6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Лайыҡлы фатир
18.11.09


       Өфө милиционеры Альберт Камалов "ябай эшсән, күпме тырышһа ла, фатирлыҡ эшләй алмай инде ул " кеүегерәк таралған фекерҙе үҙенең миҫалында кире ҡаҡты. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Альберт иң яҡшы участка милиционеры тип танылды. Ә традиция буйынса бындай исемгә лайыҡ булыусыға ҡала хакимиәте фатир бүләк итә.
       Йыл һайын үткәрелә торған конкурстың һөҙөмтәләре Милиция көнө үткәндән һуң ун көн үткәс, Участка милиционерҙары көнө алдынан,17 ноябрҙә, билдәле була. Һөнәри байрамдары алдынан баш ҡаланың иң яҡшы участка милиционеры менән "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе осрашты.
       Уның һөйләүе буйынса, ғаиләлә ул беренсе милиционер. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан, Өфөгә 2002 йылда, юридик техникумды тамамлап, хәрби хеҙмәттән һуң, килә.
       - Юридик белемем һәм Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәнгә күрә, мин Совет районының эске эштәр идаралығына стажировкаға килдем һәм ошонда тороп ҡалдым,- тип һөйләй минең әңгәмәсем.
       Әлбиттә, йәш кешегә эш башлауы еңел булмай. Бер үҙенең генә оло йәштәге әсәһен эсеп ҡаңғыртҡан ир менән "аңлашҡанын " яҡшы хәтерләй Альберт:
       - Ул ир минән берәй өс тапҡырға эрерәк булғандыр, хәҙер был ваҡиғаны көлөп иҫкә төшөрһәм дә, ул саҡта көлкө түгел ине.
       Милиция капитаны Альберт Камалов шул саҡтан алып дүрт меңдән ашыу кеше йәшәгән үҙенең территорияһындағы "даими клиенттарҙы" яҡшы белә. Уның үҙен дә был районда йәшәүселәр яҡшы белә, сөнки бурысы буйынса участка милиционеры ярты йылға бер йыйылыштарҙа ҡатнашырға, "хәүефле" фатирҙар буйлап йөрөргә, именһеҙ ғаиләләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш.
       Альберт үҙе дөйөм ятаҡта йәшәй: бөтә коридорға бер аш бүлмәһе, бер бәҙрәф. Ун ике квадрат метрлыҡ бүлмәлә ғаилә башлығы ҡатыны һәм ике балаһы менән көн күрә. Ҡара таңдан ҡара кискә тиклем һуҙылған эш көнөн тырыш милиционерныҡышмалы хеҙмәттә үткәрә: иртәнге сәғәт туғыҙҙа район бүлегендә кәңәшмәнән һуң, көнө буйы граждандарҙың ғаризалары менән эшләргә тура килә, сәғәт алтынан ун бергә тиклем дежур итеү ҡаралған. Төнөн шылтыратыуҙар, ял һәм байрам көндәре дежур итеү - ҡәҙимге һәм ғәҙәти хәл. Шуға ла Альберт был фатирҙы үҙенең ҡара тирен түгеп алыуға иреште.
       Быйыл Альберт менән бергә иң яҡшы участка милиционеры исеменә тағы ла егерме милиционер ярышты. Эш тәжрибәһен, физик һәм теоретик әҙерлекте баһалаған жюри ағзалары Альберт Камалов был исемгә лайыҡлы тип тапты. Шуныһы ҡыҙыҡлы: юғары исем һәм көтөлмәгән бүләкте Альберт үҙенең 30 йәшлек юбилейы алдынан ғына алды. 18 ноябрҙә ул үҙенең тыуған көнөн билдәләйәсәк.
       - Ноябрь минең өсөн үҙенсәлекле ай: 5-дә мин разведчикта р көнөн байрам итәм, 10 ноябрь - Милиция көнө, 17-һе - Участка милиционерҙары көнө, һуңынан тыуған көнөм.
       Торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндән һуң да, Альберт үҙенең ип тәштәренең эш шарттары тураһында борсолоуын туҡтатмай:
       - Алты кешегә бер генә компьютер,- ти ул...
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал