6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

"Үҙ йортом" - үҙ бәхетем
17.11.09


       Торлаҡһыҙлыҡ мәсьәләһен үҙ башы аша кисергәндәр генә "кешесә йәшәү шарттары"ның нәмә икәнлеген яҡшы аңлайҙыр ул. Айырыуса фатирһыҙ интеккән йәш ғаиләләр был киҫкен мәсьәлә менән яҡшы таныш. Бәхеткә ҡаршы, беҙҙең республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға ҡарата иғтибар ҙур. Әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөлөшө һәм граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҙур әһәмиәткә эйә һәм республиканың социаль сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Республикала күрелгән саралар һөҙөмтәһендә йыл һайын торлаҡ төҙөлөшө күләме арта. 2008 йылда 2 млн 351 мең кв. м торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2007 йылға ҡарағанда 26,6 процентҡа күберәк. Арзанлы йорттар төҙөлөшөн үҫтереү өсөн республикала тейешле норматив- хоҡуҡи база булдырылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Үҙ йортом " маҡсатлы программаһы Өфө районының Шамонин, Жуков, Дорогин ауылдарында бойомға ашырыла. Йорттарға 35 йЩшкЩ тиклемге йәш ғаиләләр, торлаҡҡа мохтажлыҡ кисергән, дөйөм ятаҡтарҙа, коммуналь фатирҙарҙа, айырымланма“ан аралаш бүлмәләрҙә ике һәм унан да күберәк ғаиләләр бергә бер бүлмәлә һәм ике бүлмәле фатиҙарҙа йәшәгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре дәғүә итә ала.
       БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының аҙ ҡатлы төҙөлөш бүлеге начальнигы Ильдар Мөхәмәтшин һөйләүенсә, "Үҙ йортом" программаһы буйынса торлаҡтың 1 кв. метры 8 меңдЩн 12 мең һумға тиклем тәшкил итә, ә ғәҙәти коттедж төҙөлөшөндә бер квадрат метрҙың хаҡы 35 мең һумдан да кәм түгел. Программала ҡатнашыусыларға 54, 72 һәм 90 кв. метрлы йорттар тәҡдим ителә. Ағас буранан һалынған 54 кв. метрлы иң арзан йорттоң хаҡы 450 мең һум. Шамонин, Жуков һәм Дорогин ауылдарындағы шәхси йорттар төҙөлөшө районында инженер коммуникацияларын төҙөүгә бюджеттан 350 миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса бүленде. Йәшәгән урындары буйынса социаль торлаҡҡа сиратта торған граждандарға 10-12 сутыйер участкаһы бер тапҡыр милеккә бушлай бирелә, ә Торлаҡ төҙөлөшө фонды аша 5 йылға йыллыҡ 8 процент ставкаһы менән 300 мең һум займ бүленә. Төҙөлөш өсөн кәрәк булған сумманы граждандар үҙҙәре индерә.
       Ағымдағы йылдың 8 октябрендә республикала тәүге йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды һәм шунда уҡ тигәндәй бында төҙөлөш гөрләй ҙә башланы. Бөгөн йәш ғаиләләр ҙең күбеһе үҙ йорттарының асҡысын алған да инде. Ә ҡайһы бер бәхетлеләр хатта өй туйлап өлгөргән. Мәҫәлән, Ильдар менән Алһыу Әһлиуллиндар ошондай бәхетле ғаиләләрҙең береһе.
       Уларҙың тарихы күпселек йәш ғаиләләргә хас. Алһыу Өфөгө 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетына журналистика факультеты на уҡырға инә. Студент йылдарында һөйгәне Ильдары менән таныша. Ул ваҡытта Ильдар төҙөлөштә эшләһә лә, үҙенең торлағы булмай, коммуналь фатирҙа ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Туй үткәргәндән һуң, Алһыу ҙа шунда күсеп сыға. Улдары Инсаф тыуғас, айырым йәшәргә ҡарар итәләр. Аҡса яғы ҡыҫынҡы булғанлыҡтан, Нижегородканан иҫке генә өй табып, шунда йәшәй башлайҙар. Әлбиттә, эш хаҡының күп өлөшөн фатир өсөн түләгәс, иҫәпле генә йәшәргә тура килә.
       - "Үҙ йортом" программаһы булыуы беҙҙе бәхетле итте,- ти Алһыу. -Кәрәкле документтарҙы йыйып, көтә башланыҡ, шунан һуң беҙгә подрядсы табып, йортто ниндәй материалдарҙан һалыуҙы асыҡлау ҙы һоранылар. Ильдар төҙөлөштә эшләгәс, ул барыһын да үҙе һайланы. 72 квадрат метрлыҡ йорт 735 мең һум тәшкил итте. Торлаҡ төҙөлөшө фонды аша беҙ 5 йылға йыллыҡ 8 процент ставкаһы менән 300 мең һум займ алдыҡ. Төҙөлөш өсөн кәрәк булған сумм аны кредит алып ҡапланыҡ.
       - Ильдар евроремонт менән шөғөлләнгәс, беҙгә еңелерәк ту ра килде, ҡулынан килгәндең барыһын да үҙе эшләргә тырышты. Мәҫ әлән, электр энергияһын беҙгә 65 мең һумға үткәрергә тәҡдим иткәнд әр ине, Ильдар үҙе тотоноп, ни бары 40 мең һумға төштө был эш. Кана лизация үткәреүҙе лә үҙ көсөбөҙ менән сығырға булдыҡ һәм 10 мең һум аҡса тотондоҡ, ситтән яллаған осраҡта беҙҙең 35 мең аҡсабыҙ китер ине. Шулай итеп, осһоҙораҡ юлдар эҙләнек, әммә йортобоҙ бик матур ,нурлы, иркенләп йәшәргә генә ҡала. Ике ай тигәндә матур итеп емонт эшләнек, Президентҡа йортобоҙҙо күрһәтергә тигәндә, йортҡа газ ғына үткәрелмәгәйне. Уныһын да, матди ярҙам булм аһа ла,тиҙ арала үткәрҙеләр.
       - Тәүҙә өс бүлмәле йортта йәшәү сәйер ине,- тип һөйләй ө й туйлаусылар. - Элек йәшәгән бәләкәй генә бүлмә түгел инде. Б өгөн ҡыуып сығарырҙармы хужалар, иртәгәме, тип йәшәмәйбеҙ.
        - Һеҙҙән башҡа бында өс-дүрт ғаилә генә йәшәй, ҡурҡыныс түгелме?
       - Бер ҙә ҡурҡыныс түгел, дөм ҡараңғы урамдар булһа ла, д өрөҫөн генә әйткәндә, Нижегородкала йәшәгәндә, ҡурҡынсыраҡ ине. Бында әллә үҙеңдең өйөң булғанғамы, бөтә нәмәлә шатлыҡ килтерә ке үек. Унан һуң ҡурҡып ултырырға ваҡытыбыҙ юҡ беҙҙең. Бынан тыш, биҫтәгә ингән урында ғына шлагбаум ҡуйылған, һаҡсылар бар.
       - Шамонинда йорттарҙы ямғырҙан һуң үҫкән бәшмәк шикелле үҫәтиҙәр, был ысынмы?

       - Сертификат алған осорҙа бында буп-буш ялан ине, хәҙер инде яңы 874 йорт төҙөлөп ята. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ.
        - Ә йорттарҙың сифаты нисегерәк һуң?
       - Беҙ үҙебеҙҙең подрядсыларыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Майҙан августҡа тиклем төҙөлгән йортта бөтә эштәр ҙә юғары сифат ме нән башҡарылған. Стеналар тигеҙ, тәҙрәләр матур, ел үтерлек түге л. Беҙтөҙөүселәр эргәһен лә йыш килдек, улар беҙҙең теләктәрҙе иҫә пкәалырға тырышып торҙо. Бүлмәләрҙең майҙанын, йорттоң проектын да беҙ үҙебеҙ билдәләнек. Быйыл торлаҡ төҙөлөшөнә бөтә кимәлдәге бюджеттан 10 миллиард һумдан күберәк аҡса һалыу планлаштырыла. Шулай итеп, республ ика Хөкүмәте халыҡтың торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй һәм файҙаланырға тырыша.
       Олег Яровиков һәм Андрей Старостин фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал