6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Губернатор Арнольд Евдокимов... Көлөрһөң дә, иларһың да
08.04.04


       Алтайҙа үткән һайлауҙарҙа юморист Михаил Евдокимовтың Ал ександр Суриковты артта ҡалдырып еңеп сығыуы Рәсәйҙең төбәк элитаһын аптырашта ҡалдырҙы. Икенсе тур алдынан Суриковтың п резидент менән осрашыуы Владимир Путиндың уны хуплауы, барлы ҡ сәйәси фирҡәләрҙең дә Суриков яҡлы булыуын күрһәтергә тейе ш ине лә. Әммә, күренеүенсә, алтайлылар икенсерәк уйлай.
       Минең фекерем уларҙыҡынан айырыла. Үткән парламент һәм п резидент һайлауҙарын алдан күҙаллау мөмкинселеге Рәсәйҙә һәм
       унан ситтә бик күптәрҙе йәмғиәттә демократия процесы туҡта ны, хатта Рәсәй кире авторитар йәмғиәткә юл тота тип һығымта
       яһарға мәжбүр итте. Баҡһаң, юҡ икән: Алтайҙағы һайлауҙар ил дең демократия юлы менән барыуына асыҡ миҫал. Беҙ - Калифор ния губернаторы итеп Голливуд актеры Арнольд Шварценеггерҙы һайлаған Америка Ҡушма Штаттарынан кәм түгел, беҙҙә иһә губ ернатор итеп юморист һайлана. Айырма шунда ғына - "терминато р" Шварценеггер һәр ваҡыт енәйәтселәр һәм Американың дошманд арына ҡаршы уйнаған герой булһа, беҙҙең "герой"ҙың апмплуаһы
       - ябай, "төшөрөргә" яратҡан ир - ат, был беҙҙең менталитет ҡа тап килә.
       Тағы бер бик үк күренеп бармаған, әммә мөһим деталь - ҡа сандыр "красный пояс"ҡа ингән төбәктәрҙә власть алмашыныуы. Шуға күрә Кремль һайлауҙарҙы үҙағышына ҡуйған тип һанау дөрө ҫ түгел, ысынында иһә барыһы ла контроль аҫтында. Алтайҙа вл астың көрсөккә төшөүен күреп ( әлегә тиклем Барнаул ҡала дум аһы һайланмаған - халыҡ барыһына ла ҡаршы тауыш бирҙе, яңы һ айланған край Советы эш башлай алмай - кворум юҡ, барлыҡ деп утаттар ҙа һайланып бөтмәгән) Үҙәктең дилбегәне ысҡындырыуы,
       шул уҡ ваҡытта ситтән генә процесс барышын күҙәтеү ихтималы н да оноторға ярамай.
       Бынан нимә килеп сығыуын беҙ инде беләбеҙ. Һайлау алды ва ҡытында үҙ - ара ҡаршы тороуҙар бик ҡаты булды. Край һайлау комитеты башлығы Ольга Агафонова әйтеүенсә "Алтайҙа илдең ба шҡа төбәктәренән, шул иҫәптән Мәскәүҙән дә ҙур төркөм сәйәс и технологтар эшләүе бер кем өсөн дә сер түгел". Улар үткәрг ән һайлау кампанияһы тураһында алтайҙар элек телевидениеның яңылыҡтар программаһынан ғына ишетеп белә торғайнылар. "Евдо кимов" пиарсылары губернаторҙың командаһын юҡҡа сығарҙы тип әйтергә мөмкин. Алтай сағыу агиткалар һәм лозунгтарға күмелд е, губернаторға ҡаршы уның "аҙашын" - Дондағы Ростовта йәшә үсе ведомствонан тыш һаҡлау "уҡсыһы" Виталий Суриковты һәм Д әүләт Думаһының экс - депутаты , "инфокиллер" Владимир Семен овты сығарҙылар, билдәһеҙ әҙәмдәр ҡайһы бер райондарҙа үҙҙәр ен Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре итеп танытырға маташты.
       Суриковтың һайлау кампанияһың хаталары ла етерлек булды.
       Беренсе сәбәп стратегик йәһәттән - 90 - сы йылдарҙан алып төбәккә етәкселек иткән губернаторҙан халыҡ арый. Шул уҡ ваҡ ытта етәкселек итеү осоронда Суриков үҙен ярайһы уҡ аҡыллы һ әм профессиональ сәйәсмән һәм хужа итеп күрһәтте. Әммә край иҡтисадында етди проблемалар ҙа юҡ түгел.Бынан тыш һайлау ка мпанияһы алдынан Суриковтың штабы бер нисә хата ебәрҙе. Әйтә йек, Суриковтың командаһы край халҡы автоматик рәүештә губер наторға ышаныс вотумын раҫлар тип ышанды. Беренсе этапта кам пания "Суриковҡа тауыш бир!" кеүегерәк примитив плакаттар эл еү менән сикләнде. Халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелмәне тип әй тергә була.
       Михаил Сергеевичтың еңеүен яңы коллегалары ярайһы уҡ тәнҡ ит менән ҡаршы алды. Мәҫәлән, Федерация Советы ағзаһы, Карел ияның элекке губернаторы Виктор Степанов "Евдокимов миҫалы ш оу - бизнес эшҡыуарҙары өсөн йоғошло булыуы ихтимал, һөҙөмтә лә генерал - губернаторҙарға алмашҡа губернатор - артистар к илеүе мөмкин" тип иҫәпләй. Ә Федерация Советы экс - спикеры,
       Орел өлкәһе губернаторы Егор Строев "федераль власть төбәк башлығына икенсе дәрәжә фигураһына ҡараған кеүек, бер һүҙ ме нән әйткәндә төбәктәрҙә власть күңелле йәшәй" тип һанай.
       Нисек кенә булмаһын, Алтай халҡын алда нимә көткәнен әйте үе ҡыйын әлегә. Яңы губернаторҙың программаһы вәғәҙәләргә би к бай, әлбиттә. Унда нимә пиар, нимә ысын икәнлеген аңлар өс өн бер нисә ай көтөргә тура килә.
       Алтайҙа үткән һайлау кампанияһының сценарийы үткән йыл Ба шҡортостанда республика Президентын һайлауҙы хәтерләтә. Билд әле артист Михаил Евдокимовтың артында Башҡортостан башлығы булырға теләүселәр тороуы ла мөмкин. НТВ корреспондентына би ргән интервьюһында Михаил Евдокимов "Миңә Мәскәүҙән бер кем дә ярҙам итмәне. Ярҙам итеүселәр - минең иң яҡын дуҫтарым. У лар төрлө предприятие етәкселәре" тигәйне. Шул арала Алтайҙ а үҙҙәренә сәнәғәт объекттары һайлаусы мәскәүлеләр һаны арт ыуы тураһында һүҙҙәр йөрөй.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал