6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

Бөгөн иң мөһиме - тотороҡлолоҡ
10.11.09


       Ағымдағы йылда башҡорт милицияһы тотороҡло эшләй башланы - был беҙҙең өсөн үтә мөһим. Был хаҡта Милиция хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың эске эштәр министры Игорь Алешин хәбәр итте.
       - Дөрөҫөн әйткәндә, ағымдағы йылда беҙ иҡтисади көрсөк эҙемтәләренең енәйәтселектең артыуына булышлыҡ итер, тиеп күҙаллай инек,- тине Игорь Алешин. - Бәхеткә ҡаршы, беҙҙең көткәнебеҙ аҡланманы.
       Һуңғы ун айҙа Башҡортостанда енәйәтселек кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Республикала 64,5 мең енәйәт теркәлгән, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 3 процентҡа кәмерәк. Башҡортостан территорияһында 399 үлтереү осрағы билдәле булған. Был 18 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта талау, хулиганлыҡ, урлашыу осраҡтары, бәлиғ булмағандар тарафынан эшләнгән енәйәттәр һаны кәмегән. Министр әйтеүенсә, элек хөкөм ителгән кешеләрҙең әүҙемләшеүе борсой, улар эшләгән енәйәттәр 23,4 процентҡа артҡан.
       Журналистар Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығы начальнигы вазифаһына Илгиз Садиҡов тәғәйенләнеүе тураһында ла ҡыҙыҡһынды. Яңы вазифаһын милиция полковнигы октябрҙә үтәй башланы, быға тиклем ул Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән. Игорь Алешин фекеренсә, Илгиз Садыков үҙ бурыстарын намыҫлы үтәп, ышанысты аҡларға тейеш. Милицияның "ышаныс телефонына" ун ай эсендә ете мең кеше шылтыратҡан.
       - Бөтә шылтыратыуҙар ҙа, абоненттың телефон номерын билдәләмәйенсә, теркәлеп бара, - тине Алешин. - Шылтыратҡан кеше үҙен танытмаһа ла була. Шулай булған осраҡта ла шылтыратыуҙарҙың өстән бер өлөшө генә аноним.
       Киләсәккә пландар тураһындағы һорауға министр былай тиеп яуап бирҙе:
       - Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы улар башҡарған эш күләменә ярашлы түгел. Был бер мәсьәлә. Бынан тыш, ҡайһы бер хеҙмәт подразде лениеларында штат берәмектәре бигерәк арттырылған. Уларҙы бер аҙ ҡыҫҡартырға кәрәк. Эске эштәр органдары на хас булмаған функцияларҙы әле булһа үтәп киләбеҙ. Мәҫәлән, медицина айнытҡыстары беҙгә буйһондоролған. Пландарға килгәндә, йыл аҙағына тиклем башҡорт милицияһыҡарамағына вертолет ҡайтарыласаҡ. Уның ярҙамында милиция хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтен күҙәтә аласҡ. Браконьерлыҡ, мал урлау осраҡтарын киҫәтеү, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү өсөн ҡулланыласаҡ. Әлегә осоу отрядын элек авиацияла хеҙмәт итеүселәр иҫә бенән туплау бара.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал