6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

Аҡса иҫәпләй белгәндәр ваҡытында түләй
20.11.09


       Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнмәгән штрафтар тураһында Башҡорт Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтына инеп белергә була. Бының өсөн сайт битенең махсус ситендә водитель танытмаһының серияһын һәм һанын ғына индереү талап ителә. Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында РФ Кодексының 32.2 статьяһында былай тиелә: штраф һалыу тураһында ҡарар сығарылғандан һуң (ә ул үҙ көсөнә 10 көндә инә - был ваҡыт ҡарарға ялыу биреү өсөн бирелә), 30 көн эсендә водитель штрафты түләргә тейеш.
       - Шулай итеп, водитель юлда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы( ЮХХДИ) инспекторынан йәки суд ҡарары менән штраф һалыныу тураһында ҡарар-квитанцияны ҡулына алғас, ялыу бирмәгән осраҡта, законды боҙмай ғына, штрафты түләү өсөн уның 40 көн ваҡыты буласаҡ, - тип аңлата БР буйы нса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының начальнигы Динар Ғилметдинов.
       Шулай уҡ республика Дәүләт авиоинспекцияһы башлығы һалын ған штрафтарҙы түләмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында һөйләп үтте:
       - Әгәр водитель тейешле 40 көн эсендә һалынған штрафты түләмәй икән, ул автоматик рәүештә Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында РФ Кодексының 20.25 статьяһына ярашлы, уға штрафты икеләтә күләмдә түләтеү йәки 15 тәүлекк ә тиклем административ ҡулға алыу язаһы бирелә. Был статья буйынса язаны судья ғына бирә ала.
       БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат секретары Светлана Әсәнова хәбәр итеүенсә, ағымдағ ыйылдың ун айында республиканың Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында миллион ярымдан ашыу протокол төҙөлгән, теүәл итеп әйткәндә - 1 630 455.
       Дәүләт автоинспекцияһы шулай уҡ штрафтарҙы түләгән саҡта банкоматтар һәм терминалдар менән ҡулланырға кәңәш итә:
       - Меңәрләгән кеше үҙҙәренең штрафтарын ғәҙәти ысул - ҡулаҡса менән кассалар аша түләүҙе хуп күрә, - тип билдәләне Динар Ғилметдинов. - Ә бит ҡағыҙҙар әйләнеше ЮХХДИ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар базаһына мәғлүмәттәрҙең тупланыуын ҡатмарлаштыра һәм әкренәйтә.
       Бөгөн түләүселәргә штраф түләнеү тураһындағы квитанцияны  ҡарар сығарған органға ебәреү талап ителмәй. Әммә банкылар һ әм ЮХХДИ араһында мәғлүмәттәр менән алмашыу механизмы көйләнмәгәнгә күрә, квитанцияны ташламау хәйерлерәк.
       - Әгәр ҙә ЮХХДИ-ла штраф түләнгән булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ икән, автоинспекция штрафты мәжбүри түләтеү өсөн материалдарҙы суд приставтарына ебәрә, - тип дауам итә Динар Ғилметдинов. - Шул уҡ ваҡытта Дәүләт автоинспекция һы инспекторы водителдәрҙе штрафтары булыу-булмауын белеү өсөн генә туҡтатырға хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә автомобилист юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн туҡтатылып, уның түләнмәгән штрафтары булыуы асыҡланған осраҡта, Административ кодекстың 20. 25 ст атьяһы буйынса протоколо төҙөлә. Һуңынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдемилиция бүлегенә оҙата һәм судҡа тиклем тота ала. Был осраҡ та водитель кешегә уның хоҡуҡтары аңлатылырға, милиция бүлегенә оҙатыу, тотоу протоколдар менән оформить ителергә тейеш.
       Йыл башынан 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алы у язаһы 1223 кешегә һалынды. Түләнмәгән штрафтарҙың булыуы суд яза биргәндә ғәйепте ауырлаштырыусы факт булып тора:
       - Административ кодекста "элекке түләнмәгән штрафтар" ти гән билдәләү бар. Штраф һалынғандан һуң күпме ваҡыт үтһә лә, ула р бер ҡайҙа ла юғалмай. Кеше танытма алған көндән башлап уның водитель тарихы башлана. Бөтә мәғлүмәттәр ҙә ЮХХДИ-ның базаһ ына индерелә, кешенең бер йыл элек, ике йыл, хатта биш йыл элек ниндәй штрафтарға дусар булыуы тураһында белергә мөмкин.
       Дәүләт автоинспекцияһында төрлө боҙоуҙар өсөн 11 тапҡыр танытмаһын алдыртҡан водительдәр осрай. Дыуан районында йәшәүсе иргә 87 ай - был ете йыл - руль артына ултырырға тыйыла.
       Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе водитель һуңғы дүрт йылда ғына административ яуаплылыҡҡа 42 тапҡыр тарттырыла. Дөйөм алғанда, уның биш меңлек штрафы йыйылған һәм уларҙың берәүһе лә түләнмәгән.
       Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса рекорд ҡуйыусы шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәй. 2008 йыл эсендә генә был водителгә инспекторҙар 71 протокол төҙөгән, уларҙың 37-һе генә тәҙрә быялаларына тонировка һалғаны өсөн. Хәйер, был ир үҙенең бөт ә штрафтарын да түләгән.
       Әммә тәжрибә буйынса бөтәһе лә штрафтарҙы түләргә ашығып бармай. Мәҫәлән, ЮХХДИ линияһы буйынса түләтелгән штрафтар күләме 70 процент тәшкил итә. Был түләүҙәр бюджетҡа күсә, шуға ла дәүләт штрафтарҙың ваҡытында түләнеүен тәьмин итеү өсөн мөмкин булған алымдарҙың барыһын да ҡулланырға тырыша. Мәҫәлән, яңыраҡ суд приставтары хеҙмәте менән берлектә үткәрелгән "Штраф" махсус операцияһы ярҙамында. Ун көн эсендә штраф түләргә теләмәгән 2200-гә яҡын кеше асыҡланды. 160 осраҡта мировой судьялар ҡулға алыу язаһы бирҙе.
       Ҡулға алыуҙан тыш (ә был сара иң ҡатыһы, шикелле ) штраф түләмәү ниндәй эҙмтәләргә килтереүе тураһында "БашВестЪ" гәзитенә Республикала суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
       2009 йылдың 10 октябренән законға төҙөтмәләр индерелде, уларға ярашлы башҡарыу иғәнәһе күләме артты. Башҡарыу производствоһы асыу тураһында ҡарар сыҡҡандан һуң (ул ЮХХДИ материалдарҙы суд приставтары хеҙмәтенә тапшырғас асыла) биш көн эсендә штраф түләнмәһә, бының өсөн 500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Шулай итеп, әгәр водитель 100 һумлыҡ штрафын ваҡытында түләмәй икән, Административ кодекстың 20.25 стать яһынаярашлы, ул уның күләмен ике тапҡыр күберәк һәм өҫтәмә рәүеш тә 500 һум штраф түләргә тейеш була. Һөҙөмтәлә 100 һум урынына уға 700 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
       - Шулай булғас, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү аҡса иҫәплә й белгән кешеләргә иҡтисади яҡтан файҙалы! - тип билдәләне Динар Ғилметдинов.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал