6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов фатир мәсьәләһен хәл итте
13.11.09


       Максим Чудов, ниһайәт, үҙенең фатир мәсьәләһен хәл итте. Быйыл йәйен матбуғат баҫмаларында Максим Чудов бер бүлмәлефатирын өс бүлмәлегә алыштырғаны өсөн ике миллион, ә уның тренеры Виктор Никитин үҙенең фатир майҙанын киңәйтеү өсөн бер миллион һум түләргә тейеш икән, тигән мәғлүмәт баҫылды. Метражды киңәйтеү Антхольцта үткән чемпионатта еңеү өсөн бүләк итеп иҫәпләнә ине. Тапшырылған бүләкте һатып алыу - килешкән эш түгел, шуға ла Максим аҡса түләүҙән ҡырҡа баш тартты.
       Беҙҙең гәзиткә билдәле булыуынса, ҡыйбат проблема бөгөн хәл ителгән икән. Ошо арала Виктор Никитиндың да фатир мәсьәләһе хәл ителәсәк. Һәр хәлдә Ванкувер ҡалаһында ү тәсәк Олимпиаданан һуң асыҡлыҡ буласаҡ.
       Әлбиттә, олимпиада миҙгеле башланырға торған саҡта бындай ыңғай хәбәрҙәр алыу бик яҡшы, сөнки спортсыға еңеү яулау өсөн күңел тыныслығы мөһим.
       Спортҡа килгәндә, Максим Өфөлә ныҡышмалы шөғөлләнгәндән һуң, Рәсәйҙең йыйылма командаһы менән буласаҡ ярыштарға әҙерләнә. Новосибирскиҙа милли команданың икенсе составында Василий Шаталин, Сергей Кугубаев, Финляндияла үҫмерҙәр йыйылма командаһы менән Кристина Рыбакова һәм Николай Якушов шөғөлләнә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйге биатлон буйынса донья чемпионатында уңышлы сығыш яһаған Мария Косинова һыуыҡ тейҙерҙе.
       - Һыуыҡ тейеү грипп түгел, - тине Виктор Никитин. - Ҡур ҡыныс күрмәйем, Аллаға шөкөр, беҙҙең спортсыларыбыҙ эпидемия ваҡытында ауырыманы. Ә бына Ханты-Мансийск һәм Новосибирскиҙа эпидемия ныҡ таралған.
       - Косинова еңеүгә дәғүә итә аласаҡ, тип иҫәпләйһегеҙме?

       - Эйе, ул саңғы роллерҙарында күп кенә көслө биатлонсыларҙы һәм рәсәйлеләрҙе еңде бит. 22-28 декабрҙә Ижевскиҙа Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Алты иң яҡшы спринтерҙар һәм шәхси уҙышыуҙа еңеүселәр донья кубогының ғинуар этабына һайлап алынасаҡтар, ә инде уңышлы сығыш яһаған осраҡта, олимпиадаға эләгеү мөмкинселеге лә бар.
        - Ижевск ҡалаһына беҙҙекеләрҙән күп спортсылар барамы?
       Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры Андрей Щипарев һөйләүенсә, унда иң көслөләр йыйыласаҡ. Максим Чудов, әлбиттә. Әгәр донья кубогы ярыштарында Максим яҡшы сығыш яһай икән, ул Ижевскиҙан баш тарта ала. Икенсе осраҡта унан үҙ кимәлен күрһәтеүҙе һораясаҡтар.
       Ғөмүмән, беҙгә ике эстафета төркөмөн тупларға кәрәк, бәлки, республиканан күберәк тә барырҙар. Сергей Кугубаев, Василий Шеталин, Рөстәм Дәүләтшин, Александр Жирный, Виталий Кабардин,Мария Косинова, Елена Шеталина, Елена Дарьина, Екатерина Бузорина - уларҙың барыһы ла төп составҡа инә.
       - Косинова бара алырмы икән?
       - Әле ул Белоретта, ярыштарға әҙерләнә, хатта, темпты кә¬ҐӨҐҙе лә талап итәбеҙ.
       - Олимпиада ла ҡатнашыу тураһында хыялланамы?

       - Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ спортсыларыбыҙ араһ ында спринтта еңеү яулар тигән өмөт уға ғы на бәйле. Быйыл йәй уңышлы сығыш яһағандан һуң, уға иғтибар ҙур. Ләкин ул конкуренцияның етди буласағын яҡшы аңлай, әгәр ҙә килеп сыға икән - бик һәйбәт, юҡ икән - 26 йәшкә тиклем Эстонияла үтәсәк Европа чемпионатына эләгергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал