыу мәсьәләһен ситкәрәк ҡалдырып, производство тураһында һөйләшәйек. Билдә ле булыуынса, производство - техник тәғәйенләнешендәг е продукция етештереүсе предприятиелар эшмәкәрлегенд ә финанс көрсөгө нығыраҡ сағылды. Был турала "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Алексей Карпухин һө йләп үтте:
       - Беҙ - автомобилдәр салондары өсөн ҡулланылғ анматериалдарҙы етештереүселәрҙән иң эре предприятие лар иҫәбендә. Беҙ изделиеларҙың 40 төрөн сығарабыҙ, трикотаж
       бәйләйбеҙ, линолеум, поролон етештерәбеҙ, үҙебеҙҙең тегеү производствоһы бар. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төп заказсыбыҙ - ватан автомобилдәре сығарыусылар. Көрсөк йылдарынд а был тармаҡ та ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә, тимәк, беҙ ҙә ун ың артынан эйәрәбеҙ - эшләй башлағандан бирле беҙ иң түбән күрһәткестәргә ирештек. Әммә был ҡыйын хәлдән сығ ыу юлын таптыҡ, шикелле. Производство программаһын тулыһын са тиерлек үҙгәрттек, традицион булмаған баҙарҙарҙы үҙләштерҙек, автосалон тышлыҡтары урынына өй йыһаздары өсөн тышлыҡтар тегә башланыҡ, техник тәғәйенешле трикотаж туҡыма етештереүҙән икенсе өлкәгә - эске кейем трикотажына күстек. Һөҙөмтәлә, 2008 йылда автомоби лдәр сәнәғәте өсөн етештерелгән продукцияның күләме 6 5 процент булһа, бөгөн иһә ни бары 23.
       Беҙ үҙебеҙ яңы эшкәртмәләр әҙерләү менән дә шөғөлләнәбеҙ, сөнки фән был тармаҡ буйынса бер урында тапана. Көнбайыштан ҡалышмайыҡ тиһәк, беҙгә иҫкергән производстволарҙы тәрән модернизациялау кәрәк. Бының өсөн "оҙон арзан аҡса" кәрәк - оҙайлы ваҡытҡа алынған кредиттар.
       "Өфө трикотаж фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғ иәте генераль директоры Зөһрә Исмәғилева кадрҙар әҙерлә ү проблемаһына туҡталды:
       - Былтыр беҙҙең предприятие немец ҡорамалдары ҡайтарҙы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән мөрә жәғәт итә белгән белгестәр һаны бик аҙ. Һөҙөмтәлә тәүлег енә 23 сәғәт эшләргә ҡеүәтле станоктар айына ни бары 80 сәғәткенә эшләй. Институттарҙан һуң килгән йәш белгестә р бындай техниканы бөтөнләй күргәндәре юҡ. Ә беҙҙең тегенсе ләребеҙҙе алғанда? Уларҙы бит уҡыу йорттарында 1968 йылда донья күргән уҡыу әсбәптары буйынса әҙерләйҙәр! Кадрҙар мәсьәләһендә тағы ла етди проблема бар - элекке тегенселәр ҡартайа, ә уларҙы алмаштыра торған йәштәр юҡ...
       Зөһрә Салауат ҡыҙы тағы ла бер проблеманы асы п һалды:
       - Минең предприятиела етештерелгән бер кофтаны ңуртаса хаҡы 400 һумға барып төшә, йәғни, муниципал ь арендалы магазинда ул ошо хаҡҡа һатыласаҡ, ә инде эре сауҙа комплекстарында йәки магазиндарға тәҡдим иткән осраҡта, уның хаҡы икеләтә күтәрелеп, 800 һум тәшкил итәсәк.
       Әңгәмә аҙағында предприятие етәкселәре һалымда рҙы кәметеү һәм властарҙан ярҙам күрһәтелеүен талап ит теләр. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, икенсе төбәктәрҙә туҡыма
       һәм еңел сәнәғәт тармаҡтары предприятиелары өсөн һалым ташламалары ҡаралған. Бынан кире кредиттарҙың йылл ыҡ ставкалары үтә юғары - ҡайһы бер саҡта ул 18 проце нтҡа тиклем етә.
       - Беҙ - республика еңел сәнәғәтенең "йөҙө", шу ға ла ярҙамғахоҡуғыбыҙ барҙыр, - тине Зөһрә Исмәғилева.
       Кәңәшмәне йомғаҡлап, Евгений Сафонов хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Әле күт әрелгән мәсьәләләр буйынса мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеләс әк. Әммә предприятие етәкселәренә лә үҙ көстәренә ниг еҙләнеп эшләргә өйрәнеү зарур. Бер банкы ла килемһеҙ эшләү се предприятиеға кредит бирмәйәсәк, шуға ла сығымдарҙ ы ҡыҫҡартып, конкурентлыҡ һәләтлеген үҫтереү талап ителә. Айырыуса иғтибар диверсификация мәсьәләләренә, ба шҡатармаҡтар һәм ҡулланыуылар өсөн тауарҙар етештереү гә күсеүгә бирелергә тейеш.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал