6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Үҙ иҫәбенә - эпос
16.11.09


       Николай Дмитриев, "Кеше ғүмере буйынса уҡырға тейеш", тип йыш ҡабатларға ярата. Етмеш алты йәшлек ағай үҙе был ҡағиҙәне һис тайпылмай үтәп килә һәм бының ошолай икәнлеген, күптән түгел үҙен тәржемәсе сифатында һынап ҡарап, иҫбатланы. Уның һүҙҙәре буйынса, башҡорт теленән туған сыуаш теленә тәржемә итеүгә ул хаҡлы ялға сыҡҡас тотона.Тап шул саҡта шиғыр, проза әҫәрҙәре яҙа башлай. Белеме буйынса статистик һәм экономист булғанға күрәме, уның күңеле гел ижадҡа тартылған, күрәһең. Хаҡлы ялға сыҡҡас та , уҡытыусы булып эш башлай.
       - 2004 йылда мине Павел Миронов исемендәге
       сыуаш ял мәктәбенә эшкә саҡырҙылар. Мәктәп директоры Иван Тарасов ярҙамында ҡатмарлы уҡытыусы һөнәренең нигеҙҙәрен үҙләштерҙем, - тип һөйләй Николай Васильевич. - Элекке эш тәжрибәһе лә ярҙам итте, өҫтәмә әҙәбиәт уҡыным һәм әле лә белемемде камиллаштырыуҙы дауам итәм.
       Һандар һәм теүәл иҫәптәр батшалығынан һуң,
       Николай Дмитриевҡа нәфис образдар һәм әҙәби геройҙар доньяһы асылды.
       - Бер нисә йыл элек мин башҡорт халҡының мәңгелек әҫәрен - "Урал батыр"эпосын һатып алдым, - тип уртаҡлаша Николай Дмитриев. - Был әҫәрҙән айырылып булмай торғайны, йотлоғоп ҡат-ҡат уҡыным, уйландым һәм ,ниһайәт, "Урал батырҙы" сыуаш теленә тәржемә итергә ҡарар иттем. Кистәрен тәржемә итә башланым, белеүегеҙсә, тәржемә төп нөсхәнән эшләнергә тейеш. Шуның өсөн нигеҙ итеп, мин башҡорт телендәге тексты алдым.
       Сыуаш һәм башҡорт телдәренең грамматик төҙөлөшө бер аҙ оҡшаш, шуға ла тәүҙә әллә ни ауырлыҡтар күрмәнем. Үҙҙәренең тикшереүҙәрендә лингвист- ғалимдар шиғырҙың боронғо формаһы тип иҫәпләгән ҡатмарлы шиғыр юлы күләмен дә һаҡлап ҡалыуға ирештем. Ярты йыл тигәндә тәржемәмә һуңғы нөктәмде ҡуйҙым.
       Әлбиттә, бының менән генә эш тамамланмай әле. Әҙер материал мөхәррир ҡулы аша үтергә тейеш бит. Николай Дмитриев үҙенең яҡташы, Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Людмила Павловаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Оло кешенең үтенесен кире ҡаҡмай ул: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәржемәгә үҙ төҙәтмәләрен индерә. Төрлө нәшриәттәргә йөрөү бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләр бирмәй. Дүрт йыл үткәс кенәНиколай Васильевич Ҡала үҫеше йәмәғәт фондыиғлан иткән социаль проекттар конкурсында еңепсыға һәм 10 мең һум приз менән бүләкләнә. Был аҡсаларҙы ул тулыһынса "Урал батыр" эпосын айырым китап итеп баҫтырыуға тотона. Тираж 200 экземпляр тәшкил итә.
       Ошо көндәрҙә типографиянан яңы баҫманың тәүге партияһы килтерелде. Уларҙың күпселеге Павел Миронов исемендәге сыуаш ял мәктәбенә һәм Ефремкин ауылы мәктәбенә оҙатыласаҡ.
       - Әлбиттә, "Урал батыр" эпосын тәржемә итеүем шундай үҫеш алыуына мин бик шатмын. Мауығыуҙан ғына башланған эшемдең аҙағы хәйерле булды,- ти Николай Дмитриев. - Минең хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе Иван Тарасовҡа ныҡрәхмәтлемен. Ижади пландарға килгәндә, ниндәй әҫәрҙе тәржемә итеүем әлегә билдәле түгел. Көҙөн мин шиғырҙар яҙырға яратам.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал