6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ит булһа - ашаусы табылыр
12.11.09


       Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, һыйыр малдары иҫәбе 63 процентҡа кәмене. Башҡа төбәктәрҙә был һан бөтөнләй ҡурҡыныс, мәҫәлән, Төмән өлкәһендә - 80 процент. Бөгөн рәсәйлеләр совет осоро менән сағыштырғанда итте кәмерәк ашай - йылына бер кешегә элекке 26 килограмм урынына ни бары 16 ғына.
       Франциянан килгән әфәнде, ит малсылығы тармағы белгесе Ален Оге башҡорт ауыл хужалығы етештереүселәрен ошондай һандар менән ҡурҡытты. Итле тоҡом малын үрсетеү мәсьәләләренә арналған семинарҙа ҡатнашыу өсөн килгән белгес беҙҙең илдә 17 йыл эшләй. Белеме буйынса агроном, зоотехник. Эшмәкәрлеге буйынса - фермер һәм консультант. Баҙар талаптарына яҡынайтып , ул ғаилә эшен дауам иткән. Уның атаһы һөт һыйырҙары көтөүе тотҡан - Франция өсөн был байтаҡ мал иҫәпләнә. Атаһының шөғөлө үҙенең ҡулына күскәс, Ален Оге һауын һыйырҙарын һатып, итле тоҡом малын үрсетеүгә күсә. Бөгөн уның фермаһында эштәр яҡшы бара, ә ул үҙе донья буйлап йөрөй, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, консультациялар бирә, үҙенең белемен камиллаштыра.
       Рәсәйҙә малсылыҡтың яҡшы үҫешенә Оге әфәнде һис тә шикләнмәй. Беҙҙә бының өсөн уңайлы шарттар бар: бай тәбиғәт ресурстары һәм ҡеүәтле дәүләт ярҙамы.
       - Дәүләт һеҙгә күрһәткән бер тапҡыр күрһәткән ярҙамды мин 12 йылдан һуң ғына алыр инем. - ти ул.
       Әлбиттә, бюджеттан был тармаҡты субсидиялау яҡшы көн иткәндән түгел, ә мәжбүри сара. Рәсәйгә бөгөн ит етешмәй. Тап шуның өсөн дә малсылыҡта ит йүнәлешен үҫтереү Рәсәйҙең дәүләт өҫтөнлөклө категория»ына индерелде. Быға тос нигеҙҙәр бар, сөнки дәүләттең аҙыҡ-түлек именлеге – ул иҡтисади ғына түгел, сәйәси мәсьәлә лә. Илебеҙ ҡулланылған иттең 57 процентын сит илдәрҙән ала, ә был миллион тоннаға яҡын тигән һүҙ. Тимәк, Рәсәй эсендә ит һатыуҙан төшкән аҡсалар сит илдәр– Бразилия, Австралия һәм башҡа илдәр ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға китә. Ит етештереү – ул, иң элек, ит малсылығын үҫтереү. Бөгөн иһә дөйөм һыйыр малынан итле тоҡом малы өлөшө бер ярым процент ҡына тәшкил итә. Был сиктән тыш түбән күрһәткес. Алға киткән илдәргә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы күренеш: итле тоҡом малы һөтлө тоҡом менән бер тигеҙ. Мәҫәлән, Европала нисбәт 1:1. Америкала дөйөм көтөүҙең 20 проценты ғына һөтлө һыйырҙар.
       БР Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов хужалыҡтар етәкселәренә ит йүнәлешенә дәүләт ярҙамы саралары тураһында иҫкәртте. Мәҫәлән, тоҡомло ит малы һатып алғанда хужалыҡтар тереләй ауырлыҡтың һәр килограмына 45 һум ставкаһы буйынса субсидияға иҫәп тота ала. Быҙауы менән бер һыйырҙы аҫырауға дәүләт 8260 һум түләй. Ике йәштән оло булмаған һәм 450 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы ит малын һатҡанда һәр баш һыйыр малына 20 мең һум күләмендә субсидия түләнә. Тоҡомло ит малы һатып алғанда тереләй ауырлыҡтың һәр килограмына 62 һум түләнә. Итле малсылыҡ үҙенән-үҙе үҫешә алмай, ул ашатыуға талапсан.
       Ит малсылығын үҫтереүҙең бер йүнәлеше - һыуытылған ит баҙарын үҙләштереү. Мәскәү ҡалаһында һыуытылған иттең бер килоһы 600-100 һум менән һатыла. Республика өсөн аҙыҡ-түлек баҙарының был өлкәһендә ныҡлы урын яулау - үтәй алына торған бурыс. Вице-премьер тармаҡты үҫтереүҙең бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, дөйөм эш программаһы төҙөү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был документ 20 ғинуарҙан да һуңға ҡалмай төҙөлөргә тейеш.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал